Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
25 Ғинуар 2019, 11:12

Рөхсәт һорау кәрәкмәй

2019 йылдың 1 ғинуарынан тәбиғи рәүештә йәки һауа торошона бәйле йығылған һәм ҡороған ағастарҙы бушлай алыуға рөхсәт биргән ҡанун үҙ көсөнә инә (РФ Урман кодексының 32-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәр.) Был яңылыҡты халыҡ ҡыуанып ҡабул итте. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, граждандар бер ниндәй бюрократик кәртәләрһеҙ утын өсөн генә түгел, хужалыҡтағы башҡа эштәргә лә кәрәге тейерҙәй ағасты алыу мөмкинлегенә эйә. Әлеге Федераль законды тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, яҡташыбыҙ Зариф Байғусҡаров күп көс һалды.

Яңы ҡанун үҙ көсөнә инеү менән Зариф Байғусҡаров халыҡтан ошо темаға ҡағылышлы күп хаттар ҡабул итте. Депутат һорауҙарға аныҡлыҡ индерҙе.
—Ҡоро ағасты алыу өсөн кемдән рөхсәт алырға кәрәк?
—Ел-дауыл, ҡар ауырлығы, ҡороу һәм төрлө сирҙәр арҡаһында ергә ҡолаған ағастарҙы алыу өсөн бер кемдән дә рөхсәт кәрәкмәй. Үҙең менән балта һәм бысҡы алырға мөмкин. Бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ. Сөнки ергә ҡолаған ағасты тейәп алыу өсөн уны өлөштәргә бүлергә кәрәк.
—Ҡоро ағасты (валежникты) йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә лә әҙерләргә мөмкинме?
—Эйе, мөмкин. Тик янғын хәүефенә бәйле урмандарға махсус режим индерелгән ва-ҡытта ғына ярамай.
—Ҡоро ағасты ниндәй урмандарҙа әҙерләргә ярамай?
—Бөтә урмандарҙа ла мөмкин. Бары тик урман ҡырҡыу эштәре барған ерҙә, алдан әҙер-ләнгән ағасты һаҡлау урындарында ғына ярамай. Шуға иғтибарығыҙҙы йәлеп иткем килә: БР Урман хужалығы тарафынан 2018 йылдың 26 декабрендә үҙенең территориаль подразделениеларына ебәрелгән хат кире ҡағылды һәм ул ҡулланылырға тейеш түгел. Унда лапы (валежник) алырға теләгәндә был хаҡта башта урман һаҡлау органдарына хәбәр итергә һәм ҡороған ағас әҙерләү өсөн рөхсәт алырға кәрәклеге хаҡында һүҙ бара. Бөгөн министрлыҡтарға законды ҡулланыу буйынса яңы хаттар ебәрелде. 12 ғинуарҙа Башҡортостан Урман хужалығы министры һәм уның урынбаҫарҙары менән осрашыу ваҡытында үрҙәге мәсьәләләр килешелде. Урманға лапы әҙерләү өсөн барыусыларға үтенәм: бер ниндәй сәбәп менән дә тере, үҫеп ултырған ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡмаҫҡа, урман үҫентеләренә зыян килтермәҫкә кәрәк. Барығыҙға ла мәғлүм: тере ағастарҙы законһыҙ ҡырҡ-ҡан өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған, айырым осраҡтарҙа, килтерелгән зыянға бәйле, енәйәт яуаплылығы ла ҡулланылыуы ихтимал. Йәнә—йығылып ятҡан ағасты алғанда уның кипкән ботаҡтарын урманда ҡалдырмауығыҙҙы һорар инем, сөнки улар урманды бысратып ҡына ҡалмай, янғын хәүефе лә тыуҙыра.
Был закон ауыл кешеләренә айырыуса кәрәк, тип һанайым. Сөнки йығылған ағастарҙың олоно утын итеп файҙаланылыуҙан тыш, хужалыҡта бағаналарҙы алыштырыу һәм башҡа ихтыяждар өсөн ҡулланылырға мөмкин.
Лапы әҙерләү менән бәйле мәсьәләләр килеп тыуһа, миңә түбәндәге адрес буйынса хәбәр итеүегеҙҙе һорайым: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17.
Яуаптарҙы Гүзәл Бикмәтова яҙып алды.
Читайте нас: