Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбендә Ҡамышлы-Үҙәк биҫтәләрендә йәшәгән халыҡ менән ҙур осрашыу булып үтте. Өс сәғәттән ашыу барған осрашыуҙа дүрт мәсьәлә—«Инцидент» программаһы һәм уның буйынса башҡарылған эштәр, подъездарҙы төҙөкләндереү, «Башҡортостан ихаталары» программаһын дауам итеү һәм ҡалалағы экологик хәл тураһындағы һорауҙар тикшерелде. Бөгөн беҙ шуларҙың береһен—подъездарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһен тулыраҡ яҡтыртырға булдыҡ.
Подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса яңы республика программаһы нигеҙендәге эштәр барышында тәҙрәләр пластикка алмаштырылырға, ишектәр, почта йәшниктәре яңыртылырға, беренсе ҡаттағы иҙәнгә плитә түшәлергә, стеналар, түшәмдәр, йылылыҡ торбалары буялырға, электр сымы кабель каналы менән көпләнергә, энергияны һаҡлаусы лампалар ҡуйылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта эште халыҡҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙырмайынса, йылдам башҡарыу мөһим.
—Был осраҡта халыҡты финанслауҙа ҡатнаштырыу үҙмаҡсат түгел, киләсәктә дөйөм йорт мөлкәтен һаҡлап тотонһондар өсөн халыҡҡа ремонтҡа ҡатнашлығын тойоу мөмкинлеген биреү мөһим. Шуға күрә уларҙы, айырыуса аҙ тәьмин ителгәндәрҙе һәм пенсионерҙарҙы, аҡса түләргә мәжбүр итергә ярамай,—тине Радий Хәбиров.
Йыл һайын дүрт меңгә яҡын подъезды төҙөкләндереү күҙаллана. Биш йылда (2024 йыл бөткәнсе) йәмғеһе 26 мең подъезды ремонтларға ниәтләйбеҙ, шуларҙың дүрт меңен—быйыл,—тине торлаҡ- коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов.
Программаны тулыһынса тормошҡа ашырыуға алты миллиард һум самаһы аҡса бүленәсәк. Ошо күләмдең бер миллиард һумын тиерлек быйыл подъездарҙы ремонтлауға йүнәлтелә.
Юрий Палтусов әйтеүенсә, 20 февралгә тиклем күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылыштары үткәрелергә тейеш. Уларҙа халыҡ башҡарылырға тейешле эштәр исемлеген төҙөйәсәк, эшкә контроль һәм ҡабул итеү өсөн яуаплы кешене һайлаясаҡ.
Исемлеккә үрҙә һанап кителгән эштәр инә. 28 февралдән 15 апрелгә тиклем республикала подряд ойошмаларын һайлап, улар менән килешеү төҙөләсәк. Ремонт эштәре 15 апрелдә башлана. Уны 1 ноябргә тамамлау күҙаллана.
Сибай ҡалаһы ҡала округы башлығының беренсе урынбаҫары Илфат Сафиндың әйтеүе буйынса, ҡалала быйыл 80 подъезды (5 ҡатлы йортарҙа—54,2 ҡатлыларҙа—23, 9 ҡатлы бер йорттоң 3 подъезын) төҙөкләндереү күҙаллана. Төҙөкләндереү хаҡы әлегә билдәле түгел, асыҡлана, яҡынса 22 миллион һумға төшөр тип көтөлә. Был сығымдарҙың 90 проценты—республика, 10 проценты—урындағы бюджеттан түләнәсәк.
Әле төҙөкләндереү планлаштырылған йорттарҙа дөйөм йыйылыштар үтә, башҡарыласаҡ эштәр исемлегә аныҡланып, Өфөгә, Торлаҡ-хужалыҡ министрлығына раҫлауға ебәрелә. Был мөһим эште башҡарыу капремонт буйынса төбәк операторына тапшырылған.
Радий Хәбиров февраль аҙағы-март баштарында йорт советтары рәйестәре менән киңәйтелгән осрашыу үткәреп, программаны тормошҡа ашырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерергә ниәтләүе хаҡында әйтте. Шулай уҡ йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшы подъезға конкурс иғлан итеү ҡарала.