АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
21 Октябрь 2020, 22:40

Үлемде генә уйлаған саҡтар булды...

Тәүге көндәрҙә һуҙылып ята ла ҡуя инем. Хатта бер нәмә лә уйлағы ла, эшләге лә килмәй. Тиҙерәк үлергә лә ҡуйырға инде. Һәммәһе 9 көн тән температураһы юғары булды. Аҙаҡ үҙемде ҡулға алдым, температура төшкән арала ишек алдына сығып скандинав йөрөшө менән йөрөнөм, өйҙә шар өрҙөм, төрлө күнекмәләр эшләнем.

Замана сире шашҡандан-шаша бара. Тәүҙә беҙ уға етди ҡараманыҡ, хатта ышанып та бөтмәнек. Шәхсән үҙем бөтөнләй ышанманым, көлөп кенә ҡарай инем, хатта ныҡ ышанған, ҡурҡҡан таныштарым менән бәхәсләштем. Ысынлап та, яҙ, йәй айҙарында ауырыусы таныштарым да булманы. Ә бына көҙ еткәйне, күпләп ауырый башланылар, хатта үлеүселәр ҙә булды. Бик ҡыҙғаныс.
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Айһылыу һәм Ғәҙел (исемдәре үҙгәртелә) күптән түгел генә ғаиләһе менән ятып ауырыны.
--Был сир миңә килеп етмәҫ кеүек ине. Әммә уйламағанда аяҡтан йыҡты. Тәүҙә бер көн эс китте, унан тән һыҙланы, бил, арҡа ауыртты. Үҙемде туҡмалған кеше һымаҡ тоя инем. Температурам 37,7 булды. Хәл бөттө, өшөтә башланы. Яйлап тәм, еҫ һиҙеүҙе юғалттым. Температура 39-ға барып етте. Бер нәмә ашап булмай, уҡшыта, баш әйләнә. Йүткертә, әммә ҡаҡырыҡ юҡ. Түш тирәһе ҡыҫа, йөрәк сәнсеп-сәнсеп ала. Табиптарға тәүге көндәрҙә мөрәжәғәт итмәһәң, анализ дөрөҫ күрһәтмәй тиҙәр бит. Хаҡтыр. Беҙҙең анализ ковидты күрһәтмәне, шуға ла пневмония тип ҡуйҙылар. Әммә бар симптомдар ҙа яңы вирустыҡы ине. Дауаланыу курсын да нәҡ шул сирҙең дарыуҙары менән үттек. “Тиҙ ярҙам” саҡырған мәлдәр ҙә булды, укол яһап саҡ температураны төшөрәләр ине. Системаға йөрөнөм, әллә шул хәлде алдымы, башым ныҡ ауыртты, төндәрен йоҡлап та булманы. Тәүге көндәрҙә һуҙылып ята ла ҡуя инем. Хатта бер нәмә лә уйлағы ла, эшләге лә килмәй. Тиҙерәк үлергә лә ҡуйырға инде. Һәммәһе 9 көн тән температураһы юғары булды. Аҙаҡ үҙемде ҡулға алдым, температура төшкән арала ишек алдына сығып скандинав йөрөшө менән йөрөнөм, өйҙә шар өрҙөм, төрлө күнекмәләр эшләнем. Кт анализы әҙер булғас, ул шуны күрһәтте: миндә үпкә елһенеүе 10 процентты тәшкил итә ине. Ирем еңелсәрәк ауырыны, ул кт үтмәне, 2-3 көн генә тән температураһы күтәрелде. Ул да еҫ һиҙмәне, тәне ауыртты. Ошо осорҙа ҡыҙҙарым да маңҡалап ауырып алды, 10 йәшлек улымдың температураһы күтәрелде. Был осраҡлы тап килеүме, әллә балаларҙың еңелсә ауырыуы булдымы—белмәйем. Туғандарым араһында ла был сирҙе йоҡтороусылар күп булды. Шөкөр, һауыҡтылар. Беҙ ауырығанда бер кемде өйгә индермәнек. Үҙебеҙ битлек кейеп дарыуханаға сыҡтыҡ. Ата-әсәйҙәребеҙ аҙыҡ-түлекте ҡапҡа алдына ҡалдыра ине,--ти Айһылыу.
Ә бына Сибайҙа йәшәүсе танышым Илүзә (исеме үҙгәртелә) былайыраҡ һөйләне:
--Йәй аҙағында Өфөлә ҡунаҡта булғайныҡ. Шунан ҡайтып бер аҙна үткәс, мин мыршылдай башланым. Һыуыҡ алдырғанмын тип әһәмиәт бирмәнем. Бер мәл ирем дә ауырый башланы. Ул да иҫе китмәне. Тик уның хәле көндән-көн насарая башланы. Температураһы күтәрелде, төшмәй ҙә ҡуя. “Тиҙ ярҙам” саҡыртыҡ, укол эшләнеләр ҙә китәләр. Ул дарыуҙың ниндәйен генә эсмәне, етмәһә мин ҡорот, лимонлы сәй, уныһын-быныһын биреп маташам. Уҡшый, бер нәмәне лә ашай алмаҫ хәлгә етте. Иремә нисек ярҙам итергә белмәй илап та алдым. Йәнә “Тиҙ ярҙам”, йәнә табиптар...Ныҡыша торғас, кт үткәреүҙе талап иттем. Сибайҙа уныһы булмай сыҡты, Баймаҡҡа ебәрҙеләр. Унан күренеүенсә, үпкәнең 50 процентын вирус ялмаған. Иремде тиҙ арала инфекция бүлегенә ебәрҙек. Кислород аҫтында ятып сыҡты. Шөкөр, барыһы ла ҡурҡыныс төш һымаҡ артта ҡалды. Әйткәндәй, шул мәлдәрҙә 3 йәшлек балам да мыршылдап ауырып алды, өлкәненең бер көн температураһы булды, еҫ һиҙмәйем тип йөрөнө.
Бына шулай. Бик мәкерле был сир. Зинһар, һаҡланығыҙ! Ҡунаҡтарға йөрөмәгеҙ, йыйылмағыҙ. Мөмкин тиклем кеше булған ергә бармағыҙ. Барығыҙға ла сәләмәтлек теләйбеҙ!
Фото интернеттан: donday-shakhty.ru
Читайте нас: