Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
20 Декабрь 2019, 16:00

Кәнфит һәр саҡ тәмлеме?

Ул саҡта сәйерһенеп ҡараһам да, был онтаҡтың бала организмы өсөн үтә ҡурҡыныс нәмә булыуын белмәй ҙә, аңламай ҙа инем. Ул сәйер нәмәнең снюс икәнен бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғына белеп ҡалдым. Хәҙер уны онтаҡ формаһында ғына түгел, бәләкәйерәктәрҙе ылыҡтырыу өсөн һурғыс кәнфит, һағыҙ формаһында ла сығаралар. Башҡортостан Республикаһында балаларҙың ағыуланыу осраҡтары ла теркәлгән. Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ

Был билдәһеҙ онтаҡты беренсе тапҡыр бер үҫмер баланың ҡулында күрҙем. Ҡыҙыҡһынып һорауыма, ул: “Быны беҙ тартмаҫ өсөн ҡулланабыҙ. Тәмәке бит зыянлы, ә бынан бер ниндәй ҙә зарар юҡ. Уның ҡарауы, бөтөнләй тартҡы килмәй”,—тип балаларса ихласлыҡ менән яуап бирҙе. Әммә үҫмерҙең был матдәне ирен аҫтына һалып һурырға тотоноуы нисектер сәйер тойолдо. Ышанмайыраҡ ҡарауымды һиҙепме: “Телевизорҙан ғәләмәт насар итеп һөйләйҙәр. Белмәгән кеше ни шуға ышана ла ҡуя инде. Ана, мәктәптә лә уҡытыусылар әрләшкән була. Ә бит, киреһенсә, ул файҙаға ғына. Беҙ бит тартып йөрөмәйбеҙ... Һин дә миңә ышанмай ҡарайһың, ивет?”—тип тә өҫтәне үҫмер малай.
Ул саҡта сәйерһенеп ҡараһам да, был онтаҡтың бала организмы өсөн үтә ҡурҡыныс нәмә булыуын белмәй ҙә, аңламай ҙа инем. Ул сәйер нәмәнең снюс икәнен бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғына белеп ҡалдым. Хәҙер уны онтаҡ формаһында ғына түгел, бәләкәйерәктәрҙе ылыҡтырыу өсөн һурғыс кәнфит, һағыҙ формаһында ла сығаралар. Башҡортостан Республикаһында балаларҙың ағыуланыу осраҡтары ла теркәлгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, снюс ҡайһы бер магазин кәштәләрендә, киоскыларҙа ирекле һатыуҙа тора. “18 йәштән өлкәндәр өсөн” тип нарыҡланһа ла, үҫмер балалар уны рәхәтләнеп ала. Бәләкәйерәктәренә 20 һум аҡса биреп,
шул “кәнфит”те ашап ҡарарға тәҡдим иткән осраҡтар ҙа теркәлгән. Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 11 йәшлек малайҙың, Нефтекаманан ҡыҙ баланың ағыуланыу осраҡтары хаҡында билдәле булды. Үткән айҙа Ҡырмыҫҡалы районынан 12 йәшлек малай, тиңдәше тәҡдим иткән “кәнфит”те ҡулланғандан һуң, дауаханаға эләккән.
Снюстың составында никотин булыуы билдәле, икенсе зарарлы матдәләрҙең барлығын да инҡар итеп булмай. Сөнки ул әле тулыһынса өйрәнелмәгән. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәби-
ров Роспотребнадзорҙы йәлеп итергә кәрәклеген әйтте һәм һатыу нөктәләренән снюсты алып ташларға фарман бирҙе. Башлыҡтың һыҙыҡ өҫтөнә алып үтеүенсә, фарманды үтәмәүселәргә ҡарата кәрәкле саралар күреләсәк. Был зарарлы нәмә магазин кәштәләренән алып ташланған хәлдә лә, уларҙы кемдер йәшерен рәүештә һатып маташмаҫ тимә. Сөнки күптәр өсөн снюс килемле тауарға әйләнгән.
Интернет селтәрендә төрлө билдәле блогерҙар аша рәхәтләнеп снюсҡа реклама яһайҙар, уны пропагандалайҙар. Күрәһең, аҡсаға ҡаныҡҡан блогерҙар өсөн әхлаҡ ҡағиҙәләре бөтөнләй ят. Улар бала ғүмере өсөн өҫтәренә яуаплылыҡ алыуын да аңламай. Снюсты бик яҡшы нәмә итеп һүрәтләйҙәр. Йәнәһе лә, тәмәке тартып ағыуланғансы, снюс ҡулланығыҙ, ата-әсәйҙәрегеҙҙе лә, уҡытыусыларығыҙҙы ла тыңламағыҙ. Үҙҙәрен шәп бер кеше итеп күрһәтә блогерҙар. Имеш тә, бына миңә ҡара, мин бит шундай текә һәм снюс ҡулланам. Ошондайыраҡ характерҙағы видеояҙмаларҙы билдәле Өфө рэпперының сәхифәһендә лә күрергә була.
Ана шул блогерҙарҙың бит миллионлаған фанаттары бар. Уларҙың күбеһе—үҫмер балалар, йәштәр. Кумирҙарының әйткән һүҙҙәренә мөкиббән китеп ышаналар. Уларҙы хәҡиҡәт итеп ҡабул итәләр. Ютубта үҫмер балаларҙың видеолары ла етәрлек. Улары ла, кумирҙарына эйәреп, снюстың шәплеге хаҡында фәлсәфә һата, бөтә донъяға текәлеген иҫбат итеп маташа. Йәнәһе, бына мин дә шундай шәп, берегеҙҙән дә һорап тормайым, снюс ҡулланам, һеҙ, аңра һарыҡтар, уның зарарһыҙ икәнен аңламайһығыҙ.
Әлеге көндә снюсты һатыуҙы бөтөнләй тыйыу закон проекты ҡарала. Был тирәләй бәхәстәр ҙә күп кенә. Төрлө өлкәләге белгестәр быға ҡарата төрлөсә фекер йөрөтә. Аныҡ ҡына ниндәй ҡарарға килерҙәре әлегә билдәһеҙ. Ә беҙ халыҡтың был хаҡта ни уйлауына бер аҙ байҡау яһайыҡ.
Бер ханым былай тип яҙа: “Республика Башлығы шәхси эшҡыуарҙарға нимә һатырға, нимә һатмаҫҡа күрһәтмә бирә аламы ни? Бының менән генә был хәлде туҡтатып булмаясаҡ. Шул дөйөм закон ҡабул итеп кенә туҡтатмаһалар инде”. Ә икенсе бер егет кеше: “Беҙҙә закондар үҙенә күрә “тишек” бит. Снюсты тыйырҙар ҙа ти. Уның артынан һура торған бер нәмә уйлап табасаҡтар. Уныһын да тыйһалар, еҫкәй торғаны килеп сығасаҡ. Шуға күрә бында дөйөмөрәк тыйыу кәрәк,”—тигән фекерҙә.
Снюстың бөтөнләй зарарһыҙ икәненә ышанғандар ҙа етәрлек. Шуларҙың береһе булған йәш егет былай тип фекерен белдерә: “Магазин кәштәләренән тәмәкене алып ташлауҙары яҡшыраҡ. Йә иһә спиртлы эсемлектәрҙе тыйһындар. Беләһегеҙме ни өсөн снюсты тыйырға маташалар? Сөнки уны ҡуллана башлаған халыҡ тартыуын ташлаясаҡ, ә дәүләткә бынан файҙа юҡ”. Бына тап ошондайыраҡ тәғлимәтте һеңдерергә маташа ла инде снюсты етештереүселәр, һатыуға сығарыусылар, тәҡдим итеүселәр. Йәғни, ағыуҙы матур ғына кәнфит ҡағыҙына төрөп бирергә тырышалар. Быға балаларҙың бирелеүе, алданыуы үкенесле. Йәш быуынды сәләмәт көйө һаҡлап алып ҡалыу—оло быуынға төшкән бурыс. Шуға күрә был хәлгә битараф булмаһаҡ ине.
Нәркәс Алсынбаева.