2020 йыл республикабыҙҙа Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Быны нисек ҡабул итте милләттәштәребеҙ, махсус йыл тарафынан нимәләр эшләнә йә иһә нимәгә иғтибар бирелмәй, ғаиләлә башҡортса аралашалармы? Ошо һорауҙарға аныҡлыҡ индереү йәһәтенән гәзит уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.
Юнир Һағынбаев, йырсы, ҡурайсы:
—Башҡорт теле йылы иғлан ителеүенә шатмын. Башҡортостанда төп халыҡ теленә иғтибар булырға тейештер һәм уның, ысынлап та, модала булыуы мөһим. Телде өйрәтеү, һаҡлау өсөн эште балалар баҡсаһынан, мәктәптән башлау дөрөҫ булыр. Иҫтәлекле бүләктәр булдырып, ҡыҙыҡлы конкурстар, саралар үткәреп, йәш быуынды йәлеп итергә кәрәк. Туған телгә һөйөү бәләкәй саҡта бирелмәһә, аҙаҡ рух уятыу ауыр буласаҡ, бәлки, мөмкин дә булмаҫ.
Сибай, Баймаҡ тарафтарында милләттәштәребеҙ күпләп йәшәй. Шуға тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һәйбәт белгән инәй-олатайҙарға өмөт бағалайбыҙ. Улар ейән-ейәнсәрҙәре менән ныҡыраҡ шөғөлләнһен ине. Үҙҙәре «внугым, внучкам» тип һәйләшә күрмәһен. Беҙ ғаиләбеҙ менән Өфөлә йәшәһәк тә, үҙем дә, кәләшем дә Баймаҡ районынанбыҙ. Шуға өйҙә тик башҡортса—баймаҡтарса һөйләшәбеҙ һәм
улдарыбыҙҙың үҙ телен белеүенә, башҡорт балалар баҡсаһына йөрөүенә шатбыҙ!