Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
1 Март 2019, 16:27

Етәкселәр халыҡ менән аралашты

Сибай ҡалаһының карьерында мәғдән ҡалдыҡтары янып, киҫкен экологик хәл тыуғандан бирле Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡалаға өсөнсө тапҡыр килде. Был юлы Башлыҡ һәм Урал тау-металлургия компанияһы директоры Андрей Козицын ҡала халҡы менән осрашты.

Сибай ҡалаһының карьерында мәғдән ҡалдыҡтары янып, киҫкен экологик хәл тыуғандан бирле Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡалаға өсөнсө тапҡыр килде. Был юлы Башлыҡ һәм Урал тау-металлургия компанияһы директоры Андрей Козицын ҡала халҡы менән осрашты.
Диалогтың төп темаһы—Сибайҙағы экологик хәл булды.
Сара асылыу менән А.Козицын залға йыйылыусыларҙы карьерҙа килеп тыуған хәл менән таныш-тырҙы. Компания етәксеһе әйтеүенсә, әле Сибай карьерына һыу яйлап тултырыла, ул карьер ситендә быҫҡып янып ятҡан урынға еткәнсе йәмғеһе 385 мең кубометр һыу кәрәк.
—20 мартҡа тиклем эште тамамлай алһаҡ, бик шәп. Артабан ике ай хәлде күҙәтәсәкбеҙ. Барыһы ла яҡшы булһа, карьерҙы киптереп, әселәнеү усаҡтарын мәте менән ҡаплаясаҡбыҙ,—тине А.Козицын. Етәкселек алдында таусыларҙың мәшғүллеге мәсьәләһе тора: 800 кешене эшкә урынлаштырыу зарурлығы бар.
Артабан А.Козицын һәм Р.Хәбиров халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. «Сибай, дыши!» төркөмө вәкиле Эдуард Ҡадыров Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Андрей Козицындан Сибай халҡының һаулығына зыян килтергән өсөн аҡсалата компенсация түләүҙе һораны.
Андрей Козицын иһә компенсация тураһындағы ҡарарҙы тик суд сығара һәм уны түләү өсөн яуаплыларҙы ла ул ғына билдәләй ала, тип яуапланы.
Төбәк етәксеһенә Нурали Дусматов урындағы сирлеләр һанына ҡағылышлы һорау бирҙе. Өфөнән килеп ҡалала эшләүсе табиптар менән етәкселек иткән республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова әйтеүенсә, әле кеше организмында көкөрт диоксиды йоғонтоһонда тыуған патологик процестар теркәлмәгән. Табиптар диагнозды клиник күрһәткестәр нигеҙендә ҡуя һәм ҡарар сығара. Уның өсөн ул юридик яуаплылыҡҡа эйә.
Радий Хәбиров Сибайға күсмә химик-токсикологик лаборатория ебәрергә тәҡдим итте. Ул һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫарына ошондай мөмкинлек табырға ҡушты.
Һорау биреүселәрҙең береһе һөткә һәм һутҡа талон индерергә тәҡдим итте.
—Балаларҙы ялға ебәрәһегеҙ, ә беҙ, пенсионерҙар, бында ҡалабыҙ, ошо һауаны һулайбыҙ. Урал тау-металлургия компанияһы бағыусы була алыр ине,—тине карьерға яҡын йәшәгән ҡатын.
—Мин бағыусы түгел, ә предприятиелағы аварияны бөтөрөү менән шөғөлләнәм. Аңлайышлы булһын өсөн шуны белгертәм. Киҫкен экологик хәл эҙемтәләрен бөтөрөүгә ноябрҙә—12 миллион, ғинуарҙа—47 миллион, февралдә—91 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Мартта—134 миллион һум сығым сығарыуға иҫәп тотабыҙ,—тине компанияның генераль директоры Андрей Козицын.
—Һәр кемгә һөт таратыу кәрәклеген күрмәйем. Әммә ярҙамға ысынлап та мохтаждар бар,—тине Радий Хәбиров һәм социаль блокка сирлеләргә булышлыҡ итеү сараһын күрергә ҡушты.
Сибай халҡы әле һаман һаулыҡтары насар булыуға зарлана. Ҡайһы берәүҙәр аҙналар буйы тар белгестәргә яҙыла алмай. Республика табиптары бригадаһы бында 16 ғинуарҙан бирле эшләй. Сибайҙың балалар һәм өлкәндәр поликлиникаларында токсиколог, пульмонолог, офтальмолог, аллерголог, инфекционистар, педиатр һәм терапевтар 40 көндән ашыу ваҡыт арауығында һаулыҡтарына зарланыусыларҙы ҡабул итте. Быға тиклем табиптар 1 марттан ҡайтып китә башлай, тип хәбәр ителгәйне. Радий Фәрит улы залдағыларҙың мөрәжәғәтен тыңлағандан һуң, белгестәрҙе 15 мартҡа тиклем ҡалдырыуҙы хуп күрҙе.
Урындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Сибай карьерын ябып, бөтә эште туҡтатыуҙы, ҡаланы «таҙа ергә» күсереүҙе талап итте. Бәғзеләр: «Беҙгә аҡса ла, ташламалар ҙа кәрәкмәй. Һулар һауабыҙҙы ғына сафландырығыҙ»,—тип үтенде.
Урал тау-металлургия компанияһы етәксеһе ҡалала хәлдең ҡатмарлы булыуына төшөнөп, Сибайға 200 миллион һум бүләсәген белдерҙе.
—Аҡсаны нимәгә тотоноуҙы Сибай хакимиәте хәл итергә тейеш. Әйткәндәй, был сумма Урал тау-металлургия компанияһының Сибай һәм республика алдындағы башҡа йөкләмәләренән тыш бүленә,—тине А.Козицын.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Сибай халҡы менән карьерҙы һыу менән тултырыу эштәре тамамланғас, яҡынса 20-һенән 25 мартҡа тиклемге арауыҡта, осрашырға һүҙ бирҙе.
Төбәк етәксеһе был ваҡытҡа ҡалала хәлдәр күпкә яҡшырыр, тигән өмөт белдерә.
Дөрөҫ йүнәлештә эшләйҙәр
Шул уҡ көндө Сибайҙа Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре булды.
Ведомство етәксеһе Светлана Радионова һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр карьерҙы ҡараны, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, урындағы власть, «Ростехнадзор» вәкилдәре менән осрашты.
—Бөгөн, ғилми берләшмә тәҡдим иткәнсә, карьерҙың төбөн өлөшләтә һыу менән ҡаплау, балсыҡ, эзбиз иҙмәһе менән мәғдән ҡалдыҡтары янған урынды көпләү—проблеманы яйға һалыу йәһәтенән берҙән-бер дөрөҫ ҡарар, башҡа юл юҡ,—тине Светлана Радионова.—Беҙҙең ведомство белгестәре был процесты хәл яҡшырғанса, атмосфера һауаһы таҙарғанса контролдә тотасаҡ.
Етәксе Сибайҙағы экологик хәрәкәт әүҙемселәренә рәхмәт әйтте һәм берәүҙең дә мәғлүмәтте йәшерергә йыйынмауын белдерҙе.
«Бындай хәл башҡа ҡабатланмаҫҡа тейеш. Кешеләрҙең уңайлы шарттарҙа йәшәүе мөһим»,—тине Светлана Радионова.
Читайте нас: