Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
12 Июль 2019, 12:20

АЙЫРЫЛМАҒЫҘ, БУЛҺА ЛА СӘБӘПТӘРЕ...

Күптән түгел иптәшем менән айырылыштыҡ. Ҡул күтәрҙе, кәмһетте, ғаилә сығымдары тулыһынса тиерлек минең өҫтә булды. Ундай ирҙең кәрәге бармы?

Башҡорт халыҡ мәҡәле «Төшкән ереңә таш булып бат» тип тәрбиәләһә лә, йырҙарҙа «Айырылмағыҙ, булһа ла сәбәптәре» тип өҙгөләнеү сағылһа ла, айырылышыуҙар күбәйгәндән-күбәйә. Статистика мәғлүмәттәренә ҡараһаң, хәлдең йылдан-йыл киҫкенләшеүе аңлашыла. Иң әҙ айырылышыуҙар Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы 1945 йылға тап килә. Унан һуң инде уларҙың һаны үҫкәндән үҫә бара. Тормош еңеләйгәндән еңеләйә, сағыштырмаса проблемалар ҙа әҙәйә кеүек тә. Әммә, ниңәлер, ғаиләләге мөнәсәбәттәр нығынмай, киреһенсә, ҡаҡшай ғына бара. Уҙған йылда ғына Башҡортостанда 25 388 ғаилә теркәлә, ә 15 407 ғаилә тарҡала. Күбеһенсә биш йылдан да артығыраҡ йәшәгән ғаиләләр айырылышырға хәл итә. 15-20 йыллап ғүмер иткәндәре был аҙымға һирәгерәк бара.
Ни өсөн бөгөн парҙар шаулап-гөрләп, һанһыҙ аҡса түгеп туйҙар үткәрә лә, күп тә тормай айырылышып та ҡуя? Әҙәм балаһының рәхәтлектән хатин ашыуымы, әллә көн иткән заманыбыҙ шундай ауырмы?
Дилә С., Сибай ҡалаһы: Күптән түгел иптәшем менән айырылыштыҡ. Ҡул күтәрҙе, кәмһетте, ғаилә сығымдары тулыһынса тиерлек минең өҫтә булды. Ундай ирҙең кәрәге бармы? Ҡатын-ҡыҙ ир кешегә арҡаланып ҡына йәшәргә тейеш. Юҡ икән, уның булғанынан булмағаны мең артыҡ. Элек балам атайһыҙ ҡалмаһын, тип түҙеп йәшәгәндәр ул. Ә хәҙер бит гүзәл заттар ир-егеттәрһеҙ ҙә көслө була ала бит. Һәр ваҡыт иреш-талаш, ҡаңғырыш булған ғаиләлә тәрбиәләнеү балаға яҡшы йоғонто яһаймы ни? Үҫкәс тә ҡыҙ бала әсәһе кеүек үк «ҡорбан» булып ғүмер итәсәк, ғаилә шулай булырға тейеш тип уйлаясаҡ. Мин балама ундай «бәхет» теләмәйем.
Камила Моратова, Йылайыр районы: Бер-береһен өҙөлөп яратҡандар, оҙаҡ ҡына һынауҙар үтеп өйләнешкәндәр генә айырылышмайҙыр ул. Күпселек йәштәр бер-ике ай танышып-күрешеп йөрөй ҙә, өйләнешеү яғын ҡарай. Туйға килгәндә инде, күпме аҡса түгелһә лә түгелә. Йәштәр уны аңлап етмәй. Ата-әсә тапҡан мал иҫәпһеҙ бит. «Үҙем тапҡан мал түгел, атайҙыҡы йәл түгел»,—тиҙәр бит әле. Айырым донья көткәндә башлана инде һынауҙар. Ана шул тәүге ике-өс йылда, ғаилә нығынып алғанса, йәштәргә өлкәндәрҙең кәңәше бик тә кәрәк. «Мир бөтмәһә—ир бөтмәҫ», йәки «Эсемә һыйған бала—тышыма ла һыйыр. Айырып ҡайтарам баламды», йә булмаһа «Бына тигәндән табырһың!»—тип гәп һата бит күптәр. Шуның урынына «Йәшәп ҡара, балам», «Бала хаҡына йәшә!»—тип өйрәтер кәрәк йәштәрҙе. Йәш саҡ—иҫәр саҡ. Өлкәндәр нимә ти, шул һеңеп бара йәштәргә.
Айгөл Рәсембәтова, Хәйбулла районы: Мине лә был һорау йыш борсой. Беҙ, өлкән быуын, тормош һынауҙарына һынмай, сабыр итеп, тырышып алға бара беләбеҙ. Ә бына үҫеп килгән балалар өсөн борсолдора. Тормош ауыр булыуы тураһында йыш ҡына ишетергә тура килә. Йәштәргә ҡыйын, тип һөйләргә яраталар. Мин үҙем бының менән килешмәйем. Беҙ үҙебеҙ һуғыш ауырлыҡтарын күрмәһәк тә, сәйәси үҙгәрештәрҙән ниндәйҙер тормош сынығыуы үткәнбеҙҙер. Олатай-өләсәйҙәр тәрбиәһендә лә, пионер-комсомоллыҡ өлгөһөндә лә, ата-әсәйҙәр тырышлығын күреп тә, үҙебеҙгә тейешенсә фәһем, тәжрибә, өлгө алғанбыҙҙыр. Ә хәҙер барыһы ла бар, һәр өйҙә машина, аҙым һайын магазин, супермаркеттар, һәр баланан алып өлкәненә тиклем сенсорлы телефон тотоп йөрөй. Fөмүмән, шөкөр итһәк, тормош шәп. Донъя көтәм тигән кешегә яйы сығып ҡына тора. Ир-аттарыбыҙҙың сит тарафтарҙа эшләүе— ғаилә институты өсөн генә түгел, дөйөм илебеҙ өсөн ҙур проблема. Айырылышыуҙарҙың төп сәбәбе булып тормошҡа еңел ҡарау ҙа тора. Сабыр булыу, ғаиләне нығытыу өсөн ниндәйҙер көс һалыу, нимәнәндер баш тартып тороу кеүек төшөнсәләр ят йәштәргә. Fаиләңде башҡалар менән сағыштырғансы, уға усаҡ йылыһы өҫтәп торорға кәрәк. Хәҙерге заманда ла кеше һоҡланырлыҡ парҙар булып йәшәрлек мөмкинлектәр бик күп бит ул.
Читайте нас: