Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
18 Октябрь 2019, 13:06

ХАҠЫНА ҠАРАРҒАМЫ, ӘЛЛӘ СОСТАВЫНАМЫ?

Әлеге көндә аҙыҡ-түлектең күп төрлөһө бар. Йәнең теләгәнен алырға була. Әммә саф, тәбиғи аҙыҡ табыуы ауыр. Теләһә ниндәй зарарлы нәмәләр ҡушылмағанын кәштәлә күрермен тимә лә. Һаулығы өсөн борсолоусылар тәфсирләп составын өйрәнә һәм файҙалы аҙыҡ менән туҡланыуға өҫтөнлөк бирә. Күптән түгел генә магазин кәштәләрендә составында һөт майҙары булған аҙыҡты үлән майҙары ҡушылғандарынан айырым ултыртырға кәрәклеге хаҡында закон ҡабул ителгәйне. Унан һуң күп кенә супермаркеттарҙа тәбиғи һөт аҙыҡтарын айырып күрһәтеп тороусы яҙыуҙар барлыҡҡа килде килеүгә. Әммә ҡайһы бер кибеттәрҙә бындай белешмәләр күренер-күренмәҫ кенә итеп бирелә. Ә бына ҡулланыусыларға бындай яҙыуҙарҙың булыуы мөһимме икән? Fөмүмән, улар һөт аҙыҡтарының тәбиғилегенә иғтибар итәме?

Әлеге көндә аҙыҡ-түлектең күп төрлөһө бар. Йәнең теләгәнен алырға була. Әммә саф, тәбиғи аҙыҡ табыуы ауыр. Теләһә ниндәй зарарлы нәмәләр ҡушылмағанын кәштәлә күрермен тимә лә. Һаулығы өсөн борсолоусылар тәфсирләп составын өйрәнә һәм файҙалы аҙыҡ менән туҡланыуға өҫтөнлөк бирә.
Күптән түгел генә магазин кәштәләрендә составында һөт майҙары булған аҙыҡты үлән майҙары ҡушылғандарынан айырым ултыртырға кәрәклеге хаҡында закон ҡабул ителгәйне. Унан һуң күп кенә супермаркеттарҙа тәбиғи һөт аҙыҡтарын айырып күрһәтеп тороусы яҙыуҙар барлыҡҡа килде килеүгә. Әммә ҡайһы бер кибеттәрҙә бындай белешмәләр күренер-күренмәҫ кенә итеп бирелә. Ә бына ҡулланыусыларға бындай яҙыуҙарҙың булыуы мөһимме икән? Fөмүмән, улар һөт аҙыҡтарының тәбиғилегенә иғтибар итәме?
Алина Саникина, һатыусы-консультант: Халыҡ барыбер ҙә күбеһенсә хаҡына ҡарай инде ул. Арзан икән, үҫемлек майҙары ҡушылғанын да ала. Шәхсән үҙем һәр ваҡыт составына ҡарарға тырышам. Ҡайһы бер һөт аҙыҡтарын махсус рәүешә оҙаҡҡа еткәнен һатып алам. Сөнки, мәҫәлән, 1 литр һөт миңә бер айға етә. Шуға уның тәбиғилегенә, составында төрлө матдәләр булыу-булмауына ҡарап тормайым. Бер яҡтан пальма майының шул тиклем зарарлы булыуына бик ышанып та етмәйем.
Кәримә Ҡужина, хужабикә: Составына һәр ваҡыт ҡарайым. Магазиндағы аҙыҡ тулыһынса тәбиғи булмаған хәлдә лә, унда төрлө зарарлы өҫтәлмәләрҙең әҙ күләмдә булыуы мөһим. Саф һөт аҙыҡтары ауылда ғына инде ул. Әммә ауыл һөтөн эсә алмайым. Ул, беренсенән, ныҡ майлы. Икенсенән, бер төрлө үҙенә генә хас тәме була. Ауыл майын да файҙалы булған өсөн генә һирәк ҡулланам. Ҡыҙыл эремсекте генә рәхәтләнеп ашай алам.
Миндиниса Булатова, уҡытыусы: Магазиндан һөт аҙыҡтарын һирәк алам. Уларҙың файҙаһынан зыяны күберәк. Барһам шул ҡайнатылған һөт артынан ғына барам. Һөтө, майы, ҡаймағы беҙгә ауылдан килеп тора. Ҡайһы саҡта баҙарға сығып ышаныслы ғына, өйрәнгән кешеләрҙән һатып алам. Хәҙер бит хатта ауылдан килгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа мутлашып маташа. Алған ҡаймағыңдың да ҡайһы ваҡыт өҫтө һәйбәт була ла, аҫты иҫке булып сыға.
Надир Рәхимов, водитель: Элек хаҡына ҡарап арзанлыһын ала инем. Әммә бының аҡсаны экономиялау өсөн бик яҡшы ысул түгеллеген аңланым. Әлбиттә, магазин кәштәһендә торған береһе—100, икенсеһе 50 һумлыҡ булған аҙыҡ өсөн күберәк аҡса биреү ҡыйын. Әммә, уйлап ҡараһаң, арзанлы нәмә алып һаулыҡҡа зыян килтерәһең. Ҡиммәтлерәк аҙыҡ тәмлерәк тә, сифатлыраҡ та барыбер. Ҡайһы бер нәмәләр оҙағыраҡҡа ла етә. Мәҫәлән, һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡсаның 30 һумлығы бер аҙнала бөтә, ти. Ҡиммәтлерәге яҡшыраҡ та таҙарта, оҙағыраҡҡа ла етә. Һөт аҙыҡтарына килгәндә, ҡиммәтлерәгенә өҫтөнлөк би-рәм. Тәме айырылып тора бит. Арзанлы һөт эстең ни, һыу шөрпөлдәттең ни, барыбер.
Ринат Сәлимов, студент: Магазиндарҙа тәбиғи һөт аҙыҡтарын үҫемлек майы ҡушылмағандарынан айырып тороусы күрһәткестәр бармы, юҡмы—миңә барыбер. Кәрәк икән, кеше үҙе составына ҡарап алһын. Пальма майы ҡушылған аҙыҡ-түлеккә, тәмәке ҡабындағы кеүек, ҡурҡыныс яҙыуҙар ҡуйып ҡуйһалар яҡшы булыр ине. Ул саҡта был зарарлы аҙыҡ-түлек кешенең иғтибарын нығыраҡ йәлеп итәсәк.