АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
10 Апрель 2019, 17:25

Һағынабыҙ, һағынырбыҙ

Һәр ауылда тиерлек емерелеп-һүтелеп, кәрәкле ерҙәрен ташығандан ҡалған элекке фермаларҙың нигеҙ таштары бар. Ошо өнһөҙ, харабалай таш өйөмдәре әйтерһең дә үткәндәрҙә ҡалған хеҙмәт кешеһенә ҡойолған һәйкәл. Күпме ҡул көсө, хеҙмәт шаһиты булған был урындарға ҡасандыр әсәһен йә атаһын көтөп тилмергән балаларҙың ҡараштары һеңгән. Әллә мәңге өйҙә тормаҫ ата-әсәһенә рәнйегән сабый үпкәләре төшөп шулай ер йөҙөнән юҡҡа сыҡтыңмы һин, тип тә ҡуям.

Һәр ауылда тиерлек емерелеп-һүтелеп, кәрәкле ерҙәрен ташығандан ҡалған элекке фермаларҙың нигеҙ таштары бар. Ошо өнһөҙ, харабалай таш өйөмдәре әйтерһең дә үткәндәрҙә ҡалған хеҙмәт кешеһенә ҡойолған һәйкәл. Күпме ҡул көсө, хеҙмәт шаһиты булған был урындарға ҡасандыр әсәһен йә атаһын көтөп тилмергән балаларҙың ҡараштары һеңгән. Әллә мәңге өйҙә тормаҫ ата-әсәһенә рәнйегән сабый үпкәләре төшөп шулай ер йөҙөнән юҡҡа сыҡтыңмы һин, тип тә ҡуям.
Көтә инек шул, ферма болдорондағы киң рамһыҙ тәҙрә уйымында, мотор тауышына ауыҙ эсенән генә көйләп ултырған ҡыҙ, кисәгеләй генә иҫтә, ошо уҡ көйгә һикереп төшөп бейеп тә алыр ине бит.
Ҡыштар үтеп яҙҙар етеү менән, йәйләүгә тип йыйынған әсәйҙәргә ҡушылып беҙ, балалар, мәж килдек. Айына бер генә ауылға ҡайтыу мөмкинлеге тыуҙырған түрә ағай-ҙарға, эстән генә рәхмәттәр уҡый-уҡый, бортлы йөк машинаһында ауылға ҡайтыуҙар! Эх, шул саҡтарҙа һауынсы апайҙарҙың һағышлы моңло йырҙары! Үҙәктәрҙе өҙөрлөк!
Шаулай урман, шаулай урман,
Елдәр иҫкәндә.
Һағындыра тыуған яғым,
Иҫкә төшкәндә...
Йөк машинаһында йырлап ҡайтҡан һауынсыларға яла ла яғылды, халыҡ араһында «эскәнгә йырлайҙар» тиеп һөйләрҙәр ине. Астың хәлен ҡасан туҡ аңлаһын инде! Уларса уйлаһаҡ, был хеҙмәттә ауылдың эсергә яратҡандары ғына эшләй килеп сыға...Юғары белем менән юғары урын ғына тәрбиәле итмәй бит әле кешене. Заманалар, ана, ҡалай үҙгәреп, бар ауылға ябырылды эшһеҙлек һәм эскелек. Элекке тәртип, эшһөйәр кешеләр тик иҫтәлектәрҙә генә.
Ә бит ул йылдарҙа мәктәптә үк тракторсы, һауыу операторы һөнәрҙәрен үҙләштереп танытма бирелә ине, фермаларҙа практика үттеләр. Бер кем дә ситкә китеүҙе хыял итмәне, үҙ икмәген, хатта шунда уҡ иш-парын табып ғаиләһен булдырҙы.
Һағыныу миндә генә түгелдер, бик күптәрҙә йәшәйҙер был һағыныу. Ни тиклем ауыр эш булмаһын, халыҡта иртәгәһе көнгә ышаныс булды, хөкүмәт эшләгәнгә ашын да, техникаһын да бүлде, хәленә керә белде.
Йылдар үтеп, инде ауыл менән оҙон-оҙон юлдар ғына бәйләһә лә, бала сағым эҙҙәрен һаҡлаған, хәҙер инде тик кесерткән, алабута баҫҡан элекке ферма тупһаларын яҙҙар етһә лә, көҙҙәр ишек сиртһә лә күҙ алдынан ысҡындыра алмайым. Айы-рылғыһыҙ бала саҡ әхирәтем кеүек ул. Иртә таңдан ауыл өҫтөндә геүләп ишетелгән мотор тауышы ла, һалҡын көҙҙә борлап ҡалҡҡан силос еҫе лә, ҡырмыҫҡалай килеп үҙ сәғәтендә бер тарафҡа ағылған халыҡ та юҡ хәҙер. Һәр кемдең үҙ көйө, үҙ ғәме. Уҡыу буйынса һылтыҡлай башлаһаң элек уҡытыусылар ҙа, ана, көтөүсе бул, һауынсыға бар тип теләһә, хәҙер килеп һәр ҡайһыбыҙҙы юғары белемле булырға, тик юғарыла ғына Кешелек, тип өйрәтәләр...
Ҡулдарыма һурып тигәндәй нигеҙ ташын алам. Ҡасандыр балалары ауыҙынан өҙөп малын, мөлкәтен биреп, бар көсөн йәлләмәй төҙөгән ата-олатайҙар хеҙмәте, еңел табышҡа әйләнеп, кемдеңдер кеҫәһенә ҡиммәтле ҡағыҙ рәүешендә инеп ятты. Исмаһам, берәй һауынсы йә көтөүсегә өлөш сыҡһа ла йән әсемәҫ ине лә. Таш өнһөҙ. Әсе тир, хәләл көс һеңгән һалҡын таш киҫәге йөҙҙәре лә һырҙар менән тулған. Тик ниңәлер ошо ғорур тәбиғәт байлығы бер ҡасан да ыуалып юғалмай, үткәндәрҙә ҡалған хеҙмәт кешеһенә һәйкәл булып мәңге ҡалыр кеүек...
Миңзәлә Сирғәлина.
Читайте нас: