Хәҙерге көндә сығарылыш кисәләре уҙғарыу модаға әүерелеп китте. Балалар баҡсаһынан мәктәпкә киткән кескәйҙәргә сығарылыш байрамы ойошторалар. Башланғыс класты бөтөүселәр сығарылыш кисәһенә йыйыла. 9-сы класты тамамлаусылар ҙа: «Беҙ—сығарылыш класы уҡыусылары!»—тип күкрәк ҡаға. 11-се кластарҙы әйтеп тораһы ла түгел. Кемдәр дөрөҫ байрам итә һуң? Ошоно асыҡларға теләп, бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.
—Былтыр минең улым балалар баҡсаһынан сыҡты. Ата-әсәләр аҡса йыйып сы-ғарылыш байрамы ойошторҙоҡ. Балаларға бындай байрам уҙғарыу кәрәк, әммә шул тиклем сығымдар һалып, үтә шаштырып
ебәреүгә ҡаршымын. Иртәлек үткәреп, шиғырҙар ятлап, йырлап-бейеп күңел асһалар, иҫтәлеккә фото төшһәләр шул етә, минеңсә. Баланың киләсәге алда, ғүмеренең билдәле һәр бер осорон улай байрам итә башлаһаң ҡайҙа китә ул? Ярай, беҙҙеке берәү генә. Яңыраҡ бер ҡатын: “Өлкән ҡыҙым—9-сы, икенсеһе 4-се класты бөтә, бәләкәсе балалар баҡсаһынан сыға. Һәр береһенең сығарылыш байрамы, ҡайҙан аҡса еткерегә?”—тип аптырап тора. Былай ҙа тормош еңелдән түгел, кешеләр уны теләһә ниндәй сара уҙғарып тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрә, шикелле.
—Икенсе ҡыҙым 4-се класты тамамланы. Сығарылыш байрамы уҙғарыу тураһында ата-әсәләр социаль селтәрҙәге төркөмдә көнө-төнө яҙыштыҡ, әммә бер генә фекергә килә алманыҡ. Һөҙөмтәлә “Ҡыңғырау байрамы”нан һуң сәй ҙә эсмәй ҡайтып киттек. Кемдер ҡырға сығайыҡ, ти, кемдер кафела ултырыуҙы хуп күрә, кемдеңдер бөтөнләй уның ҡайғыһы юҡ. 11 йәшлек балаларыбыҙҙың башланғыс кластан урта звеноға уҡырға күсеүҙәре бик яҡшы, әлбиттә. Быны донъя шаулатып байрам итерлек сәбәп тип уйламайым. Уҡытыусылары менән хушлашып, уға рәхмәт әйтеү ҙә етә.
—Хәҙер 9-сы класты тамамлаусыларҙы ла сығарылыш класы тиҙәр. Был арауыҡты мин ҡыҙҙар-егеттәрҙең өлкән класҡа күскән мәлдәре тип кенә ҡабул итәм. Мәктәптән ҡулыңа аттестат алып, бөтөнләй сығып китеү генә иҫтәлекле мәл. Әлбиттә, сығарылыш байрамдары осоронда аҡса эшләп ҡалыусылар минең фекер менән килешмәҫ. Шулай ҙа күптәр инҡар ҙа итмәҫ.
—Кешенең үҙ ғүмерендә был дәүер—сығарылыш кисәһе бер ҡабат ҡына була: ул да булһа 11-се класты тамамлағанда. Был мәлдә ҡыҙҙар-егеттәр баласаҡтары менән хушлашып, оло тормошҡа аяҡ баҫа. Ошо мәлдәре ғүмерлеккә иҫтәрендә ҡалһын өсөн тырышырға була. Бының өсөн аҡса ла, көс тә, ваҡыт та йәл түгел. Әлбиттә, беҙҙең замандағы сығарылыш кисәләре менән хәҙерге осорҙағын сағыштырып булмай. Ҡалайтаһың, заман менән беҙ ҙә үҙгәрәбеҙ. Йәштәребеҙ имтихандарын уңышлы тапшырып бөтһә, байрам ғына ойоштороу ҡыйын булмаҫ. Уға беҙ йыл башынан әҙерләндек.