Яңыраҡ “Бәйләнештә” селтәрендә билдәле музыкант, ҡумыҙсы, өҙләүсе Заһир Зәйнетдин ошойдай яҙма ҡуйҙы: “Рәсәй буйлап йөрөйөм һәм ауылдарҙың “үлә барғанын” күрәм. Урбанизация. Телевидение хәбәр итеүенсә, 5 йылдан ауылда йәшәүсе халыҡтың 96 проценты ҡалаға күсәсәк. Миңә ҡурҡыныс та, ауыр ҙа. Тарихыбыҙ, беҙҙең бала саҡ хәтирәләребеҙ юйылырмы? Күптәребеҙ ауылда тыумаһаҡ та, йәй өләсәйҙә үткәрә инек. Мейестә бешкән ҡоймағының тәмлелеге! Икмәк еҫе. Яңы ғына һауылған һөт. Беҙҙән һуңғы быуындың бындай бала сағы булмаҫмы икән ни? Емерек, ташландыҡ ауылдар янынан үткән һайын, балаларыбыҙға ҡасандыр ошонда тормош гөрләп торҙо тип һөйләрбеҙме икән, тип уйлайым. Улар ышанмаҫ…
Был аяныслы хәлде нисек туҡтатырға, нисек хәл итергә? Белмәйем. Йәштәр ауылдан китмәһен, ә ҡалғандары эскелеккә һабышмаһын өсөн нимә эшләргә? Белмәйем, яуап таба алмағанға миңә ауыр…”
Заһир Зәйнетдин үҙенә үҙе һорау бирә, әсенә. Беҙҙең дә күңел һыҙлана. Гәзит уҡыусыларыбыҙ ниндәй фекерҙә икән. Уларға һүҙ бирәйек.
Альбина Садыҡова, Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында йәшәүсе: Беҙ бала саҡта, ғаиләләрҙә 1-2 бала булһа ла, ауылда балалар күберәк ине. Бөгөн ауылда төпләнгән һәр йәш ғаиләнең 3-5 балаһы бар, әммә дөйөм һан менән элеккеһенә етә алмайбыҙ. Был йәштәрҙең тыуған ерендә ҡалмай, күпләп ситтә төпләнеүенән килә. Әгәр минең бала саҡ менән хәҙерге ауылды сағыштырғанда айырма, әлбиттә, ҙур. Бынан 15-20 йыл элек минең тыуған ауылым Күгиҙелдә гөрләп торған, уңышлы, һөҙөмтәле эшләгән 11 йыллыҡ мәктәп булһа, хәҙер башланғыс ҡына ҡалды, ауылда йәштәр бик әҙ. Бары тик шуныһы һөйөндөрә: элек-кегә ҡарағанда ауыл халҡы эшсәнерәк, үҙенең мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, емеш-еләк, бәшмәген, йәшелсәһен һатып, яҡшыраҡ йәшәргә өйрәнде. Элек 1-2 баш һыйыр менән сикләнгәндәр бөгөн кәмендә 3-5 баш һыйыр тота. Үҙҙәренең ауыл продукцияһына халыҡ хәҙер хаҡ ҡуя белә башланы шикелле. Шулай уҡ йорттарға ҡалалағы кеүек уңайлыҡтар индерелә. Хәҙер ауыл ерендә лә өйҙә һыу, душ, бәҙрәф менән кешене аптыратып булмай.
Борсоған проблемалар ҙа бар. Ауыл халҡына йылдан-йыл һынауҙар осрап ҡына тора. Бына быйылғы ҡоролоҡ, мал аҙығы әҙерләү проблемаһы. Йыл да 2 кәбән сыҡҡан ерҙән быйыл 8-10 күбә генә сыға. Шулай итеп иткә, малға хаҡ төшәсәк. Тағы ла картуфтың хаҡы бер кимәлдә тора. Йыл да Баймаҡта көҙ көнө йәрминкәләрҙә картуфтың 10 литрлыҡ биҙрәһе 150 һум була. Ә 10 йыл тирәһе элек тә шул уҡ хаҡ ине. Ә башҡа нәмәгә 10 йыл эсендә хаҡтар күпме артты? Эйе, яҙ көндәре күтәрелә ул 200 һум тирәһенә, ләкин унда күмәртәләп һатып булмай.
Йәштәрҙең ауылда ҡалмауы күңелде ҡыра. Әлеге ваҡытта ҡалаға төпләнһәләр ҙә, олоғайған көндәрендә барыбер ауылға ҡайтасаҡтар бит. Ә йәштәр ошо ауыл йәшәһен, үҫһен өсөн бөгөн ауылда кәрәк! Күптәре эш юҡлыҡтан китә. Ә бөгөн бит һәр кем үҙенә үҙе эшләй торған осор. Ауыл ерендә төпләнгән йәштәрҙе күтәрер кәрәк, минеңсә. Бына ауыл уҡытыусыһына 600 мең һум грант биреү ҡаралды бит әле, шуның һымаҡ ауылда йәшәргә ҡалған, кәмендә 3 бала тәрбиәләгән 35 йәшкә тиклемгеләргә лә грант булдырһындар ине. Шул саҡта билдәһеҙлектә йөрөгән, кеше фатирында йәшәгәндәр ауылға ҡайтыр ине, моғайын.
Йәнә ауылдағы эскелек хаҡында әйтер инем. Үткән йылдар менән сағыштырғанда хәлдәр шөкөр. Бөтөнләй эсмәгән, уның эҙемтәләрен аңлаған йәш быуын үҫеп етте. 90-сы йылдарҙа эскелек сәскә атты, 2000 йылдарҙа ла күп ине, хәҙер Аллаға шөкөр, йәштәр эсмәй, үҙҙәренең балаларына, үҙҙәренән бәләкәй быуынға ла өлгө күрһәтә. Эскән кеше үҙ аҡылы менән аңламайынса, үҙ ғаиләһе, яҡындары миҫалында уның ҡурҡыныс һөҙөмтәләрен күрмәйенсә ташламаясаҡ.
Гөлбикә Кейекбаева, Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында йәшәүсе: Ауыл ҙурая, төҙөкләнә
бара. Бында төпләнеп ҡалған йәштәр ҙә бар, әсәлек капиталына өй һалалар, ата-әсәләре ярҙам итә. Әммә эшһеҙлек күңелде ҡыра инде, шуға ла йәштәр ҡырға эшкә китә. Нисек кенә булмаһын, эскелеккә һалышмайҙар. Матур йәшәргә тырышалар, эшләгәндәре яҡшы йәшәй. Күпселек мал аҫрай. Тик шуныһы ҡыйын: ыҙалап, бар көсөңдө һалған эшеңдең хаҡы ҡапламай. Малды бик арзанға алалар, уның продукцияһын да ҡиммәтләтеп булмай. Ҡоролоҡто файҙаланып, бесәнде алтын хаҡына һаталар, халыҡты талайҙар. Мәҫәлән, бер төк бесән 2500 һум. Ә ул күпмегә генә етә? Уйлап ҡарағыҙ…
Ауылды үҫтерер кәрәк. Мәктәптәр, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорттары, медицина пункттары эшләһен. Бына беҙҙең ауылға балалар һәм спорт майҙансығы кәрәк ине.
Инсаф Салихов, Күгәрсен районында йәшәүсе: Мин белгәндәге ауыл менән хәҙергеһе ер менән күк араһы кеүек айырыла. Беҙ уҡыған саҡта һәр класта утыҙар һәм унан да күберәк уҡыусы уҡый торғайны. Кешегә
ауылда эш булды. Колхоз-совхоздар эше гөрләп торҙо. Беҙҙең ауылдағы хужалыҡ ныҡ бай булды, халыҡтың эш хаҡы ла шәп ине. Һарыҡ һәм һыйыр фермаһы икешәр ине. Шәхси хужалыҡтарҙа ла мал һаны күп булды.
Ауылда көтөүҙе икегә бүлеп көттөләр. Уңған, егәрле халыҡ йәшәне. Тимерлегебеҙ ҙә, техникабыҙ ҙа булды. Урмансыбыҙ икәү ине. Бик күп күренекле шәхестәр тәрбиәләгән Үрге Һаҙ ауылының бөгөн киләсәге мине бошондора. Мәктәп өс ҡатлы ла ул, тик башланғысҡа ҡалды. Фермаларҙа юҡ инде. Халыҡ ситкә ағыла. Йорттар буш тора. Ауылда бары тик пен-сионерҙар ғына ҡалып килә. Мал тотоусылар ҙа аҙ, шуға бесән эшләүселәр ҙә күп түгел. Элекке кеүек урмандарҙа ат арбаһы юлы ла юҡ, ағас-ҡыуаҡ баҫҡан.
Эскелек көслө тип әйтә алмайым. Һәр кем ҡулынан килгәнсе тырыша. Кемдер фермер, кемдер бал ҡорто тота, йә ҡырҙа эшләйҙәр. Ялҡауҙары ла бар, ауылда йәшәп картуф баҡсаһы ла тотмаусылар осрай.
Зәлиә Уразбаева, Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе: Беҙ бала саҡта, 15-20 йыллап элек, ауыл әлеге ваҡыттыҡынан бәләкәйерәк ине, Күсәбә урамының яртыһы юҡ ине әле. Йылдан-йыл ауыл ҙурая. Башҡа яҡтар менән сағыштырғанда, беҙҙә йәштәр ауылда төпләнеп ҡала, яңы йорттар һала. Күрше Таулыҡай ауылынан берәү: “Ошо сыңғыҙҙар әллә нисек йылына 4-5 өй һала ул”,—тип аптыраған ти хатта. Мәктәп, әлбиттә, 11 йыллыҡтан 9 йыллыҡҡа ҡалдырылды. Шулай ҙа, шөкөр, балалар һаны үтә лә аҙ түгел. Киләсәктә кәмемәһен, киреһенсә артһын ғына тип теләйем.
Ауылда колхоздың әле һаман эшләүе ыңғай күренеш. Унда башлыса йәштәр эшләй. Эше булғас, халыҡтың ашы ла бар, ярышып донъя көтә. Тау башына менеп ҡараһаң, Сыңғыҙ йәйғор төҫөндә, сағыу ҡоймалар, ҡыйыҡтар төйәгебеҙгә йәм бирә. Ауылдаштарым дәртле лә, әүҙем дә. Хәҙерге йәштәр йыл-дан-йыл айыҡ тормошҡа ылыға бара. Клуб эше йәнле алып барыла, концерттар ҡуябыҙ, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашабыҙ.
Үҙ эшен асыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, беҙ ирем менән ғаилә һөтсөлөк фермаһы булдырҙыҡ. 31 баш һауын һыйыры, башмаҡтар, быҙауҙар бар. Иген дә сәсәбеҙ. Шәхси хужалыҡ эше күп булыуға ҡарамаҫтан, ишек алдында ла эшебеҙ бара. Картуф та сәсәбеҙ, йыл да ҡош-ҡорт алып үҫтерәбеҙ. Ялҡауланмаһаң, ауылда ла матур йәшәргә була. Шуға ир-егеттәрҙең ҡырҙан бәхет эҙләмәй, тыуған ауылдарында төпләнеп, ғаилә ҡороп, ғәзиз төйәктәренең киләсәге өсөн тырышып йәшәүҙәрен теләр инем. Ғаилә тигәндәй, мине бер проблема борсой: 30 йәште үтеп, 40-ты ҡыуалап
та һаман өйләнмәгән ир-егеттәр бар.