Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
8 Ноябрь 2019, 17:51

БАЛА ҺӨЙӨҮҘӘН ЯРАЛАМЫ, ӘЛЛӘ...

—Йәһәттәп өй ҡалҡытмай, капитал эләкмәнеме ней?—Эй, беҙ машина алғайныҡ бит ул аҡсаға, эсеп түңкәрҙе лә ҡуйҙы бит.—Эй , Аллам, эскәс нимәгә машинаға ынтылырға инде? Ул инәңдең өйө һиңә булмай, йәһәтләп мөйөш эҙләмәй.—Вот, бишәү итеп табам да, миллион алһам, ҡалаға китәбеҙ. Ауылда нимә бар?—Ай- ба-а-й, ҡыҙым, пландарың хәтәр икән...

Ауылыбыҙ оло юлдан дүрт км ситтә ята. Шуға автобус менән йөрөүселәргә ҡарағанда, осраҡлы машиналарға ултырып ҡалаға үҙ йомошо менән сығыусылар күп. Ике йыл үтте инде был ваҡиғаға. Автобусҡа сыҡтым. Ҡабаланаһы түгел, ҡош телендәй бер белешмәнең бер хәрефе яңылыш яҙылғанға ҡабаттан саҡырттылар, шуны ғына алып барам. Туҡталышҡа минән тыш, күрше ауылдан ике оло инәй сыҡты. Килде көткән автобус, иркенләп инеп ултырып, ҡуҙғалдыҡ ҡалаға. Юл ыңғайындағы ул-был ауылдарға туҡтай-туҡтай, буйтым һәлмәк кенә ауырайып бара автобус та. Сираттағы туҡталыш. Ҡорғанды ҡайырып туҡталҡаны ҡарайым. Аяғында саҡ баҫып торған ир сайҡала-сайҡала ниҙер һөйләп, ауырлы ҡатынды (кәләшелер тип аңланым) ҡосаҡлап оҙатып маташа. Лыҡа тула яҙған автобус уларҙы ғына көткәнен уйлап та бирмәйҙәр. Ҡатын иҫерек ирҙең ауыҙына инә яҙып ниҙер һөйләй.
Алда ултырған бер сабырһыҙы :
—Һөйләшерен һөйләшеп бөтмәй өйөндә нимә ҡараны икән мынау хөрәсәндәр?— тине.
Шуны ғына көткәндәй шофер ҙа әсе һыҙғыртыу һалды.
Ишектән инеп килгән ҡатындың иң тәү күҙгә ташланғаны ялбыр һары сәсе һәм... ҡорһағы булды. Аллаҡайым! Йөклөлөктөң һуңғы айындалыр ул был, тигән уй йүгерҙе минең баштан. Ә нишләп ул тиклем ҡыҫҡаҡ футболка кейҙе икән? Кендеге саҡ ҡына эләгеп йәшенеп тора, уй, Аллам...
Тышылдап туҙған сәс-башын һыпырып, шул арала теге оҙатыусы иргә әле ябылып өлгөрмәгән ишек аша һүҙ ташлап өлгөрҙө. Нимә тигәнен ишетмәй, аңламай ҡалдым.
Автобус ҡуҙғалды. Минән алда ғына буш урынға һеңде теге йөклө һылыу.
Эргәһендә ултырған инәй әллә танышы булды, әллә туғаны, иркен хәбәрләшеп киттеләр. Ҡолаҡ һалмайым тип ҡарайым да, барыбер ишетелә. Сумка төбөнән телефон ҡолаҡсынын эҙләп соҡонам, уныһы ла өйҙә ҡалған әллә, табылманы. Тәҙрәгә башты терәп тышты күҙәтеп, теләһәм-теләмәһәм дә алдағыларҙың һүҙҙәрен йотоп ойоп барам. Ни шофер ҙа радиоһын шәберәк ҡуймай бит әле!
—Нисәнсеһе әле быныһы, ҡыҙым?
—Дүртенсеһе...
—Ооо, малаҙииис! Ҡыҙмы? Малаймы?
—Ҡыҙ тинеләр.
—Һәйбәәәт, өйҙәгеләрең эшкингәнме әле?
—Өлкәненә биш йәш, икенсеһе өс тула, өсөнсөмә йәш тә юҡ әле...
—Атаааҡ, бигерәк ҡыҙыу тапҡанһың икән, ҡыҙым, кем менән ҡалды уларың?
—Ирем өйҙә бит...
—Әәә, әле бынау оҙатып ҡалған шулмы кейәү бала?
—Эйе, шул...
—Йәһәтләгәнең, шәп, ҡыҙым, һөкүмәт ҡутара түләй бит һәҙер, беҙ генә ул алйот, аҡсаһыҙ табып тик яттыҡ. Бала—аҡса шул.
—Шула-а-й.
—Өй һалдығыҙмы шул? Ҡайҙа торағыҙ?
—Инәйҙең аласығында торабыҙ, ҡәйнәм ҡыуғайны, пока шундабыҙ...
—Йәһәттәп өй ҡалҡытмай, капитал эләкмәнеме ней?
—Эй, беҙ машина алғайныҡ бит ул аҡсаға, эсеп түңкәрҙе лә ҡуйҙы бит.
—Эй , Аллам, эскәс нимәгә машинаға ынтылырға инде? Ул инәңдең өйө һиңә булмай, йәһәтләп мөйөш эҙләмәй.
—Вот, бишәү итеп табам да, миллион алһам, ҡалаға китәбеҙ. Ауылда нимә бар?
—Ай- ба-а-й, ҡыҙым, пландарың хәтәр икән...
Артабан был инәй минең ише ҡорған асып, тышты күҙәтеп барыуҙы хуп күрҙе ахыры, әңгәмәне шул урында өҙҙө.
Берсә билен, берсә кендек аҫтын һыпырып ҡосаҡлаған был ҡатындың һыҙланып барыуын күреп йәлләп ҡуйҙым.
Килеп еттек ҡалаға. Төштөк. Һаман ике күҙем теге йөклөлә. Яй ғына артынан эйәрә төштөм. Өндәшергә һүҙ ҡыймайым. Саҡ атлап дауахана яғына китеп юғалды...
Уйымдан был ҡатындың һөйләгәне китмәне. Имен таптымы икән?
Иҫерек ире исмаһам бер булһа ла ҡайнар аш бешереп янына бара алдымы?
Балаҡайҙары ни хәлдә булды икән?
Путинский тигән пособие сыҡҡас, тағы ла шул ҡатындың йөҙөн күҙаллап маташтым, ҡыуандылар инде. Бишәү итеп табам, тип һүҙ әйтеп һалды, бәлким бишенсегә йөкләгәндер ҙә әле?
Быйыл тағы ла йәй көнө автобус менән ҡалаға юл тоттом. Ни ғиллә, тап килешеү була бит?! Ҡатындың әүәлге әңгәмәләше—теге инәй юлдаш булды. Аулаҡлап һорашып киттем. Белә икән үҙҙәрен, ата-инәһе был инәйҙең туғандары икән. Һөйләгәндәре иҫемде китәрҙе. Һаман өйһөҙ, эскелек менән йәнәш гөрләтәләр икән тормош.
Әйтәм, хәбәре һис кенә лә айныҡ ҡатындыҡына оҡшамай ине. Күҙ алдыма аслы - туҡлы балалар, әсе еҫле һалҡын өй килде...Йәй көнө булыуға ҡарамаҫтан, күҙ алдыма килгәндән ҡош тәне ҡалҡып дерелдәп ҡуйҙым. Бахыр ғына балаҡайҙар...
“Хөкүмәт аҡса түләп таптыра, аҡсаға әүрәп б..а баталар, аҙағын уйламай таба-табалар ҙа ярҙам итегеҙ, тип яр һалалар”,—тигән һүҙҙәр йыш осорай. Бына ошондай аҡса өсөн тапҡан ғаиләләр арҡаһында, һау-сәләмәт тормоштағы ата-әсәләргә һүҙ тейә.
Төрлө ғаиләләр бар шул, инҡар итмәйем. Мин үҙем дә күп балалы әсәй. Балаларым иҫәбен белгән берәүҙәр, аҡса өсөн таптыңмы, тип туп-тура һорауҙан да тартынмайҙар. Юҡ тием, ысыны шулай. “Тейеш булған аҡсаһын да, йүнләп алмайым, артыҡ бай булғандан түгел, балаларым һаулығы булһын, барына таянам”,—тием һәр саҡ.
"Нишләп иртәрәк, йә һуңғараҡ тыуманым икән, вәт белер инем йәшәргә" —тине бер апай капитал тураһында закон сыҡҡас. Шулайҙыр шул, бер ул ғына булмаған икән улай тигәндәр?! Әллә күпме иллене ваҡлаған апайҙар яңынан әсә булып өлгөрҙө бит шул йылдарҙа ғына!
" Һөйөүҙән яралһын һәр бала"—тигән ҡанатлы һүҙҙәр бар. Ә был балалар? Аҡсаға һөйөүҙән тыуғандар буламы? Этелеп - төртөлөп эскелек эсендә үҫкән ҡыҙ -егеттәрҙән ниндәй киләсәк өмөт итергә? Ояһында күргәнде осошта ла ҡабатламаҫмы улар?
Йәпһеҙ генә булырмы икән, әммә бер сағыштырыу килтерәм: көҙгө муллыҡта ваҡ картуфты ашай-ашай ҡош-ҡорт бүгеп китә, ашамай башлай. Әсәйем эй оҫта алдаштыра торғайны. Картуфты ҡаҙанда бешереп һыуыта ла, турап табаҡҡа һалғас, өҫтөнә ҡуш ус ярма һирпә ине. Ярма еҫенә алданған ҡоштар баяғыны ялпайтып ашап бөтәләр ҙә, кәүҙәләренә көстәре етмәй тын ҡалалар ине.
Әсәйем—Рәсәй, алдаштырып ем һибә... Ә бәғзеләр… Бер мәл шым ҡалып, аптырарға яҙмаһа ярай ҙа…Әллә...
Миңзәлә Сирғәлина.
Читайте нас: