Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
28 Февраль 2019, 12:50

Сүп-сар бөтөрмө?

«2024 йылға тиклем проблемалы сүп-сар урындарын юҡ итергә кәрәк»,--тине Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәнамәһендә В.В.Путин.Эйе, сүп-сар проблемаһын ил етәкселәре аңлап ҡарай, йөкләмә бирә, закондар ҡабул ителә. Ҡый-һайҙы йыуыу буйынса ла эштәр ойошторола. 2024 йылға тиклем был юҫыҡтағы проблеманан ҡотолорбоҙмо?

«2024 йылға тиклем проблемалы сүп-сар урындарын юҡ итергә кәрәк»,--тине Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәнамәһендә В.В.Путин.
Эйе, сүп-сар проблемаһын ил етәкселәре аңлап ҡарай, йөкләмә бирә, закондар ҡабул ителә. Ҡый-һайҙы йыуыу буйынса ла эштәр ойошторола. 2024 йылға тиклем был юҫыҡтағы проблеманан ҡотолорбоҙмо? Был мәсьәләгә Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Фәйзрахман Усманов үҙ фекерен белдерә:
--Әлбиттә, ил етәкселәренең тырышыуы, закондар сығарыуы яҡшы. Әммә халыҡты тәрбиәләп булырмы икән? Арабыҙҙа вайымһыҙҙар күп. 2017 йылда «Атайсал» гәзите менән берлектә «Таҙа Һаҡмар» акцияһы ойошторҙоҡ. Шунан күренеүенсә лә, халыҡ йәшәмәгән, йәғни ауылдарҙан алыҫыраҡ туғайҙарҙа ла ҡый бик күп. Иң әсендергәне шул: улар серемәй торған материалдан. Уйлап ҡарғыҙ: тәбиғәткә күп зыян! Сүп-сар йыйып тапшырабыҙ, шуның өсөн түләйбеҙ, әммә бының менән тәбиғәт таҙармай. Битараф әҙәмдәр туғайға, урманға ташлаған шешәһен, полиэтилен ҡаптарын йыйып алмаясаҡ, тапшырмаясаҡ та. Ауылға сүп-сар йыуыу машинаһы килә. Күптәр унда ҡый-һайын сығарып йөрөүҙе өнәмәй. Пластик шешәләрен мейестәренә яға ла ҡуя. Шунан тышта алама еҫ таралып китә.
Минең уйлауымса, закондарҙы ҡәтғирәк итеү зарур. Бәлки, элекке кеүек шешә тапшырыусыларға күпмелер аҡса бирергә кәрәктер. Ул саҡта кеше ҡырҙағыһын да йыйып тапшырыр ине. Магазиндар үҙҙәре һатҡан һауыт-ҡаптарҙы кире ҡабул итһә, уны ҡайҙалыр тапшыра алһа бик шәп булыр ине. Совет осорондағы кеүек полиэтилен ҡаптар урынына аҙыҡ-түлекте ҡағыҙ ҡапта һатыуҙы тергеҙер кәрәк. Сөнки полиэтилен ҡап, пластик шешә экологиябыҙҙы бысрата. Ташлаһаң--серемәй, яҡһаң насар еҫ сыға.