Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Июль 2020, 15:20

САНАҢДЫ ЙӘЙ ӘҘЕРЛӘ

Бөгөнгө көндә Сибай ҡалаһында ҡала объекттарын ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү буйынса бик етди эш алып барыла. «Санаңды йәй әҙерлә» тигәндәй, күп ҡорамалдарҙы ҡыш миҙгеленән һуң ентекле тикшереп, кәрәк ерҙә төҙәтеп, яңыртыуҙа, ҡулланыуҙа заманса технологиялар индереү эштәре иртә яҙҙан көндәр йылытыу менән башлана һәм йәй буйы дауам итә.

Республикала торлаҡ-коммуналь, энергетика һәм газ хужалығы объекттарын алдағы көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү май айында уҡ башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров көҙгө-ҡышҡы осорға объекттарҙы әҙерләү тәү сиратта хәл ителә торған мәсьәлә тип белдерҙе. Был йәһәттән Хөкүмәт ағзалары, район һәм ҡалаларҙың хакимиәт башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмәләр уҙғарылды.
Сираттағы кәңәшмәлә йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәренең барышы, инженер селтәрҙәренең таушалыу кимәлен билдәләү һәм уларҙы алмашытырыуҙы планлаштырыу, Республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп фатирлы йорттарҙа өй эсе системаларына капиталь ремонт уҙғарыу һәм башҡа бик күп етди темалар ҡаралды. Республиканың башҡарма власть органдары һәм ойошмалар етәкселәренә объекттарҙы яңы йылытыу миҙгелендә тотороҡло һәм аварияһыҙ эшләүенә әҙерләү буйынса кисектергеһеҙ саралар күрергә, шулай уҡ бының өсөн кәрәкле материалдар, сеймал һәм яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙе контролгә алырға ҡушылды.
Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Юрий Палтус белдереүенсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары йылытыу миҙгеленә 2020 йылдың 15 сентябренә тиклем тулыһынса әҙер булырға тейеш.
Бөгөнгө көндә Сибай ҡалаһында ҡала объекттарын ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү буйынса бик етди эш алып барыла. «Санаңды йәй әҙерлә» тигәндәй, күп ҡорамалдарҙы ҡыш миҙгеленән һуң ентекле тикшереп, кәрәк ерҙә төҙәтеп, яңыртыуҙа, ҡулланыуҙа заманса технологиялар индереү эштәре иртә яҙҙан көндәр йылытыу менән башлана һәм йәй буйы дауам итә. Әлегә торлаҡ-коммуналь хужалығының торлаҡ фонды, ҡаҙанлыҡтары, үҙәк йылылыҡ пункттары, трансформатор подстанциялары, һыу үткәргес һәм канализацияларҙың таҙартҡыс ҡоролмалары, һыу үткәргес, канализация, йылылыҡ һурҙырыу станциялары, йылылыҡ, һыу үткәреү, канализация, электр селтәрҙәре техник инвентаризация үткән.
Ҡышҡы миҙгелгә аяҡ баҫҡансы Сибайҙа һәм ҡала яны майҙандарында урынлашҡан 166 трансформатор подстанцияһын әҙерләү мәсьәләһе ҡуйылды. Шулай уҡ электр селтәрҙәренең дә кеше ғүмеренә хәүеф янамаһын һәм селтәр өҙөлөп мәшәҡәт өҫтәмәһен өсөн һәр километрын техник яҡтан тикшереп, яңыртыу кәрәк булған урындар хеҙмәтләндерелде. Бөгөн улар тулыһынса әҙер. Йылылыҡ селтәренең йөрәге булған ҡаҙанлыҡтарҙа ла ремонт эштәре етди барҙы. Тырыш хеҙмәткәрҙәрҙең етеҙлеге күренеп тора: улар алдарына ҡуйылған эште теүәл 100 процентҡа башҡарған. Ике торбалы йылылыҡ селтәрен тикшереү, таҙартыу һәм ремонтлау эштәре лә тамамланып килә, бөгөнгә уларҙың 70 проценты үтәлгән. Иҫке йылылыҡ селтәрҙәре һалынған трассаның 200 километры ремонтланған. Йылылыҡ һурҙырыу станциялары ла ҡалышмай, ҡышҡы миҙгелгә уларҙың 50 проценты әҙер, ә бына үҙәк йылылыҡ пункттары эҙерлек эшен 33,3 процентҡа ғына үтәгән.
Һыу үткәреү селтәрҙәренең 233, 100 километрын ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү планы ҡуйылһа, уның 83700 километрында тикшереү һәм ремонтлау эштәре башҡарылған. Иҫке 2280 километрлыҡ һыу селтәренең 177 километры төҙөкләндерелгән. Һуңғы йылда миҙгел алышынған ваҡытта торбалар тишелеп, Сибай ҡалаһында йәшәүселәр ыҙалаһа, киләсәктә бындай проблема тыумаҫ, тип көтөлә.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк: алтын ҡуллы һөнәрселәр КамАЗ-самосвал машинаһын йыһазландырып күп функциялы юл ҡатнашма машинаһын эшләүгә өлгәште. Йәй миҙгелендә ул бынамын итеп ҡоймаларҙағы, юлдағы бордюрҙар янынан саңды йыуып алһа, ҡышҡыһын урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу, тайғаҡ юлға ҡом һиптереү өсөн уңайлы буласаҡ.