Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
3 Август 2020, 19:04

Баймаҡ районында экологик технопарк төҙөлә

Был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн миллиардҡа яҡын аҡса һалынды. Уның 840 миллионы сүп-сарҙы эшкәтеү һәм юҡ итеү комплекстарын төҙөүгә бүленде.

2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә халыҡ телендә «Сүп-сар реформаһы» тип аталған сүп-сарҙы йыйыу, эшкәртеү, һәм ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү дәүләт программалары эшләй башланды. Был программа «Экология» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу, эшкәртеү күләмен арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Реформа полигондарға сүп-сар тулып, санкцияланмаған сүплектәр барлыҡҡа килеп тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһауын кәметеү өсөн эшләнде. Ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өлкәһендә эште яҡшыртыу өсөн инвестициялар йәлеп ителәсәк. Уларҙы йыйыу һәм утилләштереү өсөн бөтә ил буйынса төбәк операторҙар селтәре булдырылды. Башҡортостанда дүрт төбәк операторы эшләй, уларҙың һәр береһенә айырым зоналар беркетелде.
Төбәк операторҙары компанияларының береһе булған «Эко-сити»ға, республиканың иң ҡатмарлы участкалары бирелде.
- Быға тиклем төбәктәрҙең күбеһендә сүп-сар эшкәртеү пункттары бөтөнләй булмаған, йә эшләмәгән. Уларҙы яңынан төҙөү, тергеҙеү өҫтөндә ҙур эш алып барыла, -тип билдәләне «Эко-Сити» төбәк операторының идара итеү директоры Артем Кирәев. Беренсе этапта уҡ беҙ хеҙмәтләндергән майҙандарҙа ҡалдыҡтарҙы сығарыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыуға ҙур саралар инвестицияланды. Был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн миллиардҡа яҡын аҡса һалынды. Уның 840 миллионы сүп-сарҙы эшкәртеү һәм юҡ итеү комплекстарын төҙөүгә бүленде. Әлегә сүпте сорттарға бүлеү һәм йыйыу өсөн дүрт объект төҙөлөп бөттө. 110 миллиоға махсуслаштырылған техника (шул иҫәптән яңы пластик контейнерҙар) һатып алынды. Сүп-сар бушатыу пункттары булмаған райондарҙа комплекстар һәм Мәләүез, Баймаҡ райондарында экологик технопарктар төҙөү эше алып барыла.
«Экология» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған был эштәр тәбиғәтте бысраныуҙан һаҡлап ҡалыу менән бер рәттән республика халҡының йәшәйешен, мәҙәниәтен үҙгәртеренә һис шикһеҙ ышанабыҙ.