Аллаһы Тәғәлә донъяны яралтҡанда һәр йән эйәһенә үҙ-ара аралашыу мөмкинлеге биргән, беҙ уны тормошта күреп беләбеҙ. Һәр төрлө хайуан-йәнлектең, ҡош-ҡорттоң, бөжәктәрҙең дә өнө—теле бар. Улар үҙ-ара ниҙер һөйләшә, аңлаша, үҙҙәренең ҡанундары буйынса кеше менән йәнәшә йәшәп киләләр.
Беҙҙең йортобоҙ тирәһе баҡсалыҡта бер-нисә йыл инде һандуғас оя ҡорған. Үткән йыл ике ояла бала сығарҙылар. Көҙ еткәс бер көн һары ғына һандуғас тәҙрәбеҙ төбөндәге сейәгә ҡунып ынтылып-ынтылып һайрай, беҙгә ниҙер һөйләгәндәй була. Оҙаҡ ҡына һайраны ул тәҙрәгә ҡарап. Иртәгәһен ҡоштар күренмәне, оялары буш ине, осоп киткәндәр. Ул ҡошсоҡтоң беҙҙең менән хушлашыуын шунда ғына аңланыҡ. «Улар беҙҙең һандуғастар, тағы ла ҡайтырҙар,»—ти ирем. Шулай ғына булһын...
Хәтеремдә, әсәйем быҙау, йә кәзә бәрәсе ҡайтмаһа, уларҙың инәһен сығарып ебәрә. Оҙаҡ та үтмәй һыйыр ҙа, кәзә лә тауыш биреп (баҡырып) балаларын эйәртеп алып ҡайта ине. Ҡаҙҙарҙы ҡарап торһаң, бөтәһе лә бер төҫлө, себеше аҙашһа, ҡаңғылдашып табып алалар, сит себеште яҡын да ебәрмәйҙәр.
Хайуандар донъяһы үҙ ҡанундары буйынса меңәр йыл дауамында көн итә, тәбиғәт ғәжәп бер гармонияла йәшәй.
Кешелек донъяһына килгәндә, бер цивилизация икенсеһен алмаштырып, бер халыҡ урынына икенсеһе килеп, тормош үҙгәреш өҫтөндә—тарих шул турала һөйләй. Һәр этностың үҙ төйәге—тыуған ере, иле бар, миллиондарса халыҡ, милләт булып, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тотоп, туған телендә аралашып ғүмер итә. Милләттең төп тотҡаһы булып тел, рух һәм тыуған ер тора. Башҡорттар борондан Уралда йәшәй, үҙенең ерен яратыусы, илгә дошман килгәндә оҫта яугир ҙә , тоғро дуҫ та була белеүсе халыҡ.
Донъя бик тиҙ үҙгәрә. Ошо мәлдә—глобалләшеү шарттарында башҡорттарҙың мәҙәни үҙенсәлеген яҡлау, тарихыбыҙҙы, шәжәрәбеҙҙе өйрәнеү, халҡыбыҙҙы берләштереү, телебеҙҙе һаҡлау мөһим.
Рәсәйҙә, 2010 йылда үткәрелгән Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 180 милләт йәшәй, рустар—80%, башҡа халыҡтар—20% тирәһе тәшкил итә. Туғандаш татар халҡы 5,3 миллион иҫәпләнә, башҡорттар яҡынса 1,6 миллион (башҡа илдәрҙә йәшәгәндәре менән бергә 2 миллион тирәһе). Аҫаба халыҡтарҙың аҙ һанлыларына юғалыу янай. ЮНЕСКО билдәләүенсә, әгәр туған телдә халыҡ һөйләшмәһә, көнкүрештә тел ҡулланылмаһа, был этнос юғалыуға дусар ителә. Тел юғалһа, халыҡ та бөтә, милләтте кире тергеҙеп булмай. Миҫал өсөн, үткән егерменсе быуатта ҡамасиндар, алюторҙар, убыхтар юҡҡа сыҡҡан халыҡтар иҫәбендә.
Тел халыҡ дөйөм бергә йәшәгән территорияла, көндәлек ҡулланыуҙа булған мөхиттә генә һаҡлана ала. Тимәк, туған телебеҙҙә уҡыһаҡ, һөйләшһәк, уны һаҡлай алабыҙ, йәштәргә лә өйрәтергә тейешбеҙ.
Халҡыбыҙҙың һан яғынан кәмей барыуы—күптәрҙе борсоған мәсьәлә. Тормошта тел башҡа халыҡтарҙың телдәре менән аралашҡанда йотола, ассимилляцияға бирелә. Бигерәк тә, совет осоронда башҡорт мәктәптә-рен бөтөрөү, руслаштырыу, башҡорт теле «кәрәкмәй» иҫәбендә һаналғанда, «яңыса тормош төҙөргә» йүнәлеш алған дәүерҙән юҡҡа сыға башланы. Быны тарихи Башҡортостанда: Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Пермь өлкәләрендә һәм башҡа тарафтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ миҫалында күрәбеҙ. Улар туған телен юғалта бара, йәш быуын бөтөнләй белмәй тиерлек, мәктәптәрҙә лә башҡорт телендә уҡытылмай.
Үткән быуат аҙағында илебеҙҙә барған үҙгәрештәр телебеҙгә лә ныҡ йоғонто яһаны. Рухи ҡиммәтәрҙе онотоп, тормоштоң матди етешлеген генә ҡайғыртҡан маңҡорттар күбәйҙе. Ауылдарҙан ҡалаға күсеп килгән йәштәр араһында ла үҙ теленә, тамырҙарына ҡарата битарафлыҡ көсәйҙе. Төрлө учреждениеларҙа, магазин, дарыухана, транспорт, урамдарҙа беҙҙең халыҡ туған телендә аралашмай. Хатта туғандар араһында ла шул күҙәтелә.
—Ниңә үҙебеҙҙең телебеҙҙә һөйләшмәйһегеҙ? Икенсе милләт кешеләренең үҙ-ара башҡортса һөйләшеп торғанын күргәнегеҙ бармы?—тип һорайым уларҙан.
—Әлләсе, беҙ шулай өйрәнгәнбеҙ,—тиҙәр.
Башҡортлоғоң телеңдә күренә, тәбиғәттән бирел-гән телебеҙ бар, берәү ҙә беҙгә туған телдә уҡыуҙы, һөйләшеүҙе тыймай бит.
Туған телдәрҙе өйрәнеү, үҫтереү Хөкүмәт етәкселегенең иғтибар үҙәгендә.
«Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы Закондың 14-се, «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында»ғы Закондың 6-сы статьяларына ярашлы балалар туған телдә уҡый һәм уны предмет була-
раҡ өйрәнә ала.
Ата-әсәләрҙе күберәк рус телендә белем алыу ҡыҙыҡһындыра. Берҙәм дәүләт имтиханының рус телендә бирелеүе, юғары уҡыу йорттарында уҡытыуҙың ошо телдә ойошторолоуы ата-әсәләр араһында «бала рус телен яҡшы белмәһә, ҙур уңышҡа өлгәшә алмай» тигән фекер тыуҙырған. Атай-әсәйҙәр баланың киләсәк тормошонда туған телдең әһәмиәте тураһында бөтөнләй ишетергә лә теләмәй. Был хәл мәктәптәрҙә туған телдә уҡытыу тураһында ҡултамғалар йыйғанда асыҡ күренә. Башҡорт телен уҡытыуға бүленгән сәғәттәр һаны ла кәмене, аҙнаһына бер-ике сәғәттә балаға туған телде, әҙәбиәтте өйрәтеп буламы һуң. Был тәңгәлдә белем биреү учреждениеһы етәкселәренең роле ҙур, ул милләттең киләсәген ҡайғыртамы, әллә тик вазифа биләүсеме—ғәмәлдә айырма бар.
Бала күңелендә туған телгә һөйөү тойғоһо ғаиләлә тәрбиәләнә. Педагогтар әйтеүенсә, сабый тыуғанда ата-әсәһенең телендә һөйләшергә әҙер була, тик уға өйрәтергә кәрәк. Милли асылы уның генетикаһына һалынған була. Әсә теле сабыйҙың тыумыштан быуындан-быуынға күсеп килгән һәләттәрен асырға, талантын үҫтерегә булышлыҡ итә. Бала һәләтле булып тыуа икән, шуны үҫтерергә кәрәк. Ололар «ярамай, нельзя!» тип тыйып, баланы үҙ ҡалыптарына яраҡлаштырырға тырыша. Үҫмерҙе көсләп үҙе теләмәгән түңәрәктәргә йөрөткән ата-әсәләр ҙә бар.
Ауылда йәшәүсе таныш өләсәй ейәндәрен ҡарарға ярҙам итә, ул балаларға ватып-емереп русса ғына өндәшә. «Үҙем русса уҡыманым, әйҙә рус класында уҡыһындар, башҡорт теле нимәгә кәрәк» тигән фекерҙә ул.
Йәнәһе, кеше башҡортса уҡыһа, тормоштан артта ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындайҙар осрап тора. «Айыуҙан—айыу, бүренән бүре тыуа» тигән халыҡ мәҡәле бар. Беҙ оло быуын кешеләре күбебеҙ ауылда башҡорт мәктәбен тамамлағанбыҙ, тиҫтерҙәрем институт, училище тамамлап, табип, уҡытыусы, агроном, инженер һ.б булып төрлө тарафтарҙа эшләй.
Республикала билдәле яҙыусылар, журналистар, ғалимдар, композиторҙар, рәссамдар һ.б үҙ ваҡытында башҡорт телендә белем алғандар. Сит өлкәләрҙә башҡорт мәктәбендә уҡыған шәхестәр ҙә байтаҡ. Уларға юғары уңышҡа өлгәшергә туған телде белеү тик ярҙам иткән.
Ярты йыл элек Мәскәү телевидениеһы алты телдә һөйләшкән Максим Мухинды күрһәткәйне. Ул Өфөнән, әсәһе Рәйсә—башҡорт ҡыҙы. Малайҙың өләсәһе Сәриә Яруллина—башҡорт теле уҡытыусыһы, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән, олатаһы Ринат Афғанстанда хеҙмәт иткән, улар Ҡыйғы районында йәшәй. Рәйсә өс уҡыу йортон тамамлаған, бер-нисә телдә һөйләшә. Ире Артем Мухин башҡорт телен өйрәнгән. Әсәһе сабыйға баштан уҡ башҡортса, русса, инглизсә өндәшкән. Рәйсә телгә һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнә, башҡорт телен белеү башҡа телдәрҙе өйрәнеүгә ныҡ ярҙам итә, ти. Максим әле ҡытай телен, йәнһүрәттәрҙән динозаврҙар тормошон өйрәнә икән. («Башҡортостан» гәзите, 13 сентябрь 2019 й.)
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигән ололар. Халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешен сағылдырған тәрбиә ҡанундары бар. Элек аҡһаҡалдар йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең үтәлешен күҙ уңынан сығармаған. Атай- әсәйҙең абруйы ҙур булған. Йәштәр ололарҙы тыңлап үҫкән, уларҙың һүҙенән сыҡмаған. Уларҙы эйәле-башлы итеү—ололарҙың изге бурысы һаналған, ҡыҙ-ҙарҙы сит-ятҡа бирмәгәндәр, егеттәргә кәләште яттан алдырмағандар. Нәҫелде арттырырға тырышҡандар, әгәр ҙә бала тыумаһа, ир тағы бер ҡатын алған. Балалар үҫтереү иң изгенән һаналған. Етем ҡалған балаларҙы ситкә ебәрмәй, туғандары ҡарап үҫтергән. «Етем илаһа, ер илар», «етем өлөшөнә тейергә ярамай, ул ҙур гонаһ» тигәндәр. Балаларҙы йола буйынса тәрбиәләгәндәр, туған тел әсә һөтө менән бирелгән.
Беҙ ҙә бала саҡта әкиәт, ҡарһүҙ тыңлап, йомаҡ ҡойошоп, һәпәләк, йәшенмәк уйнап үҫтек. Инәйем (әсәйемдең апаһы) бәйет һамаҡлар, таҡмаҡ әйтер ине, һүҙҙәре мәғә-нәле, тура әйтмәй, кинәйә менән һөйләй торғайны. Ул дәүер кешеләре—сәсән, тапҡыр һүҙ оҫтаһы, бәйетсе, йырсы ла. Ауылдаштарымдың күңеле торған хазина булған, тел байлығын алдағы быуындарға еткереп, һаҡлап килгән-дәр. Мин шуны йәшәй тора ғына аңланым. Ғаиләләр ҙә ишле булды, 6-7 бала, ә беҙ—9 бала булдыҡ, етәүебеҙ ҙурайҙыҡ, бәләкәйҙән эшләп үҫтек, хеҙмәт яратырға өйрәндек.
Халыҡтың бөйөклөгө һаны менән түгел, ә башҡарған эштәре менән билдәләнә тиҙәр. «Мин—башҡорт» тип, ғорурланып ҡына йөрөү етмәй, һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Туған телдә яңы китаптар баҫылып тора, магазин кәштәләрендә тулып ята, тик уларҙы алып уҡыусылар һирәк. Башҡорт телендә күпме гәзит—журналдар сыға, уларҙы яҙҙырып алдырған кешеләр ҙә кәмене. Республикабыҙҙа төп гәзит һаналған, 100 йылдан ашыу тарихы булған «Башҡортостан»дың тиражы—6159 дана. Башҡалары тураһында әйтеп тормайым, гәзит уҡырлыҡ кешеләр аҙмы ни? Элек ауылдарҙа матбуғат баҫмаларын өй һайын алдыра торғайнылар. Мине атайым мәктәпкә барғансы уҡ «Совет Башҡортостаны» гәзитенән хәреф танырға өйрәтте, 4-се битендәге мәҡәләләрҙән өҙөк, йә шиғыр уҡыттыра ине. Хәҙер балаларға гәзит, журналдар алдырырға була, тик теләк кәрәк. Телевидение, интернетҡа һылтаныусылар күп, рухи байлыҡты тулыландырыу өсөн ул ғына етмәй.
Беҙҙең илгә һөнәр эйәләре, яҡшы белгестәр кәрәк, ләкин инженер, менеджер, табип, иҡтисадсы һ.б булып та туған телен белмәһә, шул сәбәпле тыуған төйәгенән, тамырынан айырылһа, ул рухлы шәхес була аламы, ул башҡортмо, милләтебеҙгә файҙа килтерәме? Уйланырға урын бар.
Быйылғы йыл Республикала «Башҡорт теле йылы» тип иғлан ителде. Һәр башҡорт телебеҙҙе үҫтереү, һаҡлау өсөн «мин нимә эшләй алам» тип уйланырға тейештер. Туған телебеҙ үҙебеҙ өсөн кәрәк, ситтәргә уның кәрәге юҡ, беҙ ҡайғыртмаһаҡ, уны кем ҡайғыртыр? Һәр беребеҙ үҙ бурысын аңлаһын ине, йәштәргә лә шуны төшөндөрөргә тейешбеҙ.
Әле мәктәптәрҙә яңы уҡыу йылына беренсе кластарҙы туплау башланды. Балаһының киләсәген уйлаған ата-әсәләр башҡорт кластарына ҡултамғалар йыйғанда битарафлыҡ күрһәтмәҫ тип ышанғы килә.
Тыуған илгә, туған телгә һөйөү хисен арттырыу ҙур көс талап итмәй. Ҡулдан килгәнсе бер-беребеҙгә ярҙам итәйек, кәңәшләшәйек, берҙәм булайыҡ. Киләсәктә милләтебеҙҙе һаҡлар телебеҙ бар, уны үҫтерәйек.
Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы.