Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
14 Апрель 2020, 12:50

ЭШҺЕҘҘӘР КҮП, ЭШСЕ ЮҠ

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП... ХАЛЫҠ ФЕКЕРЕН ТӘҠДИМ ИТӘБЕҘХәҙер бит һәр кем әҙ генә насар уҡыған балаһын: "Нимә көтөүсе булырға уйлайһыңмы? Иҙән йыуғың киләме?", -- ти ҙә әрләй. Эштең ояты юҡ, иң мөһиме балаң хеҙмәт һөйөп үҫһен, тик ятмаһын тип үҫтерергә кәрәк. Ә бына эшләмәй ятыу--оят. Әллә ниндәй заман килде. Туп типкәндәргә миллионлап түләйҙәр, иген үҫтереүсегә--тин.

Гөлшат Йосопова, мәғариф ветераны, ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы. Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылынан.
--Элек көтөү мәсьәләһе хәҙерге кеүек киҫкен торманы. Яҙ етә башлаһа, көтөүсе булырға теләктәре булғандар ауыл советына ғариза яҙа торғайны. Шулар араһынан ауыл халҡы лайыҡлыларын һайлап ала ине. Көтөүселәр үҙ эштәрен намыҫ менән башҡарҙы. Халыҡ та малдың аҙып-туҙып йөрөүенә юл ҡуйманы. Быға колхоздар булыуы ла йоғонто яһағандыр инде. Көтөү сыҡҡан көн үҙе бер байрам була торғайны. Йола буйынса көтөүсегә күстәнәстәр (күбеһенсә йомортҡа) алып сығалар. Халыҡта мал әҙ булды, аҡсаһын ваҡытында түләнеләр. Килешеүҙә булһа, көҙ көнө иген, йә картуф бирҙеләр. Заманалар үҙгәреп, халыҡ эшһеҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалғас, күпләп мал тота башланылар. Яҡын тирәлә баҫыуҙар эшкәртелмәне. Шуға күрә лә ҡарауһыҙ йөрөүсе мал күбәйҙе, ә көтөүҙә мал һаны кәмене. Әлбиттә, әҙ генә малды көнө буйы кем ыҙалап көтөп йөрөһөн инде, хаҡын да түләмәй башланылар. Шуның арҡаһында хәҙер бөтөнләй көтөүселәрһеҙ тороп ҡалдыҡ. Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡы көтөүҙе сиратлап көтә, уныһында ла яҙа-йоҙа көтөп, сиратын үткәрә инде. Көтөүсе көткәнгә етмәй. Көтөү көтөүҙең дә үҙ нескәлектәре бар бит.
Председатель, бригадирҙар булмағас, ауыл етемһерәп ҡалды. Ауылға абруйлы, шул уҡ ваҡытта ҡаты ҡуллы, халыҡты тыңлата алғандай староста кәрәк. Ауыл биләмәһе башлығы ана шул старосталар, ауыл депутаттары менән берлектә ауыл проблемаларын хәл итә алыр ине тип уйлайым. Беренсенән, намыҫлы көтөүсе кәрәк. Икенсенән, лайыҡлы эш хаҡы. Өсөнсөнән, элекке кеүек көтөүселәрҙе биржаға ҡуйыу.
Буранбай Илбәков, Хәйбулла районы Аҡъюл ауылы биләмәһе башлығы.
--Беҙҙең биләмәгә дүрт ауыл ҡарай. Һәр йортта тиерлек шәхси хужалыҡ. Һәммәһе 1100 тирәһе эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә, унан тыш ваҡ мал, йылҡы бар. Халыҡ үҙ малын сиратлап көтә, олораҡтары кеше яллай. Йылҡы менән проблема бар, әлбиттә. Ҡарауһыҙ аттар кешенең сабынлығын тапай. Административ яуаплылыҡҡа тарттырылғандары ла булды.
Ләйсән Дәүләткилдина, Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы.
--Мин иҫ белгәндән беҙҙә көтөү булғаны юҡ ул. Малыбыҙ Хоҙай һәм айыу ҡулында, тиһәм дә яңылышмаҫмын. Беҙҙә бит урман. Мал урманға инеп китә лә, кис ҡайта. Күрше ауылдарҙа сиратлап, мал башына ҡарап көтәләр. Беҙҙә һарыҡты ғына алмашлап көтөү бар. Беҙҙең округта сират айына бер тапҡыр тап килә.
Фәиз Шәмсетдинов, пенсионер.
--Элек көтөүсе табыу проблема булыр тип һис уйламай инем. Ауылдарҙа эшһеҙ кеше булманы. Хәҙер урамда кеше эт һуғарып йөрөһә йөрөй, әммә эшләмәй. Кеше шул тиклем ялҡауландымы, әллә хеҙмәт кешеһенең абруйы төштөмө? Аңламайым. Хәҙер бит һәр кем әҙ генә насар уҡыған балаһын: "Нимә көтөүсе булырға уйлайһыңмы? Иҙән йыуғың киләме?", -- ти ҙә әрләй. Эштең ояты юҡ, иң мөһиме балаң хеҙмәт һөйөп үҫһен, тик ятмаһын тип үҫтерергә кәрәк. Ә бына эшләмәй ятыу--оят. Әллә ниндәй заман килде. Туп типкәндәргә миллионлап түләйҙәр, иген үҫтереүсегә--тин. Хеҙмәт абруйын арттырырға, лайыҡлы эш хаҡы түләргә кәрәк. Ә әлегә саҡ-саҡ, инәлеп тигәндәй көтөүсе табабыҙ, тик ҡайһы берәүҙәр түләмәй йонсота. Көтөүсе эше еңел түгел, уның эшенә тейешле баһа һәм хаҡ бирә белергә кәрәк. Малыбыҙ имен йөрөһә үҙебеҙгә лә яҡшы бит. Ә ваҡ малды сиратлап көтәбеҙ. Оло булһам да, сиратымды намыҫлы үткәрәм. Ҡайһы бер йәштәр арлы-бирле көтә лә ҡыуалап алып ҡайтыу яғын ҡарай.