Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
2 Сентябрь 2020, 20:20

Ҡуштауға махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусы бирелде!

Өс шихандың береһе юҡҡа сығыуы бик ҡыҙғаныс булыр ине. Ҡуштау шиханының хәҙер тәбиғәт ҡомартҡыһына әүерелеп, киләсәк быуын өсөн һаҡлап ҡалыныуына сикһеҙ шатмын. Ғалимдарыбыҙ ошо боронғо тауҙарҙың бер нисә күҙлектән үҙенсәлекле булыуын үҙҙәренең тикшеренеүҙәре менән иҫбатланы.

Биология фәндәре докторы, геоботаник, Башҡортостан Фәндәр академияһы профессоры, республика Башлығы ҡарамағындағы экологик именлек һәм тәбиғи мираҫты һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре буйынса эш төркөмө етәксеһе Василий Мартыненко төбәк Башлығы Радий Хәбировтың Ҡуштауға махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреү тураһындағы ҡарарына аңлатма бирҙе.
– Өс шихандың береһе юҡҡа сығыуы бик ҡыҙғаныс булыр ине. Ҡуштау шиханының хәҙер тәбиғәт ҡомартҡыһына әүерелеп, киләсәк быуын өсөн һаҡлап ҡалыныуына сикһеҙ шатмын. Ғалимдарыбыҙ ошо боронғо тауҙарҙың бер нисә күҙлектән үҙенсәлекле булыуын үҙҙәренең тикшеренеүҙәре менән иҫбатланы.
Беренсенән, улар геологик йәһәттән уникаль. Был боронғо рифтар 300 миллион самаһы йыл элек, Башҡортостан биләмәһендә диңгеҙ булған осорҙа барлыҡҡа килгән. Улар, мәҫәлән, Австралиялағы Ҙур Барьер рифы кеүек үк, риф массивының ҡаҙылма аналогын тәшкил итә. Бындай ҡатламдар Ер йөҙөндә байтаҡ, тик улар йәшерәк ҡатламдар аҫтында ҡалған. Ә беҙҙә Башҡортостанда, улар өҫкә сыҡҡан.
Икенсенән, шихандар биологик мираҫты тәшкил итә. Улар, шул иҫәптән Ҡуштау ҙа – биологик күп төрлөлөк усағы. Бер тауҙа ғына 400-гә яҡын үҫемлек бар – төбәктәге флораның сирек өлөшө! Ҡуштауҙа Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән 12 төрлө үҫемлек үҫә, шуларҙың етәүһе – Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабында. Ҡайһы берҙәренең популяциялары йөҙҙәрсә, меңдәрсә данаға етә. Ҡуштауҙа шулай уҡ 600-гә яҡын кейек төрө теркәлгән, айырыуса бөжәктәр һәм ҡоштар донъяһы бай. Шуларҙың 23-ө – Башҡортостандың, 10-һы Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән. Рәсәй биологик күп төрлөлөк тураһындағы конвенцияны ратификацияланы һәм Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының “ҡыҙыл исемлеге”ндәге төрҙәрҙе һаҡларға бурыслы. Ундайҙар Ҡуштауҙа – 16 (ике үҫемлек һәм 14 кейек төрө). Улар халыҡ-ара кимәлдә һаҡланырға тейеш.
Ҡуштауҙың өсөнсө ҡиммәте – археологик һәм этномәҙәни үҙенсәлектәр. Республика Башлығы Радий Хәбировҡа тейешле баһа бирергә кәрәк. “Әлегә тиклем хаталандым, шуға ла ҡарашымды үҙгәртеп, халыҡты яҡлап сыҡтым”, тип әйтергә үҙендә көс тапҡан етәксене күптән күргәнем юҡ ине. Был – ҡеүәтле ғәмәл, уны көслө шәхес кенә башҡара ала. Шул уҡ ваҡытта Ҡуштауҙы һаҡлауҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтергә кәрәк. Минеңсә, күптәр күңеленә ҡәҙерле тауҙы ғына түгел, ә республика, ил һәм тотош донъя өсөн уникаль объектты һаҡлап ҡалыуын аңлап та етмәйҙер әле. Ҡуштауҙы Бөтә донъя ЮНЕСКО геопарктары селтәренә инеүгә дәғүә иткән Торатау геопаркы составына индереү бик тә дөрөҫ булыр ине, тигән фекерҙәмен, – тине ул.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районындағы Ҡуштауҙы республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тип иғлан итеү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.