Ниһайәт, балаларҙың көтөп алған йәйге каникулы башланды. Коронавирус инфекцияһынан йәшенеп өйҙә ултырыуҙан арыған балалар парк-скверҙар, уйын майҙансыҡтары асылыу менән, ояһынан яңы сыҡҡан ҡошсоҡтарҙай, сыр-сыу килеп уйнарға ашыҡты. Ҡыҙ-улыңдың һау-сәләмәт булыуы, рәхәтләнеп уйнауы ҡыуаныс, әлбиттә. Әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен оноторға ярамай.
Статистиканан күренеүенсә, йәйге каникул осоронда балалар ҡатнашлығында бәхетһеҙ осраҡтар йышыраҡ теркәлә. Юлда, һыу буйында, уйын майҙансыҡтарында көтөлмәгән ваҡиғалар килеп сығыуы ихтимал. Интернет селтәренән республиканың әле бер, әле икенсе төбәгендә асыҡ тәҙрәнән ҡолап төшөүсе, йә тыйылған урында һыуҙа батыусы, йә шырпы менән шаярып ут сығарыусы, велосипедта йөрөгәндә юл ҡағиҙәһен үтәмәү арҡаһында машина аҫтында ҡалыусылар тураһында хәбәрҙәр ишетелеп тора.
Республикала балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе маҡсатлы федераль программалар эшләп килә. Мәҫәлән, балалар майҙансыҡтары тимер ҡоймалар менән уратыла, велосипедта йөрөү өсөн махсус юлдар барлыҡҡа килә, янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү приборҙары ҡуйыла башланы. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа тап ошо ысулдар балаларҙы фажиғәләрҙән һаҡлап ҡала алды.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Сибай ҡалаһы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, быйыл асыҡ ҡалдырылған тәҙрәнән ҡолаусылар, һыуҙа батыусылар әлегә теркәлмәгән. “Әлегә” тибеҙ, сөнки йәй миҙгеле башланып ҡына тора. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: кескәй балалар өйҙә булғанда тәҙрәләрҙе асыҡ тоторға, уларҙы яңғыҙҙарын ҡалдырып сығырға ярамай. Бәләкәстәр тәҙрәнән тышты күҙәтергә ярата, шунлыҡтан алдатҡыс селтәргә таянып ҡолап төшөүселәр бихисап. Бындай фажиғә өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй шул.
Көндәр йылытыу менән тағы ла бер хәүеф тыуҙырған урындарҙың береһе—йылға йә күл ярҙары. Һыу инеү алдынан уның температураһын, ағымын, һыу ятҡылыҡтарының характерын иҫәпкә алыуҙы оноторға ярамай. Балалар мотлаҡ өлкәндәр ҡарауы аҫтында булырға тейеш. Һыу буйының таҙалығын, ҡотҡарыусылар өсөн йыһазландырылған урындың булыуын иҫәпкә алығыҙ.
Юлдар ҙа һаҡлыҡ талап итә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙ-леге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йыл республикала балалар ҡатнашлығында 209 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, аварияларҙа 9 бала һәләк булған.
—Сибай ҡалаһы юл-хәрәкәт хәүефһеҙлеге инспекцияһы бүлегендә юлда балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса етди эш алып барыла. Быйыл юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙы профилактикалау маҡсатында мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре менән осрашыуҙар уҙғарылды. Бында беҙҙең хеҙмәткәрҙәр төрлө уйындар, конкурстар ойоштороп, балаларға юл ҡағиҙәләрен төшөнөргә ярҙам итте. Бынан тыш «Иғтибар—балалар!», «Хәүефһеҙ тәгәрмәс», «Балалыҡтың хәүефһеҙ юлы» КВН-ы уҙғарыла. Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһында велосипедта йөрөүселәр һәм йәйәүлеләр өсөн юл шарттары булдырыла: ҡала халҡы һорауы буйынса, күп урындарҙа юл аша сығыу өсөн яңы йәйәүлеләр юлы барлыҡҡа килде, парктарҙа велосипед юлдары тергеҙелде.
Тағы ла иғтибарҙы йәлеп иткән проблема ул—автомобилдәрҙә балаларҙы йөрөтөү шарттарын боҙоу. Был өлкәлә лә йәмәғәт менән бик күп аңлатыу эштәре алып барыла. Ата-әсәләрҙең үҙ балаларын хәүеф аҫтына ҡуйып, махсус креслоларҙа йөрөтмәүе махсус рейдтарҙа йыш теркәлә. Юлда төрлө хәлдәр булыуын оноторға ярамай. Һеҙ тыныс һәм яҡшы йөрөгән хәлдә лә ҡапыл ҡаршыға килеп сыҡҡан машиналар менән бәрелеш булыуы ихтимал. Нәҡ ошондай мәлдәрҙә махсус креслоһыҙ йөрөгән балаларҙың ғүмерҙәре өҙөлә.
Ниндәй генә шарттар булдырылыуға ҡарамаҫтан, юл ҡағиҙәләрен боҙоусылар һаман да осрап тора. Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар аңлатыу эштәре алып барырға, уҡыусылар үҙҙәре лә юлда хәрәкәт итеү ҡағиҙәләрен белергә тейеш,—ти хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен пропагандалау инспекторы, полиция өлкән лейтенанты М.И.Үзбәков.
Илебеҙҙең киләсәге булған балаларҙы үҙ миҫалыбыҙҙа, үҙ өлгөбөҙҙә тәрбиәләйек! Мәңге ҡабатланмаҫ мөғжизәле баласаҡ мәле тик шатлыҡлы ваҡиғаларға, бәхеткә һәм шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына үрелеп үтһен!