Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
20 Сентябрь 2019, 16:30

ХӨКҮМӘТ КЕНӘ ҒӘЙЕПЛЕМЕ?

Һәр бер бәләлә хөкүмәтте ғәйепләйбеҙ, эй рәхәтләнеп битәрләйбеҙ. Әммә үҙебеҙ әле һаман тәртипкә өйрәнә алмайбыҙ түгелме? Контейҙарҙы ауҙарып китеүҙән кемгә рәхәт булып ҡала икән һуң? Әллә вәғәҙә ителгән пластик урынына тимерҙәрен ҡуйыуҙары кемгәлер оҡшаманымы?

Сүп-сар реформаһы халыҡты шаулатты ғына. Беҙгә һәр бер яңылыҡты насар яҡтан ҡабул итеү, кемделер әрләү-битәрләү хас. Эйе, кемдәрҙер был реформа арҡаһында барлыҡҡа килгән түләүҙәр менән риза түгел. Кемгәлер әле һаман ҡайҙалыр суп-сар контейнерҙары ҡуйылмауы, сүпте ваҡытында алып китмәүҙәре оҡшамай. Бер генә яңы эш тә шыма ғына башланып китмәй. Бөтә нәмәне яйға һалғансы ваҡыт талап ителә. Үҙ күҙендәге бүрәнәне күрмәгән, ил күҙендәге сүпте күргән тигәндәй, ҡайһы саҡта бит халыҡ үҙе баш-баштаҡлыҡ ҡыла. Шунан килеп башҡаларҙы ғәйепләргә, битәрләргә тотона.
Бына, мәҫәлән, Сибай ҡалаһы янындағы Балыҡсылар йорто-2 ҡасабаһындағы хәлдәр шәптән түгел. Унда халыҡ талап иткән сүп-сар контейнерҙарын урынлаштырҙылар урынлаштырыуға. Әммә улары уңайһыҙ ергә ултыртылған булып сыҡты. Ҡасабала йәшәүселәрҙең береһе интернет селтәрендә былай тип яҙа: “Сүп-сар контейнерҙарын ултырттылар ҙа ул, әммә аҙна эсендә йыйылған сүпте алып китеүсе булманы. Ҡасабабыҙ ҡый ояһына әйләнеп бара. Контейнерҙарҙы ла тейешенсә урынлаштырмағандар, машинаға барыуға ла уңайһыҙ. Сүп ситкә оса. Ошо нәмәләргә иғтибар итһәләр ине. Кемдер контейнерҙарҙы алып ташлау яҡшыраҡ тип иҫәпләй. Әммә беҙгә кәрәк улар. Тик сүпте ваҡытында алып китһәләр ине. Ҡасабабыҙҙы бысратҡы килмәй бит”.
Әлбиттә, сүп-сарҙың теләһә ҡайҙа таралып ятыуы бер ерҙе лә биҙәмәй. Әммә халыҡ үҙе лә ҡылығын ҡылырға ғына тора. Шул уҡ Балыҡсылар йорто-2 ҡасабаһында кемдер ҡуйылған суп-сар һауыттарын ауҙарып киткән. Һәр бер бәләлә хөкүмәтте ғәйепләйбеҙ, эй рәхәтләнеп битәрләйбеҙ. Әммә үҙебеҙ әле һаман тәртипкә өйрәнә алмайбыҙ түгелме? Контейҙарҙы ауҙарып китеүҙән кемгә рәхәт булып ҡала икән һуң? Әллә вәғәҙә ителгән пластик урынына тимерҙәрен ҡуйыуҙары кемгәлер оҡшаманымы?
Ошо уҡ ҡасабала йәшәүсе бер ир-егеттең яҙғанына ла күҙ һалайыҡ: “Ниндәй кешеләр һуң һеҙ?! Ни өсөн бөтә яҡшы башланғысты төбө-тамыры менән йолҡоп алып ташларға ғына тораһығыҙ? Балыҡсылар йорто-2 ҡасабаһында сүп-сар контейнерҙары ҡуйыуҙарын оҙаҡ ваҡыт талап иттек. Сөнки күптәр график буйынса ҡыйын сығарырға өлгөрмәй ине. Администрация беҙҙе ишетте. Ҡайҙа дөрөҫ итеп урынлаштырыу мәсьәләһен хәл иткәнсе тип, ваҡытлыса булһа ла һауыттар ҡуйып сыҡтылар. Аҙаҡ матурырағы ла, елдән һаҡлаусы ҡоймалыһы ла булыр ине әле. Әммә халыҡҡа бит, аңын-тоңон белмәйенсә, бөтәһен дә әрләргә кәрәк. Кемдер ҡалала пластик, ә беҙҙә тимер булғанға көнләшә. Ә бит тимер һауыттар нығыраҡ. Уларҙы бер кем емерә лә, урлай ҙа алмай. Ҡапҡастары булмауы ла бәлә түгел. Ҡалала ла бит уларҙы берәү ҙә ябып йөрөмәй. Кемгәлер сүптең бак тирәләй аунап ятыуы оҡшамай. Ә уны кем ташлаған һуң? Администрация килеп ташлап киткәнме ни? Контейнерҙарҙы ауҙарып киткәндән һуң да, һаман сүп ташлауын дауам итә халыҡ. Араларында көнкүрештекенән тыш, башҡа төҙөлөш ҡалдыҡтары ла бар. Һәр бер нәмәне кире ҡаҡҡансы, үҙ тәҡдимдәрегеҙҙе индерегеҙ. Шул ваҡытта ғына ҡасабала, ҡалала һәм республикала таҙалыҡ һәм тәртип булыр”.
Күп осраҡта башҡалар эшләгәнде тәнҡитләйбеҙ ҙә, үҙебеҙҙең хаталарыбыҙ тураһында онотабыҙ шул. Ҡалдыҡтарҙы ваҡытында алып китмәйҙәр тип зарланабыҙ, ә үҙебеҙ үк ҡай саҡта сүпте сит-
кә ташлайбыҙ ҙа китәбеҙ. Уларҙың махсус урыны бар бит. Үҙебеҙ йәшәгән мөхитте үҙебеҙ ҡайғыртмаһаҡ, һаҡламаһаҡ, кем был турала борсолор һуң? Бәлки, ҡайһы бер осраҡта ғәйепте үҙебеҙҙән эҙләп ҡарау дөрөҫтөр? Әллә һаман да бар бәләлә хөкүмәтте генә ғәйепләп йәшәүҙе дауам итәбеҙме?
Нәркәс Алсынбаева әҙерләне.