Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
11 Март 2020, 19:15

Эшкә урынлашам тип...

Эш хаҡы күләмле генә, ни тиклем кешене үҙебеҙгә ылыҡтыра алабыҙ, шул тиклем түләнәсәк икән. Ә фатирҙарын, булған мөлкәтен был ойошмаға күсерһәләр, эштә үрләтеү ҙә ҡаралған.

Кәйефһеҙ генә урамдан китеп барһам, яныма өлкән йәштәге ҡатын килде лә: “Хоҙай барлығына ышанаһығыҙмы”,- тип һораны. Ҡапыл ни әйтергә лә белмәй торғанымды күргәс: “Әйҙәгеҙ ситкәрәк барып һөйләшәйек”,- тип еңемдән тартты. “Нимә ҡыҙыҡһындыра? Минең ышаныу, ышанмауым һеҙгә нимәгә ул, әллә хоҙайға ялыу яҙаһығыҙмы? - тигән һорауыма, яуап бирә алмай аптырап торҙо ла, сумкаһынан сығарған китаптарын кире тултырып асыуланып атлап китте.
Хәтер һандығының ҡапҡаһы асылып киттеме ни, студент йылдары иҫкә төштө. Курсташ ҡыҙыҡай менән имтихан тапшырып һәлберәшеп ҡайтып барабыҙ. Төнө буйы әҙерләндек, йоҡламағас һөйләшке лә килмәй. Бер ваҡыт ҡаршыбыҙҙа бер апай пәйҙә булды: “Ҡыҙҙар эш эҙләмәйһегеҙме?”- тип һорай. Ә беҙгә ни, алда сираттағы каникул. Былай ҙа эшләп бер аҙ аҡса туплап алырға тип йөрөй инек. Ризалаштыҡ. Был апай иртәгәһе көнгә сәғәт унға саҡырып, адрес ҡалдырып китте. Юғалһаҡ шунан эҙләп алырһың, тип адресты курсташыбыҙға биреп, эшкә урынлашырға юлландыҡ. Бармай ҡалған курсташ ҡыҙыбыҙ көсләшеп документтарыбыҙҙы тартып алып ҡалды.
Ул тиклем дә алсаҡ кешеләр булыр икән, тип фатирҙың ишеге төбөндә әңгәмәгә үҙ сиратыбыҙҙы көтөп ултырабыҙ. Бындағы ҡатындар шул тиклем ихласлап һәйләшәләр, иғтибар менән тыңлайҙар. Беҙҙән алдараҡ килгән ике ҡыҙ ипләп кенә сығып китте, хәҙер беҙҙең сират. Иң алда фатир, атай-әсәй, машина барлығы тураһында һораштылар, документтарҙы алып килмәнек тигәс, эш асылын аңлата башланылар. Бының өсөн урамда ипләп кенә кешенең ышанысына инерлек итеп, әңгәмә ҡорорға, уларҙың торлағы, йыйылған аҡсаларына тиклем һорашып, адрестарын белешеп мәғлүмәт йыйырға кәрәк. Был ҡармаҡҡа күберәк өлкәндәр, ауырыуҙар, яңғыҙҙар, тормошта төрлө ауыр хәлгә тарыған кешеләр ҡаба икән. Эш бик сабырлыҡ талап итә, уның өсөн махсус таблеткалар эсеп тороға кәрәк (таблеткаларҙҙы үҙҙәре бирә). Эш хаҡы күләмле генә, ни тиклем кешене үҙебеҙгә ылыҡтыра алабыҙ, шул тиклем түләнәсәк икән. Ә фатирҙарын, булған мөлкәтен был ойошмаға күсерһәләр, эштә үрләтеү ҙә ҡаралған. Үрләтелгәндәр ошо ойошмаға мөрәжәғәт итеүселәргә “ярҙам” күрһәтеү менән шөғөлләнә.
Курсташым менә баш ҡағып ҡына ултырҙыҡ та, ҡайтыу яғына һыпырттыҡ. Бына һиңә мә! “Ойошманың исемен дә әлегә сер, аҙаҡ әйтербеҙ тинеләр, әллә секта булды инде?” - тип уйлап та өлгөрмәнек, шылтыратып эшкә сығырға өгөтләй башланылар. Һеҙҙең менән полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыҡһына, адресығыҙҙы уларға бирҙек, тигәс кенә шылтыратыуҙан туҡтанылар.
Был хәлдән шулай сыҡмаһаҡ, эш нимә менән тамамланыры билгеһеҙ, әлбиттә. Шуға күрә, студенттар, һаҡ булығыҙ! Хәҙерге тормош уяулыҡ талап итә.
Читайте нас: