Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
22 Март 2020, 11:30

Ҡурҡыуға бирелмәйек!

Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһында ла был эпидемияға ҡаршы комиссия эш башланы. Бында коронавирус киҙеүе асыҡланған осраҡта эшләйәсәк табиптар һәм лаборанттар, уларҙың ярҙамсыларынан торған штаб булдырылды.

Интернет селтәрҙәрендә коронавирус инфекцияһының Рәсәйҙә ныҡлап таралыуы, зыян күреүселәрҙең күбәйеүе хаҡында хәбәрҙәр тарала. Ҡайһылары ысынбарлыҡҡа тап килеп тә бөтмәй. Утһыҙ төтөн булмай тигәндәй, һәр кемдең был хәлгә үҙ фекере. Кемдер быны сит илдәр сәйәсәтенә бәйләй, кемдер халыҡ аңын боҙоп, маңҡортҡа әйләндереү ысулылыр тип баш вата. Ҡурҡыуға бирелмәйбеҙ тиһәләр ҙә, ипләп кенә магазиндарҙан ҙур күләмдә аҙыҡ-түлек запасы һатып алыусылар ҙа бар икән. Күрәһең, кемдер форсаттан файҙаланып ҡалырға тырышып, утҡа утын өҫтәп, ығы-зығы ҡуптарып, үҙ кәсебенән күберәк килем алып ҡалырға тырыша. Ә инде, ысынлап та, ҡалабыҙға был ҡурҡыныс афәте аяҡ баҫһа нишләрбеҙ?
Бөгөн Рәсәйҙә 100-ҙән ашыу кешенең яңы вирус менән сирләүе билдәле. Башҡортостанда әлегә коронавирусҡа юлығыусылар теркәлмәгән. Шулай ҙа уны кисектереү маҡсатында төрлө мәҙәни саралар, конкурстар һәм ярыштар ваҡытлыса туҡтатылды, ҡайһы бер уҡыу йорттары дистанцион уҡыуға күсте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе менән Һаулыҡ һаҡ-
лау министрлығы, Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығы, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, Өфө дауаханалары етәкселәре брифинг үткәрҙе. Осра-шыуҙа етәкселәр халыҡты интернет селтәрҙәрендә сыҡҡан хәбәрҙәрҙең барыһына ла ышанмауҙарын, тик рәсми мәғлүмәттәргә генә таянып эш итеүҙәрен һораны.
Роспотребнадзор етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Александр Жеребцов әйтеүенсә, әлеге көндә табиптар күҙәтеүе аҫтында сит илдән ҡайтҡан өс йөҙләгән кеше иҫәптә тора. Уларҙың барыһы ла башҡа кешеләр менән аралашмайынса, ике аҙна буйы өйҙә булырға тейеш. Өфө аэропортында авиапассажирҙарҙы ҡаршылағанда көсәйтелгән контроль булдырылған. Төрлө илдәрҙән килеүсе туристарҙың һәр береһенә ҡаты медицина тикшереүе уҙғарыла.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, Дәүләт дарыуханаларында ай ярымға етерлек вирусҡа ҡаршы препараттар һәм битлектәр тупланған. Республикала сир йоҡторған кешеләр өсөн 1357 урын әҙерләнгән, 615-е ике махсуслаштырылған дауаханала булһа, 742-һе–республика райондары дауаханаларында.
Был көнүҙәк мәсьәлә Урал аръяғында нисегерәк хәл ителә, урындағы халыҡты коронавирус инфекцияһынан һаҡлау йәһәтенән ниндәйерәк эштәр башҡарылыуы тураһында Башҡортостан Республикаһы Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығының Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура райондары буйынса территориаль бүлеге белгестәренә мөрәжәғәт иттек.
—Сибай ҡалаһында һәм Урал аръяғы райондарында коронавирус инфекцияһы менән ауырыусылар юҡ. Был афәтте булдырмау өсөн бар эштәр ҙә эшләнелә. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе ҡушыуы буйынса Федерация Дәүләт санитар табибының “Коронавирус инфекцияһын кисектереү саралары” Ҡарары үҙ көсөнә инде. Шуға күрә беҙҙең идаралыҡ эпидемиологик хәлде, медицина ойошмаларының инфекция таралған илдәрҙән килеүселәрҙе ҡабул итеүгә һәм ауырыу барлығын асыҡлау өсөн лаборатор тикшеренеүен уҙғарыу, сир иҫбатлаған осраҡта, уны дауалау алгоритмына әҙерлектәрен ҡарай. Проблемалар, һорауҙар килеп тыуған осраҡта, тиҙ арала хәл итергә тырышабыҙ. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: 60 йәштән өлкәндәр, үпкә сире, йөрәк ауырыуҙары, эндокрин системалары ҡаҡшағандар был сиргә тиҙ бирешә, тимәк, үҙҙәрен һаҡлау сараларын күрергә тейеш. Һаҡланыу саралары бик ябай: бысраҡ ҡул менән биткә, яңаҡҡа, танауға ҡағылмаҫҡа, ғөмүмән, ҡулдарҙы кер һабыны менән йыш йыуып торорға кәңәш ителә. Йәшәгән урынды, шулай уҡ эш урынындағы бүлмәләрҙе елләтеү, иҙәнде, ишек тотҡаларын махсус йыуыу әйберҙәре менән йыуып тороу зарур, дөйөм һауыттан аҙыҡ ашау ҙа тыйыла. Таҙа урындарҙа инфекция таралыуы икеле. Махсус битлектәр кейеү ҙә киҙеү йоҡтороуҙан һаҡлай,—тине идаралыҡ белгесе Р. Ә. Нәбиуллина.
Эксперт белдереүенсә, ауырыуҙың таралыуын кисектереү маҡсатында ха-
лыҡ күпләп йыйылған урындарҙа йөрөмәү хәйерле. Шуға күрә күп саралар видеоформатта уҙғарыуға күсәсәк. Ә ойошмаларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең тән тем-
ператураһын даими тикшереү талап ителә. Температура юғары булған осраҡта табип саҡыртыла һәм ауырыу медицина бүлегенә оҙатыла. Инфекция таралған илдәрҙән ҡайтыусыларға медицина ойошмаһына бармайынса 14 көнгә ваҡытлыса ял алыу мөмкинлеге бар.
—Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһында ла был эпидемияға ҡаршы комиссия эш башланы. Бында коронавирус киҙеүе асыҡланған осраҡта эшләйәсәк табиптар һәм лаборанттар, уларҙың ярҙамсыларынан торған штаб булдырылды. Бөгөнгө көндә 20 урынлыҡ изоляция палаталары, анализдарҙы алыу һәм тикшереү өсөн бактериологик лаборатория тулыһынса әҙер.
Шулай уҡ ауырыуҙар менән эшләү өсөн махсус кейемдәр ҙә бар, дарыуҙар, медицина препарттары ла етерлек. Был афәт була ҡалһа, оператив рәүештә дауаханаларҙа мәғлүмәт алыу урындары булдырыласаҡ. Ҡала дарыуханаларына махсус битлектәр етерлек,—тине ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Г.Р. Һөйөндөкова.
Беҙҙең төбәккә был вирус килеп етмәҫенә өмөтләнеп, һаҡланыу сараларын күреп, ҡурҡыуға бирелмәй генә йәшәйек, йәмәғәт.