АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
6 Февраль 2020, 17:30

ҠЫҘЫМ, ҠАБАТЛАМА ХАТАМДЫ…

- Ришат, ярҙам ит, аяғыма баҫа алмайым, – һуңғы көсөм менән уға өндәшәм, ҡулымды һуҙам. Ришатым бер тултырып ҡараны ла, башын түбән эйеп, әкрен генә атлап ҡайынлыҡ араһына инеп юғалды. - Ришат, Ришааат! Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

...Шул тиклем һыуһағанмын, хатта телем аңҡауыма йәбешкәндәй. Башым да ярылып килгәндәй зыңҡый ғына. Анау ҡайынлыҡта сылтыр шишмә урғып ятҡанын беләм, шул яҡҡа табан шыуышам. Ҡапыл алдымда Ришат хасил була. Ул үпкәләп, рәнйеп ҡарай миңә.
- Ришат, ярҙам ит, аяғыма баҫа алмайым, – һуңғы көсөм менән уға өндәшәм, ҡулымды һуҙам. Ришатым бер тултырып ҡараны ла, башын түбән эйеп, әкрен генә атлап ҡайынлыҡ араһына инеп юғалды.
- Ришат, Ришааат!
Йән көсөмә ҡысҡырғандай итәм, ә ауыҙым асылмай, бары һулҡып башым ғына ауырта. Эргәлә генә бер ҡош һайрағаны ҡолаҡҡа салына. Тауыш көсәйгәндән-көсәйә, ҡош һайрауы ҡолаҡ аша үтеп инеп бәғер итен кимергәндәй тойола…
Көс-хәлгә күҙем де асып, үҙ өйөмдә ятыуымды аңлап ҡалам. Ә теге ҡош һайрай ҙа һайрай. Телефоным сипылдай имеш. Ҡалтыранған ҡулдарым менән ҡабул итеү төймәһенә баҫа алмай аҙапланам.
- Алло… - тауышым ҡарлығып, әллә ҡайҙан, упҡын төбөнән ишетелгән кеүек үҙемә.
- Зөлфиә Фәритовна! Һаумыһығыҙ!
- Эйе, мин, Зөлф…
- Һеҙҙең ҡыҙығыҙ, Зөлхизә, мәктәпкә эсеп килгән! Хәҙер үк, ошо минутта уҡ директор кабинета килеп етеүегеҙ һорала!
… - пип…пип…пип…
Кем эсеп килгән? Ҡайҙа? Зөлхизә?! Минең ҡыҙсығым, ҡолонсағым Зөлхизәме???
Башымдың ҡайнауынан, ҡанымдың шаулауынан, былай ҙа даһырлап типкән йөрәгемдең тағы ла тулап китеүенән быуынһыҙланып иҙәнгә шыуып төштөм. Томан эсенән генә ҡыҙымдың Ришаттың ҡарашы менән миңә сәнсеп ҡарап торғанын шәйләгәндәй булам. Кисә, әхирәттәрем менән күңел асып ултырғанда ҡайтып ингән Зөлхизәм, беҙҙең табынды шатырлата осороп төшөргәс, мин уны йәнасыуым менән сикәләп ебәргән саҡта өтә яҙып ҡарағайны шулай. Йәш тулы рәнйешле был ҡарашты иҫләү менән йәнем мең ярсыҡтарға ярылып сәсрәнеме ни, ә тәнемде шул ярсыҡтарға яраланғандай һыҙлау баҫты. Ауа-түнә кейемдәремде эҙләгәндә, кисәге эт туйы үткән, мәхшәр баҫҡан өйөмдә йә иремдең, йә ҡыҙымдың ҡараштарына төртөлгәндәй булам, йә әхирәт исеме йөрөткән йыландарҙың ыҫылдашып-шайылдашып мине үҙҙәре менән бергә йәһәннәм төбөнә һөрәгәндәрен күрәм, ә көҙгөлә, кисәге һылыу Зөлфиә урынына шешә төбөнә күп ҡарауҙан шешмәкләнеп, ҡарайып бөткән ниндәйҙер ят бисә текләй. Кисә Ришаттың яҡты донъя менән хушлашҡан көнө ине бит. Ә мин, мин уның рухына аяттар бағышлар урынға... Өҫтәл өҫтөндә ҡуҡырайып ултырған оҙон муйынлы шешәне эләктереп алам да асырғанып көҙгөнән мине ашарҙай булып тексәйгән шәүләгә елгәрәм. Быялалар шауҙырлап ҡойолоп төшөүендә минең дә бығау-ҡоршауҙарымдың ысҡыныуын тоям.
- Ҡыҙым, балам, Зөлхизәм, ҡабатлама минең хатамды, яңылышма, балаҡайым, тайғаҡ юлға баҫа күрмә зинһар, беҙ бит икәү, беҙ бергә...

Директор бүлмәһендә йыйылғандар, балаһының аяғына йығылып һулҡыған әсәгә лә, әсәнең өҫтөнә ҡапланып ҡалтыранған үҫмер ҡыҙға ли ни әйтергә белмәй, ипләп кенә бүлмәнән сығып киттеләр...
Читайте нас: