Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
11 Июнь 2020, 20:10

БАЛАЛАРЫБЫҘ БАШҠОРТСА БЕЛҺЕН!

Нәйлә Иҫәнғолова, тәрбиәсе: Беҙҙең ғаиләлә башҡортса һөйләшеү—принцип. Шөкөр, балаларым үҙ телдәрен белә. Берәй ергә барһаң, балаларыма аптырап ҡарайҙар ҙа: «Ҡалай башҡортса матур һөйләшәләр»,—тиҙәр. Әйтерһең дә, сит ил йә иһә сит планета кешеһен күргәндәр. Республикабыҙҙа башҡорт телен белеү яп-ябай, ғәҙәти күренеш булырға тейеш!

2020 йыл республикабыҙҙа Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Быны нисек ҡабул итте милләттәштәребеҙ, махсус йыл тарафынан нимәләр эшләнә йә иһә нимәгә иғтибар бирелмәй, ғаиләлә башҡортса аралашалармы? Ошо һорауҙарға аныҡлыҡ индереү йәһәтенән гәзит уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.
Нәйлә Иҫәнғолова, тәрбиәсе:
—Башҡорт теле йылы иғлан ителгәс, шул тиклем шатланғайным. Әммә йыл уртаһына еттек, һаман масштаблы, иҫтә ҡалырлыҡ бер нәмә лә үткәрелмәне. Башҡорт теле һаҡланһын, үҫһен өсөн уны популярлаштырырға кәрәк, иғтибарҙы арттырыу зарур. Алтаҡталар башҡортса булһын, кәңәшмәләр башҡортса үтһен, етәкселәр башҡортса ҡотларға, сығыш яһарға тейештер. Берәй учреждение бәләкәй йыйынтыҡ сығарһа ла уны башҡортса сығарһа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өҫтәлмә түңәрәк (түләүле булһа ла) ойошторһа, тел дәресе киреһенсә арттырылһа шәп булыр ине лә бит... Башҡортса китаптар күбәйергә тейеш ине, мәҫәлән, фольклор китаптарын яңынан сығарырға мөмкин. Миңә, тәрбиәсе булараҡ, китап табыуы ауыр. Өфөгә барған һайын «Китап» нәшриәтенә инеп сығам, китаптар алам.
Һәр кем ғаиләһендә башҡортса ғына һөйләшеп ҡалмаһын, йолаларҙы, фольклорҙы өйрәнһен ине. Беҙҙең ғаиләлә башҡортса һөйләшеү—принцип. Шөкөр, балаларым үҙ телдәрен белә. Берәй ергә барһаң, балаларыма аптырап ҡарайҙар ҙа: «Ҡалай башҡортса матур һөйләшәләр»,—тиҙәр. Әйтерһең дә, сит ил йә иһә сит планета кешеһен күргәндәр. Республикабыҙҙа башҡорт телен белеү яп-ябай, ғәҙәти күренеш булырға тейеш!
Читайте нас: