Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
25 Март 2020, 10:00

Аҡман-тоҡман алты көн

Аҡман-тоҡман үтмәйенсә, яҙ үҙ көсөнә инмәүен халыҡ күптән һынаған. “Аҡман-тоҡман алты көн—алтыһы ла ҡаты көн”, тигәндәй, һуңғы арала, ысынлап та, һауа торошо тотороҡло түгел. Ҡар иреп бөткән ерҙән ҡыш кире үҙ көсөнә инде. Төндә туңдыра ла, көндөҙ яйлап иретә. Тап ошо арала ҡала урамдарында күп ҡатлы йорттар янынан үтеү хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә, Сибай ҡалаһының “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” идарасы компанияһы ҡалалаштарҙы иғтибарлы булырға саҡыра.

-- “Йәшәү өсөн уңайлы шарттар” милли проектына ярашлы, миҙгел шарттарын көсөргәнешһеҙ үткәреп ебәрергә әҙербеҙ. Шулай ҙа ҡалалаштарға әйтер һүҙебеҙ бар: көндөҙ иретә, ҡыйыҡтан ҡар ишелеп төшөүе ихтимал булған урындарҙы—тротуар, юлдарҙан үткәндә бик һаҡ йөрөгөҙ, балаларға күп ҡатлы йорттар янында уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Автомобилдәрегеҙҙе бина стенаһына яҡын ҡалдырмағыҙ. Йорттар ҡыйығында ҡар өйөмө, осло боҙбармаҡтар, боҙ ҡатып тороуын күреү менән идарасы компанияға йәки үҙегеҙҙең торлаҡты эксплуатациялау участкаһына мөрәжәғәт итегеҙ,--ти идарасы компания етәкселеге.
#нацпроекты#миллипроекттар