“Яңы ғына алған кеҫә телефоны боҙолдо ла ҡуйҙы, бер нисә тапҡыр һатыусынан алмаштырыуҙарын һораным, үҙегеҙ боҙғанһығыҙ тиҙәр,”—тип һуҡранған өлкән йәштәге ҡатын, ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығына барып ғариза яҙығыҙ, тигәнде лә тыңламай китеп барҙы. Халыҡтың үҙ хоҡуҡтарын белеп етмәүеме, әллә Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итергә ҡыймауымы—аңлашылмай, әммә “боҙоҡ телефон” менән ултырып ҡалыусылар аҙ түгел.
Баҙар мөнәсәбәте һәр ваҡыт дәүләт тарафынан контроль талап итә. Шуға ла һатып алыусылар үҙ хоҡуғын һәм ғәҙеллек нормаларын белергә тейеш. Был йәһәттән, Башҡортостан Республикаһы Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығының Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары буйынса территориаль бүлеге бик етди эш алып бара. Мәҫәлән, уҙған йыл халыҡ хоҡуғын яҡлау маҡсатында төбәктең 47 ойошмаһында тикшереү уҙғарылған, бында юридик һәм шәхси ойошмаларҙың етешһеҙлектәрен бөтөрөүгә, тиҙ арала ҡулланыусыларҙың талаптарын үтәүгә бәйле 36 иҫкәрмә бирелгән. Суд ҡарары буйынса йәмғеһе 99100 һумлыҡ мөлкәт ҡайтарып бирелгән.
Һатып алыусы ниндәйҙер тауар менән ҡыҙыҡһына икән һатыусынан уның сифаты, ҡасан һәм ҡайҙа етештерелеүе, тикшереү уҙыу-уҙмауы тураһында мәғлүмәт алыуға хоҡуҡлы. Ә алынған тауар тиҙ арала боҙолһа, үҙ талаптарына яуап бирмәһә, ҡулланыусы уны киренән ҡайтара ала. Был турала дәғүә яҙып һатыусыға мөрәжәғәт итергә тейеш. Һатыусы ҡабул итмәй икән, ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте ярҙамға киләсәк. 2019 йылда Федераль Дәүләт күҙәтеүе пландан тыш алты тапҡыр тикшереү уҙғарғандан һуң, ысынлап та, хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлгән ойошмаларға административ штраф һалынған.
Уҙған йыл Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәре 349 ҡулланыусыны ҡабул иткән. Уларҙың 189 ғариза менән мөрәжәғәт итһә, 160-ы консультация алған. Шулай уҡ “Ҡыҙыу телефон” буйынса 35 кешегә кәңәш бирелгән.
—Беҙгә күбеһенсә берәмләп һатыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәте, страховкалау, банк эшмәкәрле буйынса һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Санитар–эпидемиолог тикшеренеүен уҙғарыуҙы һораусылар ҙа бар. Һәр кемдең мөрәжәғәтен иғтибар менән тыңлайбыҙ. Тикшереү уҙғарып, улар буйынса хоҡуҡ боҙоу асыҡланһа, әлбиттә, ҡулланыусы хоҡуғын яҡлап сығабыҙ. Шуға күрә, Башҡортостан Республикаһы Ҡулланыусы хоҡуғын яҡлау идаралығының Сибай ҡалаһы территориаль бүлегенә мөрәжәғәт итергә тартынмаһындар, үҙ хоҡуҡтарын тулыһынса ҡуллана белһендәр ине. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡушыуы бу-
йынса ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһен киңәйтеү маҡсатында интернет селтәрендә мәғлүмәт ресурсы ла булдырылды. Порталдағы бар мәғлүмәт ҡулланыусылар өсөн асыҡ, ғариза һәм дәғүә яҙыу өлгөләре бирелеүе менән дә уңайлы”,—тине Башҡортостан Республикаһы Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығының Сибай ҡалаһы территориаль бүлеге хеҙмәткәре Айгөл Хәмитова.
Бөгөнгө баҙар мөнәсәбәтендә үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы белеү мөһим. Был көндәлек ҡулланыуҙа булған әйберҙәрҙең сифатлыһын һәм уңайлыһын һайлап алырға ярҙам итер.