Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
25 Июль 2019, 16:48

СӘЙӘХӘТ ИТЕРГӘМЕ, ЮҠМЫ?

Әхирәттәре интернетҡа маҡтанышып фотоларын ҡуя башлаһа, ҡатыным: “Әйҙә, беҙ ҙә диңгеҙгә барайыҡ”,—тип йонсота башлай. Әммә мин кредитҡа аҡса алып диңгеҙ буйында ятырға теләмәйем...

Отпускылар мәле. Ауылда йәшәүселәрҙең диңгеҙ буйы, ял ҡайғыһы булмаһа ла, ҡалала йәшәүселәр ҡайҙа барырға тип баш вата. Эйе, күптәрҙең эш хаҡы бәләкәй, шуға ла тыуған ауылдарына, туғандарына ҡайтып әйләнеүҙән артыҡ бер ни ҡыла алмайҙар. Әммә араларында сит илгә, йә Рәсәйҙең берәй диңгеҙе буйына барыусылар бар.
Бөгөнгө темабыҙ—йәйге ял. Уны мотлаҡ сит илдә йә сит ерҙә үткәреү кәрәкме? Ҡайҙарҙа ял иттегеҙ? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек.
Миләүшә Ҡыҙрасова: Һәр бер кешенең иң көтөп алған миҙгеле—ул йәйге ял. Ә нимәгә көтәбеҙ һуң беҙ уны? Кемдәрҙер ил, донъя гиҙер өсөн мөмкинлек тип көтә, кемдәрҙер ауыр эштән арынып, мөхит алыштырып алыу яйы тип ҡарай, кемдәрҙер йыл буйына ваҡыты, ҡулы етмәгәндә доньяһын нығытыу өсөн яҡшы осор тип тырышып төҙөлөш эшенә егелә. Рәсәй кешеләренең күбеһе сит илдәрҙә, ҡиммәтле ҡунаҡханаларҙа, тропик утрауҙарҙа ял итеүҙән мәхрүм.
Кемдәрҙер был хәлде ярлылығы арҡаһында ғүмерҙә лә тормошҡа ашмаҫлыҡ хыялы итеп күңелендә йөрөтә. Икенселәр бындай ялдарҙы мөрхәтһенмәй, үҙ илебеҙҙәге матур, иҫтәлекле урындарҙа ял итеүҙе өҫтөнөрәк күрә.
Мин дә сәйәхәттәрҙе бик яратам. Юҡҡа ғына географ һөнәрен һайламағанмын. Шулай ҙа ниңәлер сит илгә сыҡҡым килмәй, ҡурҡыу ҙа, ҡыҙыҡһыныу тойғоһо ла юҡ, ниңәлер үҙ илем буйлап сәйәхәт итеүҙән туя алмайым. Үҙебеҙҙең Башҡортостанда ла бик күп бит ул хозур тәбиғәт мөйөштәре, бына шуларҙың барыһын да күреп-йөрөп сығыу теләге ныҡ көслө миндә.
Йәйге ялда бөтә аҡсаларын түгеп, данлыҡлы курорт-ҡалаларҙа йөрөп, миллионлаған кешеләр менән бергә ҡайнап диңгеҙ пляжында, йә иһә берәй күл буйында мәж килеүҙәрҙе лә бик өнәмәйем. Минең өсөн ысын ял: тормош иптәшем, балаларым, ейәндәрем эргәмдә булып, улар менән бергә шул балаларҙың ләззәтләнеп һыу ингәнен, сәскәле, емешле яландар буйлап йүгергәнен күҙәтеү, үҙ ҡулдарым менән әҙерләгән туҡлыҡлы, таҙа, шифалы ризыҡтарҙы ашатып кинәнеү. Бөтәбеҙ бергә булыу шатлыҡтары йәйге ял ваҡыттарында ғына булғанлыҡтан түҙемһеҙлек менән көтөп алам ошо мәлдәрҙе. Һаҡмар буйының шифалы тәбиғәте, тыуған тупраҡ энергияһы иң кәрәк ял, көс һәм илһам сығанағы миңә.
Гүзәл Мырҙаева. Иремдең эше йәй миҙгелендә күбәйә, шуға ла йәй әллә ни сит тарафтарға барып та булмай. Ҡышын иһә үҙ республикабыҙҙың шифаханаларында ял итәбеҙ. Әлегә сит илгә йөрөргә ваҡыт та, көслө теләк тә юҡ. Отпуск мәлендә мотлаҡ диңгеҙ буйына барырға тимәгән бит әле. Ғаиләң имен, үҙең һәм балаларың һау булһа, йәрең менән килешеп тулы гармонияла йәшәһәң—шул үҙе бәхет. Ниңә уны ситтән эҙләргә? Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр, мин кемдән кәм тигәндәй, кредитҡа аҡса алып булһа ла сит илгә сығып китә. Мин был аҙымды хупламайым, ахмаҡлыҡ тип кенә һанайым. Матди хәлеңә, һаулығыңа зыян килтермәй генә, кинәнес өсөн ял итергә барыу, әлбиттә, шәп. Ә кредитҡа ял итеп, уны аҙаҡ нисек түләйем инде тип борсолоп йөрөһәң, ул ял түгел, күңел ғазабына әүерелә.
Гөлфиә Ҡорбанғолова. Йәй етһә, мотлаҡ ял итергә тәбиғәткә сығабыҙ, диңгеҙ буйына барырға тырышабыҙ. Башҡортостанда йылға-күл буйҙарында палатка ҡороп, 1-2 көн шунда йәшәйбеҙ. Ғәҙелша шарлауығы, Талҡаҫ күле, Шүлгән-таш мәмерйәһе, Инйәр буйы һуш китерлек матур. Ҡырымда, Краснодар крайында, Молдавия, Украина, Кипрҙа булдыҡ. Әле Дубайға йыйынабыҙ. Сит ергә, сит илдәргә барығыҙ, тип әйткем килә. Үҙ-үҙегеҙгә йомолоп ҡына, донъя мәшәҡәттәренә баҫылып йәшәмәгеҙ, икенсе мөхитте күреп ҡайтығыҙ. Тик кредитҡа бара күрмәгеҙ. Беҙ үҙебеҙ йыл дауамында аҡса йыябыҙ ҙа, ғаиләбеҙ менән ялға сығып китәбеҙ.
Илсур К. Сит илгә ял итергә барғы килә, әлбиттә. Әммә финанс яғыбыҙ теләкте бойомға ашырырға ирек бирмәй. Ипотека түләйбеҙ, кредиттарыбыҙ бар. Аҙыҡ-түлек тә, кейемдәр ҙә ҡиммәт. Эш хаҡын арттырып йыйыу түгел, йәшәүгә еткереп булмай. Хәҙер бит бөтә кешенең тормошо социаль селтәрҙә. Әхирәттәре интернетҡа маҡтанышып фотоларын ҡуя башлаһа, ҡатыным: “Әйҙә, беҙ ҙә барайыҡ”,—тип йонсота башлай. Әммә мин кредитҡа аҡса алып диңгеҙ буйында ятырға теләмәйем. Унан нисек ҡайтаһың бит әле, балалар сир йоҡтороуы ла ихтимал. Сит илгә барам тиһәң, кәм тигәндә 50 мең кәрәк. Ғаиләнән 4 кешегә 200 меңде ҡайҙан алырға? Шуға аҡса йыйып барҙым тигәндәргә ышанып етмәйем. Бәлки, ипотека, кредиттары булмаһа, ашау менән ата-әсәһе ярҙам итеп торһа, бар эш хаҡтарын ялға ебәрәләрҙер, ә былай бер нисек тә мөмкин түгел. Беҙ әлегә ошо тирәлә—Талҡаҫ күле, Ғәҙелша шарлауығы, Мораҙым тарлауығында ғына ял итәбеҙ.