Донъяның бер туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуы, һәр тармаҡта заманса технологиялар ҡулланыу иҡтисад үҫешенә ҙур этәргес бирә, хеҙмәтләндереүҙе еңеләйтә. Бөгөн магазин кәштәләрендә ниндәй генә аҙыҡ-түлек, тормош-көнкүреш әйберҙәре, затлы кейем юҡ?! Йәнең теләгәнен ал! Тик уларҙың сифаты ниндәй? Был, әлбиттә, сетерекле мәсьәлә.
Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондары һәм Сибай, Баймаҡ ҡалалары буйынса Роспотребнадзор территориаль бүлеге етәксеһе Ҡ.Ә. Ғәниев белдереүенсә, дөйөм алғанда төбәктә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа сауҙа, туҡланыу урындарында һорауҙар тыумай, шулай уҡ башҡа төрлө халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһенең дә сифаты яҡшы. Әммә төрлө хәлгә тарып Роспотребнадзорға мөрәжәғәт итеүселәр юҡ түгел. Бүлек хеҙмәткәрҙәре халыҡ мөрәжәғәте буйынса пландан тыш тикшереүҙәр уҙғарып тора. Закон боҙоу осрағы теркәлгән ваҡытта күп осраҡта ҡулланыусылар хаҡлы булып сыға. 2021 йылдың май айына тиклем, йәғни уҡыу йылы тамамланғансы, балаларҙың мәктәптә туҡланыу сифатын тикшереү өҫтөндә Роспотребнадзор етди эш алып бара.
—Балаларҙың туҡланыу сифаты һәм хәүефһеҙлегенә Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре тарафынан айырым иғтибар бүленә. Тәү сиратта белем биреү ойошмаларында туҡланыуҙы ойоштороу һәм ашханаларға килгән аҙыҡ-түлектең сифаты билдәләнә. Аш әҙерләнгәс, көн һайын уларҙың пробаһы алына, һәм улар микробиологик күрһәткестәргә тикшеренеү үткәс кенә, ҡулланыусыларға тәҡдим ителә. Шуға күрә балаларҙың мәктәптә туҡланыу сифаты яҡшы тип әйтә алам,”—ти Ҡадир Әҙелмырҙа улы. Ә ҡаланың башҡа ойошмаларында хеҙмәтләндереү сифаты ниндәй? Быны белеү өсөн Сибай ҡалаһында йәшәүселәргә мөрәжәғәт иттек.
АЙГӨЛ МУСИНА, китапхана хеҙмәткәре:
Беҙҙең коллектив халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләгәнгә күрә, китап һөйөүселәр беҙҙә ял итеп, рәхәтләнеп гәзит-журналдар уҡыһын өсөн йылы мөхит булдырырға тырышабыҙ. Беҙгә мөрәжәғәт итеүселәргә ярҙам итәбеҙ. Үҙем дә ҡулланыусы булараҡ, бер нисә хеҙмәтте билдәләп үткем килә. Миңә, мәҫәлән, ҡала поликлиникаһының эндокринология кабинетында эшләүсе шәфҡәт туташы Вәсилә Ғәлиәкбәрованың пациенттарға булған ҡарашы оҡшай, уға рәхмәт һүҙҙәре еткергем килә. Ул һәр ауырыуға йылы мөнәсәбәттә, ярҙамсыл һәм иғтибарлы. “Кешегә бер йылы һүҙ етә”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Шулай уҡ Сибай ҡалаһындағы Profit профессиональ биҙәүестәр магазинының эше менән ҡәнәғәтмен. Бында хеҙмәтләндереү ҙә, һатылған продукция ла юғары сифатлы. Магазин хеҙмәткәрҙәренә уңыштар теләйем!
-Күп магазиндарҙа һатыусылар шул тиклем ҡырыҫ холоҡло, халыҡты хеҙмәтләнде-реү сифаты түбән. Барыһын да берләштереп әйтмәйем, әлбиттә. Тик һатыусы булырға теләгәндәргә, ҡулланыусыларға иғтибарлы булырға, үҙ эшеңде яратырға, мөмкин тиклем асыҡ һәм йылы мөнәсәбәттә булырға кәңәш итер инем. Сөнки ниндәй генә ойошманы алып ҡараһаң да алға китештәр тик хеҙмәтләндереү сифатына бәйле. Мәҫәлән, ниндәйҙер хеҙмәт талап ителһә, йә аҙыҡ-түлек кәрәк булғанда һөйләшергә ауыҙын асырға ла иренеп ултырған хеҙмәтләндереүсене күреп, башҡаса бер ваҡытта ла бында мөрәжәғәт итмәйәсәгем көн кеүек асыҡ. Дөйөм алғанда, кешелеккә бөгөн изгелек ҡылырға, бер-берең менән йылы мөнәсәбәттә булырға кәрәк.
РЕЗЕДА НИҒӘМӘТЙӘНОВА, бәйләнеш инженеры:
—Бөгөн магазин кәштәләрендә аҙыҡ-түлектең ниндәйе генә юҡ. Тормош-көнкүреш әйберҙәренең дә етерлек булыуы бик уңайлы. Сифат яғына килгәндә, беҙ тик ҡулланырға өйрәнгән аҙыҡтарҙы ғына һатып алабыҙ. Әлбиттә, уларҙың сифатына иғтибарлы булырға кәрәк. Сөнки ҡулланыу ваҡытын үҙгәртеп, кире кәштәгә ҡуйыу осраҡтары күҙгә салынып ҡалғаны бар. Ниндәй генә тармаҡты алып ҡараһаҡ та, хеҙмәтләндереү сифаты миңә оҡшай. Ни тиһәң дә, хәл ителмәй торған мәсьәләләр юҡ. Үҙеңдең талапсан булыуың ғына кәрәк.