Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
25 Июнь 2019, 14:17

Һылтау табыу еңел ул

Кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу—кешелек принциптарының береһе. Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, аборт—тыйылған ғәмәлдәрҙән. Үҙ теләгең менән был донъянан китеү, ҡарыныңдағы балаңды үлтереү—оло гонаһ.

Кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу—кешелек принциптарының береһе. Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, аборт—тыйылған ғәмәлдәрҙән. Үҙ теләгең менән был донъянан китеү, ҡарыныңдағы балаңды үлтереү—оло гонаһ.
Ҡасандыр ғәрәптәр араһында бик насар бер күренеш була. Улар ҡыҙ балаларҙы донъяға килгәс тә, ҡайһы саҡта үҫә киләрәк тереләй ергә күмгән. Был улар өсөн ҡыйыулыҡты, ысын ир-егет булыуҙы күрһәтеп торған. Йәнәһе лә, ул ир-егет булып ҡала, сабыйҙы тереләй күмергә батырсылыҡ итә. Күптәре кеше һүҙенән ҡурҡып, ғорурлығын еңә алмайынса ҡыҙ балаларын шулай юҡ иткән.
Fәрәптәрҙә ҡыҙ балаларҙы тереләй күмеү ғөрөф-ғәҙәтенең башы ярлылыҡҡа, йәки хәйерселектән ҡурҡыуға барып тоташҡан. Әлеге көндә лә күптәр, тап ана шул аҡсаһыҙлыҡтан шөрләп, әле яҡты донъяға тыуып та өлгөрмәгән сабыйының ғүмерен ҡыя. «Уны нисек ҡарармын, ашатырға-кейендерергә кәрәк бит»,—тип уйлай улар. Әммә былар беҙҙән генә тормай. Ризыҡты Аллаһ бирә. Бала бер ҡасан да артыҡ тамаҡ булып тыумай ул. Киреһенсә, яңы сабыйҙың донъяға килеүе ғаиләгә бәрәкәт өҫтәй, ғаиләгә барлыҡ һәм муллыҡ уның аша бирелә. Шуға күрә аҡса юҡлығы ҡарындағы баланың ғүмерен ҡыйыу өсөн сәбәп була алмай. Ҡайһы берәүҙәр бер генә балалы була тороп та, йүнләп мандып китә алмай. Ә икенселәр күп бала үҫтерһә лә, эштәре гел алға бара, мул тормошта йәшәй.
Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: бәғзеләр көнө-төнө, ғүмер буйы бил бөкһә лә артыҡ байымай. Ә кемдер, киреһенсә, гел генә бәрәкәткә осрай. Әммә был ҡул ҡаушарып ултырырға йәки ботто күтәреп тик ятырға кәрәк тигәнде аңлатмай. Яҙған ризығыбыҙҙы табыр өсөн тырышырға ла тейешбеҙ.
Аҡса юҡлыҡҡа япһарып, ҡарыныңдағы баланың ғүмерен ҡыйыу бер кемде лә аҡламай. Был—бары тик һылтау ғына. Етеш тормошта йәшәүселәр араһында ла ошо аҙымды үҙ итеүселәр бар. Сөнки аҡсаның яман бер сифаты бар: ул бер ваҡытта ла, бер кемгә лә етмәй.
Һәр бер тыуасаҡ сабыйҙы ҡыуанып ҡабул итергә кәрәк. Беҙҙең өсөн нимә яҡшы икәнен белмәйбеҙ бит. Бәлки, тап ошо бала ғаиләгә ҡот һәм бәрәкәт алып килер, ҡартайған көнөгөҙҙә төп таяныс булыр.
Әле яҡты донъяны күреп тә өлгөр-мәгән сабыйыңдың ғүмерен ҡыйыу эҙһеҙ генә үтмәй. Ҡатын-ҡыҙ киләсәктә әсәлек бәхетен татыуҙан бөтөнләй мәхрүм булыуы ихтимал. Уның күңел тыныслығы таба алыуы ла икеле. Сөнки гонаһлы ғәмәл гел генә күңелде өйкәйәсәк, тынғылыҡ бирмәйәсәк. Абортҡа барған күп кенә ҡатындар тыуып та өлгөрмәҫтән өҙгөләп ташланған сабыйҙарын төштәрендә күреп йонсой.
Бер кемгә лә сабый ғүмерен ҡыйыу, был донъяларҙан үҙ теләгең менән китеү хоҡуғы ла бирелмәгән.
Ҡыҙғансҡа ҡаршы, әлеге көндә суицид осраҡтары ла күп теркәлә. Йәштәрҙең баҡыйлыҡҡа күсеүе бигерәк тә аяныслы. Нимә этәрә һуң уларҙы был аҙымға? Сәбәптәр төрлөсә булырға мөмкин, әлбиттә. Кемдер яуапһыҙ мөхәббәтте һылтау итә, кемдер бар бәләне тормоштағы ауырлыҡтарға япһара, кемдер үҙ-үҙен таба алмай, йә яңғыҙлыҡтан йонсоп был аҙымға бара. Сәбәптәр ниндәй генә булмаһын, бер кем дә үҙ-үҙенә ҡул һалырға тейеш түгел. Fүмереңде ҡыйыу бер проблеманы ла хәл итмәй. Киреһенсә, ауырлыҡтарҙы арттыра ғына. Үлем—ҡотолоу юлы түгел. Суицидҡа барған кеше әллә күпме яҡын кешеһен ғазаптарға һала, зар илата.
Заман проблемаларының төп бәләһе—рухи көсһөҙлөк, эгоизм. Сөнки рухи яҡтан көслө булған кеше ваҡытлыса килеп тыуған ауырлыҡтан сығыу юлын эҙләй, бирешмәй. Үҙен генә яратҡан, башҡаларҙан һәр ваҡыт нимәлер көткән кеше генә, яҡындарын уйламайынса, үҙ-үҙенә ҡул һала.
Пессимизм хөкөм һөргән заманда йәшәйбеҙ. Хәҙерге кешегә мәңге ни менәндер риза булмау, зарланыу, депрессияға бирелеү хас. Тормош рәхәткә әйләнде, шуға күрә әҙәм балаһы сығырынан-сығып ҡотора, буғай. Иғтибар итеп ҡараһаҡ: төрлө социаль селтәрҙәрҙә депрессив, суицидаль төркөмдәргә яҙылыусылар шығырым тулы. Ундай төркөмдәр, бигерәк тә, артыҡ хисле, иләҫ-миләҫ, һәр бер нәмәне оло проблемаға әйләндерергә әҙер торған үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе йәлеп итә. Артыҡ оло маҡсаттар ҡуймаған, әҙергә-бәҙер генә йәшәп өйрәнгән, артыҡ ҡайғыһы булмаған йәштәр эшһеҙлектән депрессияға бирелә, йә суицид тураһында уйлай башлай. Ә үрҙә телгә алынған төркөмдәрҙә үҙ ғүмереңде ҡыйыу «хәтәр шәп нәмә» итеп һүрәтләнә. Әлбиттә, быға тиклем дә суицид үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн ымһындырғыс булды. Ҡасандыр төп идеяһы үҙ-үҙеңә ҡул һалыуға, ләғнәтле донъянан китеүгә ҡоролған готтар һәм эмолар субкультураһы модала ине. Әлеге көндә суицидаль идеялар глобаль юҫыҡ ала.
Ауыр тормош ошо аҙымға этәрә тиһәк тә, күп осраҡта кеше демонстратив рәүештә үҙ-үҙенә ҡул һала. Эгоизмын еңә алмай, башҡаларҙан иғтибар көҫәй, үҙен кәрәкле итеп күрһәтергә теләй ул. Бәғзеләр кемдеңдер күреп ҡалып ҡотҡарыуына өмөт итә. Һирәктәр генә алдан барыһын да уйлап, ҡамасауларҙай факторҙарҙы алып ташлап эш итә.
Күптәр маҡсатһыҙлыҡтан ыҙа сигә, йәшәүҙең мәғәнәһен белмәй. Шуға күрә суицид осраҡтары йылдан йыл күберәк теркәлә. Әгәр ҙә кеше көнө-төнө бил бөгөргә мәжбүр булһа, оло маҡсаттар ҡуйһа, үлем тураһында уйларға, булмаған проблемаларҙы уйлап табырға ваҡыты ла ҡалмаҫ ине. Йәшәү мәғәнәһенең аҡсала, йә мөхәббәттә генә түгеллеген аңлар ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙ реаль тормоштан айырылған да, виртуаль донъяға бирелгән. Әммә ул бер нисек тә ысын тормошто, хистәрҙе алыштыра алмай. Виртуаль донъялағы бөтә нәмәне лә дөрөҫ тип ҡабул итергә ярамай. Ҡайһы берәүҙәр унда үҙҙәрен бәхетле, бай итеп күрһәтергә тырыша. Ә ысынында проб-лемалары ла баштан ашҡан булырға мөмкин. Быны аңламағандар үҙен кәм тоя, бәхетһеҙ тип уйлай башлай, депрессияға бирелә.
Һәр ваҡыт нимәгәлер зарланыу, депрессияға бирелеү кешене рухи яҡтан һындыра. Шуға күрә, күршенең тауығын ҡаҙҙай күрмәй генә, булғанына шөкөр итеп, һәр бер яҡты көнгә ҡыуанып йәшәй белергә кәрәк. Һәр кемдең ҡыуаныс килтерерҙәй шөғөлө булырға тейеш. Юғиһә, күңел төшөнкөлөгө һағалап ҡына торасаҡ. Депрессив уйҙар суицидҡа этәрергә лә мөмкин. Был донъяла йәшәү йәмен тапмауҙан, үҙ-үҙеңде юғалтыуҙан да ауырыраҡ нәмә юҡ бит.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, сабый ғүмерен өҙөргә, үҙ-үҙеңде йәшәүҙән мәхрүм итергә хаҡың юҡ!