Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
19 Июль 2020, 19:05

Ҡоролоҡ, ҡорт, ҡороғорвирус...

Ҡоролоҡтоң етди һынауҙарын тәү сиратта ауыл хужалығы тармағы кисерә. Ни тиһәк тә малсылыҡ—ауыл халҡының күҙ төбәп торған шөғөлө һәм төп табыш сығанағы. Ҡоролоҡ сәбәпле тыуған проблемалар шәхси ихаталарҙа мал-тыуар һанын ҡыҫҡартыуға ла алып килеүе ихтимал.

Йәмле йәйгә һөйөнһәк тә тәбиғәт һаман еребеҙгә шифалы ямғырҙарын яуҙырырға йыйынмай. Изге тупрағыбыҙ сарсап дым көтә, баҫыуҙарҙағы игендәр шығырлап көйөп ултыра, мал-тыуарға ҡышҡылыҡҡа етәрлек аҙыҡ самалы, бесәнлектәребеҙ һөйөндөрмәй, бакуйҙар йоҡа.
Быйылғы йыл халыҡ өсөн үтә лә ауыр килә. Тәүҙә бар донъяны коронавирус, үҙебеҙсә ҡороғорвирус ялмап алып, әле булһа сигенеүҙе белмәһә, аҙаҡ йыл һайын ҡабатланып килгән ҡоролоҡ тамам йонсотто. Бар халыҡ был һынауҙарҙы борсолоп та, һағайып та ҡабул итеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың барыһы ла йәшәүгә, көндәлек тормошҡа үҙ эҙен һалмай ҡалманы. Заман һынауҙарына ғына түгел, тәбиғәт һынауҙарына ла түҙеп өйрәнгән ауыл халҡының сабырлығына һоҡланырға ҡына ҡала. Нисек кенә ауыр булмаһан, һәр саҡ яҡшыға һәм яҡтыға өмөтләнеп йәшәй алыуҙары менән иғтибарҙы йәлеп итә улар.
Сараһыҙлыҡ бәләһе
Ҡоролоҡтоң етди һынауҙарын тәү сиратта ауыл хужалығы тармағы кисерә. Ни тиһәк тә малсылыҡ—ауыл халҡының күҙ төбәп торған шөғөлө һәм төп табыш сығанағы. Ҡоролоҡ сәбәпле тыуған проблемалар шәхси ихаталарҙа мал-тыуар һанын ҡыҫҡартыуға ла алып килеүе ихтимал. Күптән түгел ауылдар буйлап командировкаға сыҡҡанда, төбәктәге хәлдең айырыуса борсоулы булыуын һиҙгән алыпһатарҙарҙың арзан хаҡҡа мал йыйыуы хаҡында ишеттек. Күрше өлкә вәкилдәре һәр йортҡа тигәндәй кереп, кем быҙауҙарын һәм һарыҡтарын тапшырыуы хаҡында белешеп йөрөгән. “Урам буйлап туҡтауһыҙ сигнал тауышы ишеткәс, кемдә туй бара икән, шуны ла ишетмәгәнмен, тип уйлап урамға сыҡһам, “Газель” машинаһы сигнал бирә-бирә яйлап ҡына китеп бара. Минең аптыраулы ҡарашымды күрепмелер инде: “Быҙау, һарыҡ йыябыҙ”, тип һөрәнләне”,—тигәйне бер апай. Уйлап ҡараһаң, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Һаман булһа күрше дуҫтарға арзан хаҡҡа үҙебеҙҙең быҙауҙарҙы тапшырабыҙ, ни тиһәң дә тейәтеп тә ебәрәһең, бер ни тиклем аҡса ла ҡулға инә. Тәү ҡарамаҡҡа барыһы ла шулай булырға тейеш тә кеүек. Халыҡ малын көр сағында тотоноп ҡалырға тырыша, сөнки көндән-көн үлән табыуы ла ауырлаша. Ямғыр яумағас, йәшеллек кибә, ҡата, эсәр һыу малдың утлап йөрөгән ерҙәрендә юҡ тиерлек. Икенсенән, ситтән килеүселәргә тейешле документтарҙың да булыуы күп осраҡта кәрәкмәй, иң мөһиме малың һинеке булһа—шул етә.
Халыҡ малын нисек тә ҡышлатыр өсөн тырышып бесән әҙерләй, әммә үләндең һуты булмауы, йәнә һағайта мал хужаһын. Үҙеңде алдап әллә күпме мал аҙығы туплап та, ҡыш көнө һәүкәштәрең күтәртеп ятһа, ни эшләрһең... Ярай фуражын алырмын тип уйларһың да, уныһының да булыуы икеле, сөнки баҫыуҙарҙа сәселгән игендәр күтәрелә алмай, ҡатып ултыра.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, төбәктәге киҫкен хәлде иҫәпкә алып быйыл мал аҙығы әҙерләү кампанияһы бер аҙ алдан башланды. Һүҙ юҡ, ағымдағы йылда һәр сәғәттең, минуттың ҡәҙерен белеүселәрҙең генә отасағы көн кеүек асыҡ. Шуға күрә әле сабын-болонлоҡтарҙа бәләкәй һәм ҙур яһалған күбәләрҙең теҙелеп ултырыуы был һүҙҙәргә ҡеүәт өҫтәй.
Бәлә һәр саҡ яңғыҙ йөрөмәүе хаҡында ла оноторға ярамай. Ҡоролоҡ сәбәпле янғын сығыу хәүефе икеләтә артты. Шәхси ихаталарҙа малдарҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе генә түгел, ауылдарҙа янғындарҙы булдырмау буйынса саралар күреү ауыл биләмәләре башлыҡтарына йөкмәтелгән. Урал аръяғы райондары ауылдарында был йәһәттән етди эштәр алып барыла.
Шул уҡ ваҡытта миҙалдың ике яҡлы булыуын да оноторға ярамай: тиҙҙән төбәктә ҡоролоҡтоң “тантана” итеүен һиҙеп, бесәндең аҙ булыуын иҫәпкә алып, башҡа рйондарҙан төргәккә төрөлгән бесән һатыусыларҙың ағылыуы көт тә тор. Хаҡтарының “тешләшеүе” көн кеүек асыҡ, ә бына төргәктәге бесәндең сифатлы булыуы ғына икеле. Шуға күрә был осраҡта ла һаҡ эш итергә кәрәк ауыл кешеһенә.
Үҙ тауарын һатып ҡарай, әммә...
Ауыл кешеһенең күбеһе мал көсө менән йәшәй. Күпләп мал көтә, уның ағын эшкәртә, баҙарға һөт һәм ит ризыҡтарын алып сыға, йә иһә клиенттары үҙҙәре килеп ала. Әммә һәр ваҡытта ла улай булмай шул. Мәҫәлән, район үҙәгенән йәки ҡаланан алыҫта йәшәүселәр өсөн көндәлек аҡ ризыҡтарын ҡайҙалыр һатыу йәки тапшырыу еңел түгел. Бөгөн күп ауылдарҙа һөт йыйыусы юҡ, шуға күрә уңған хужабикәләр аҡты һөт килеш түгел, ә ҡаймаҡлата, майлата һатыу яғында. Етештерелгән тауарыңды ҡайҙа итергә тигән һорау һәр саҡ ауыл кешеһе өсөн көнүҙәк булып ҡала килә. Урындағы эшҡыуарҙар был проблеманы аңлап, ауылдарҙа һөт эшкәртеү цехы асып, ҡаймаҡ, ряженка, ҡатыҡ, эремсек етештереп, кибет кәштәләренә сығарып ҡарай ҙа ул, әммә ҙур баҙар селтәренә бер нисек тә инә алмай. Тауарын етештереп тә, һата алмағас, ябылырға мәжбүр була.
Күптән түгел Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда агросауҙа кластеры булдырыу мәсьәләһе буйынса “Ауыл сәғәте” үткәрҙе. “Беҙ аграр төбәк, унда йәшәүселәр үтә ныҡ ҡиммәт булмаған хаҡҡа урында етештерелгән продукцияны алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш”,—тине Радий Фәрит улы.
Билдәле булыуынса, урындағы продукцияның һатыу күләме 30 проценттан да артмай, тимәк етештереү ҡеүәте аҙ. Икенсенән, етештереп тә уны һаҡлау урындарының булмауы ла күп осраҡта ауыл эшсәндәренең “баш бәләһе”нә әүерелә. Мәҫәлән, яңы эш башлаусы фермер үҙе сәсеп, йыйған игенен һаҡлау өсөн бина таба алмаһа, ул уны арзан хаҡҡа һатып ебәрергә мәжбүр. Яҙын үҙе һатҡан игенен икеләтә йәки өсләтә хаҡ менән сәсеү өсөн һатып ала. Шулай булғас, етәкселәр талап иткән “баҫыуҙан кәштәгә тиклем” сылбырын булдырыу мөмкинме икән? Бөгөн ауыл кешеһенә йөҙ менән боролмай тороп, унан нимәлер талап итеп тә булмай. Иң тәүҙә шарттар булдырып, аҙаҡ етештереүҙе яйға һалғанда ғына агросауҙа кластеры үҫешә аласаҡ. Әйткәндәй, Радий Хәбиров был йүнәлештә бөгөндән үк эш башларға ҡушты һәм сентябрь айында был мәсьәләгә ҡайтанан әйләнеп килеүен белдерҙе. Ни тиһәк тә яҡшыға өмөт итәйек, бәлки ауыл кешеһе өсөн был аҙым ярайһы уҡ уңышлы булыр.
Урманға хәүеф янай
Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура районы урмандарының яланғас булыуына, уларҙың ебәк күбәләк һөжүменә тарығаны хаҡында интернет селтәрендә хәбәр иткәйнек инде. Ҡыштың йылы килеүенең, былтырғы ҡоролоҡтоң да “бүләге” был. Шулай уҡ күрше Ырымбур өлкәһе етәкселегенең был хәлгә вайымһыҙ ҡарауы—ҡоротҡостарҙың таралыуына төп сәбәпсе булды. Мәҫәлән, Хәйбулла районында ғына 35 гектар ер ебәк күбәләге һөжүменә тарыған, был зонаға “Шайтан-тау” тәбиғәт ҡурсаулығының да эләгеүе бигерәк тә хәүефләндерә. Сөнки заказникта һирәк осрай торған хайуандар һәм үҫемлектәр һаҡлана. Мәҫәлән, мышы, йәтсә, ҡабан сусҡалары, һеләүһен, аҡ ҡуян, ҡор, сел, шәшке, һары шәшке, һыуһар, йылға ҡондоҙо, ҡурпынсыҡ, дала ҡарағошо, бөркөттәрҙе тик бында ғына осратырға мөмкин. “Ҡыҙыл китап”ҡа ингәндәрҙән мөншөгөр (выпь), күл буғаһы, өкө (ябалаҡ), осар тейен, бағыр, бәрҙе, ҡыҙыл балыҡты атап китергә була. Ҡурсаулыҡта 74 төрлө һирәк осрай торған үҫемлектәр, 40 төрлө һөтимәрҙәр, 101 төр ҡош һәм 130 төрлө күбәләктәр бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән көҙ үк урмандарҙа ебәк күбәләгенең сығанағы булыуы тураһында хәбәр ителһә лә уны юҡ итеү буйынса сара күрелмәй. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй, тотош урмандар япраҡһыҙ тороп ҡала. Шуныһы ҡыҙғаныс: ҡарышлауыҡтарҙы эшкәртеүгә етәрлек күләмдә аҡса бүленмәгән, шуға күрә уларҙың ни бары 10 проценты ғына эшкәртелгән. Тимәк, киләһе йылда ла ағастар йәнә “япраҡһыҙ” тороп ҡалмаҫ тимә.
Ҡороғорвирус та сигенергә уйламай
Һуңғы осорҙа күпселек халыҡ мәкерле сиргә ҡарата бер аҙ битарафлыҡ күрһәтһә лә, ул сигенергә ашыҡмай әле. Табип һәм белгестәрҙең вирус эҫе көндә юҡҡа сығасаҡ тигәндәре лә дөрөҫ булманы шикелле. Урамда 38 градус эҫелек хакимлыҡ иткәндә лә, республикала ҡороғорвирус менән сирләүселәр һаны туҡтамай, киреһенсә арта бара. Һаман булһа пандемияға ҡаршы сикләүҙәрҙең дауам ителеүе, һаҡланыу сараларының ҡулланылыуы, балалар өсөн йәйге лагерҙарҙың асылмауы, сит илдәр менән бәйләнештең булмауы, атап әйткәндә һауа юлдарының ябыҡ булыуы сирҙең тиҙ арала тамамланмауына ишара. Хатта уның икенсе тулҡыны булыуы хаҡында ла киҫәтә табиптар. Хәйер, был хаҡта киләһе яҙмаларҙың береһендә фекер алышырбыҙ.
Һуңғы һүҙ урынына
Нисек кенә ауыр булмаһын, халҡыбыҙ донъя көтөргә, балалар үҫтерергә, йәшәргә тырыша.
Ҡоролоҡ, ҡорт һәм ҡороғорвирусҡа ҡаршы ҡаймағын ҡоротона, ҡатығына ҡушып, ҡоролоҡҡа ҡарамай, ҡарағатын ҡарайтып, унан ҡайнатма, ҡаҡ эшләп, еләген киптереп, мәтрүшкә, туҡранбашын йыйып, ҡымыҙын эсеп бер ниндәй сиргә бирешмәй әлегә. Иң мөһиме—баҫыр ере, эшләр эше, ашар ашы булһын...
Кәримә Усманова.

Фото: интернеттан