Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
19 Февраль 2020, 10:00

Ил ҡеүәте—граждандар именлеге

--Сәнәғәт ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса мәсьәләләр бар, әлбиттә. Әммә был тәңгәлдә фәнни-техник алымдар талап ителә. Беҙҙең ҡала өсөн был айырыуса мөһим. Шулай уҡ экологик проблемаларҙы хәл итеү финансҡа бәйле. Ошонан сығып, ҡалала төбәк эко-фонды булдырыу идеяһын тәҡдим итәбеҙ,--тине Гөлнар Фазылйән ҡыҙы.

Сибай ҡалаһында үткән сираттағы Йәмәғәт палатаһы ултырышы Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең положениелары буйынса фекер алышыуға бағышланды.
Сарала ҡала Советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, экологтар ҡатнашты.
Ултырышта тарихи документтың төп идеяһы--“Ил ҡеүәте—граждандар именлеге”темаһы уртаға һалып тикшерелде.
Рәсәй халҡын да, илебеҙ башлығын да иң беренсе сиратта демография, һаулыҡ һаҡлау, белем биреү һәм экология мәсьәләләре борсой. Ошонан сығып ултырышта ҡатнашыусылар дүрт майҙансыҡҡа бүленеп эшләне. “Халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү” майҙансығын ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова етәкләне. “Экология” майҙансығы эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты рәйесе Г.Ф.Ноғоманова алып барҙы. “Һаулыҡ һаҡлау” майҙансығында баш табиптың амбулатор-поликлика хеҙмәте буйынса урынбаҫары Г.Р.Һөйөндөкова модератор булһа, “Мәғариф”төркөмөн ҡаланың мәғариф бүлеге начальнигы Р.Р.Тураев етәкләне. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Мөрәжәғәтнамәнең төп тезистарын тикшереү, уға үҙ фекерҙәреңде өҫтәү, дәлилләү һәм теләктәр еткереү бурысы ҡуйылды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент В.В.Путин Федераль Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә Конституцияға бер нисә төҙәтмә индерергә һәм уларҙы граждандарға тауыш бирергә сығарырға тәҡдим итте.
Беренселәрҙән булып фекер алыушыуға “Экология”майҙансығындағылар ҡушылды һәм модераторҙары Гөлнар Ноғоманова һүҙ алды. Экология мәсьәләһе властың һәм йәмәғәтселектең контролендә тотола. Мөрәжәғәтнамәлә тирә-яҡ мөхиткә мониторинг уҙғарып тороу хаҡында әйтелде. Беҙҙең ҡалала атмосфера һауаһын котролләү буйынса станция төҙөлдө. Гөлнар Фазылйән ҡыҙы билдәләүенсә, беҙҙә таҙартыу ҡоролмалары ла яҡшы эшләй. Тупраҡ һәм һыу даими тикшерелә.
--Сәнәғәт ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса мәсьәләләр бар, әлбиттә. Әммә был тәңгәлдә фәнни-техник алымдар талап ителә. Беҙҙең ҡала өсөн был айырыуса мөһим. Шулай уҡ экологик проблемаларҙы хәл итеү финансҡа бәйле. Ошонан сығып, ҡалала төбәк эко-фонды булдырыу идеяһын тәҡдим итәбеҙ,--тине Гөлнар Фазылйән ҡыҙы.
Көнкүреш экологияһы мәсьәләләре лә ҡаралды. Мөрәжәғәтнамәлә экологик белемде пропагандалауға һәм ошо юҫыҡта уҡытыуға, халыҡ араһында экологик мәҙәниәтте күтәреүгә айырым баҫым яһала. Быны һәр муниципалитетта булдырыу мөһим.
--Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу тураһында һүҙ алып барыр алдынан уларҙы икенсел эшкәртеү, утилләштереү тураһында уйлашырға кәрәк. Урында ҡыйҙы эшкәртеү заводтары төҙөлһөн ине. Был мәсьәлә дәүләт кимәлендә хәл ителә,--тип йомғаҡланы һүҙен модератор.
“Һаулыҡ һаҡлау” төркөмө лә Мөрәжәғәтнамәлә яңғыраған үҙ өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙарға туҡталды. 2020 йылдың 1 июленән һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы старт ала. Фельдшер-акушер пункттары селтәрен булдырыу тулыһынса тамамланасаҡ. Былтыр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында фельдшер-акушер пункты төҙөлдө. Майҙансыҡ модераторы Гүзәл Һөйөндөкова әйтеүенсә, ҡасабаларҙа һаулыҡ һаҡлау пункттары булдырыу зарур. Үҙәк дауахана бүлектәре биналарын ремонтлау һәм яңы медицина ҡорамалдары ҡайтарыу буйынса ла һүҙ ҡуҙғатылды.
--Тән ауырыуҙары, туберкулезға ҡаршы диспансер, психиатрия, наркология дауаханаларына ла иғтибар булһын ине. Медицинаның ошо звеноһы күптән ярҙамға мохтаж,—тине Гүзәл Рәмил ҡыҙы.
Президент В.Путин 2024 йылға ҡәҙәр һаулыҡ һаҡлау тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Өлкәнең бөтә кимәлдәре лә белгестәр менән тәьмин ителергә тейеш. Өҫтөнлөк беренсел звеноға бирелә. Медицина йүнәлешендәге юғары уҡыу йортттарына уҡырға ҡабул итеүҙең яңы тәртибен булдырыу мотлаҡ: дауалау эшенә—70, педиатрияға—75, ординатураға—100 процент маҡсатлы бюджет урындары бүленеү зарур. Беренсел звенола эшләүсе, айырыуса ауыл ерендә хеҙмәтен башлаусыларға уҡырға ингәндә өҫтөнлөк бирелерегә тейеш.
Быйылдан медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын түләүҙең яңы системаһы тормошҡа ашырыла башлай. Шулай уҡ төбәккә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү бурысы ла ҡаралды.
--Табиптар ҡасабаһы тигән проект тәҡдим итәбеҙ. Ситтән күсеп килгән белгестәргә әҙер йорт бирһендәр. Ҡасабала бөтә инфраструктура, балалар баҡсаһы, мәктәп һәм башҡа социаль объекттар булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына кеше тыныс ҡына эшләйәсәк һәм ситкә китмәйәсәк,--тине табиптар.
Белгестәр мохтаж сирлеләргә сит илдән дарыу индереүҙе рөхсәт итеүҙе үтенде.
--Медицина сәйәсәттән ситтә торорға тейеш,--тип тамамланы аҡ халатлылар сығышын.
Мәғариф тармағында да ыңғай үҙгәрештәр көтөлә. Шуға ла был майҙансыҡта ҡатнашыусылар Мөрәжәғәтнамәнең төп тезистарына туҡталды.
Документта белем биреү учреждениеларын юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин итеү һыҙыҡ өҫтөнә алына. Мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Тураев белдереүенсә, ҡала мәктәптәрендә был тәңгәлдә проблемалар бар һәм уларҙы хәл итеү өҫтөндә ентекле эш алып барыла.
Уҡытыусыларға 2020 йылдың 1 сентябренән класс етәкселеге өсөн федераль бюджеттан 5 мең һум түләнәсәге ҡыуаныслы хәл булды. Бөгөнгө көндә район коэффициентын иҫәпкә алғанда класс етәкселеге өсөн уҡытыусылар 1900 һум тирәһе өҫтәмә түләү ала.
1 сентябрҙән шулай уҡ башланғыс кластар уҡыусылары бушлай йылы аш менән тәьмин ителәсәк.
--Беҙ быға әҙербеҙ. Етешһеҙлектәр бар, әлбиттә, мәҫәлән мәктәп ашханаларының майҙансыҡтары тар. Был проблеманы хәл итергә тырышабыҙ,--тине Рөстәм Ришат улы, уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеүҙә йәмәғәт контроленең мөһимлеген билдәләп.
Төркөм ағзалары урында яңы мәктәп төҙөү, уҡыусыларҙы бер сменала уҡытыуға күсереү, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, уларға ярҙам күрһәтеү, айырыуса ауыл мәктәптәрендә эшләүселәрҙе дәртләндереү, башланғыс һөнәри белем биреүҙе тергеҙеү, юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын күбәйтеү кеүек тәҡдимдәр әйтте.
Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илшат Солтангәрәев белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа мәҙәниәткә иғтибар ҙур: музыка һәм сәнғәт мәктәптәренә музыкаль ҡорамалдар һәм инструменттар ҡайтарыла. Әммә инструменттар яңы булып та иҫке бинала шөғөлләнеү бер ҙә зауыҡҡа тап килмәй. Илшат Рәшит улы мәҙәниәт ҡарамағындағы мәктәптәрҙә капиталь ремонт уҙғарып, уларҙың эске йөҙөн дә, тыштан та ялтыратып ҡуйыуҙы алға этәрҙе, унда балаларға бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылырға тейеш тип иҫбатланы.
“Халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү” тип аталған биләмәлә һүҙ социаль яҡлау, социаль ярҙам тураһында барҙы. Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге директоры урынбаҫары Аэлита Сәлихҡолова балалы ғаиләләргә тәғәйен дәүләт ярҙамы тураһында һөйләне. 2020 йылдың 1 ғинуарынан килемдәре һәр кеше башына йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләр кескәй балаларына 7 йәшкә ҡәҙәр 5,5 мең һум күләмендә пособие ала. 2021 йылдан был сумма 11 мең һумға тиклем күтәреләсәк. Әсәлек капиталы программаһы оҙайтыла. 1 ғинуарҙан беренсе бала өсөн дә 466 мең 617 һум күләмендә әсәлек капиталы түләнә. Икенсе бала өсөн әсәлек капиталы суммаһы 616 мең 617 һум тәшкил итә. Өсөнсө бала тыуғанда ипотека кредитының 450 мең һумын кисерәләр.
Майҙансыҡта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тәү сиратта хәл ителергә тейешле проблемаларҙы атаны. Улар—лайыҡлы эш хаҡы түләнгән яңы эш урындары булдырыу, социаль туризм, ял йорттарында һәм шифаханаларҙа ял итеү хаҡын өлкән быуын вәкилдәре түләй алырлыҡ итеү, хаҡлы ялдағылар һәм аҙ килемлеләр алырлыҡ ипотека шарттары булдырыу һәм башҡалар.
Мөрәжәғәтнамәнең бөтә позициялары уртаға һалып тикшерелгәндән һуң бөтә тәҡдимдәр, фекерҙәр һәм теләктәр артабан ҡаралыу өсөн республиканың Йәмәғәт палатаһына ебәрелде.
#нацпроекты#миллипроекттар