Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
27 Октябрь 2020, 18:00

Хаҡтар "тешләшә" башлаған...

Кисә бер танышым шылтырата: “Беләһеңме, аҙыҡ-түлеккә хаҡ ныҡ артҡан. Ҡабаҡ ята ине, ҡайнатма эшләп ҡуяйым тиһәм, өйҙә шәкәр бөткән икән, әфлисун менән лимон да юҡ. Магазинға барғайным, аптыраным. Шәкәр ҙә артҡан, башҡаһы ла...Помидор хаҡын күреп, бөтөнләй аптыраным”.

Ысынлап та, хаҡтар күтәрелгән. Башстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер аҙна эсендә помидор 10,6 процентҡа ҡиммәтләнгән. Шулай уҡ ҡарабойҙай, йомортҡа, һуған, шәкәр, үҫемлек майы, балыҡ, йәшелсәләр, ҡара сәй, балалар өсөн итле, йәшелсәле, емеш-еләкле консервалар, ҡаймаҡ, ит консервалары, макарондар, һөт, кишер, картуф, карамель, вермишель, шоколадтар, ҡоро һөт ҡатышмалары хаҡтары “тешләшә” башлаған. Аҙналыҡ үҫеш 0,1 проценттан 4 процентҡа тиклем.
Ә бына алма менән кәбеҫтәгә хаҡ киреһенсә төшкән. Шулай уҡ колбасаларҙа, сусҡа, һарыҡ итендә, аҡ майҙа, эремсектә, икмәк һәм булочка изделиеларында, сырҙа, печеньеларҙа, дөгөлә, тоҙҙа, онда хаҡ үҙгәреше һиҙелмәй.
Бына шулай: хаҡтар арта, эш хаҡы менән пенсия күләме генә нишләптер бер урында тапана.
Читайте нас: