20 ғинуарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында «Яңы Сибай» ятҡылығындағы көкөрт яныу процесын ликвидациялау һәм локализациялау буйынса артабан саралар күреү тураһында техник кәңәшмә үтте.
Кәңәшмәгә «УГМК-Холдинг», «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре саҡырылды. Килеп тыуған киҫкен хәлгә «Уралмеханобр», «Маггеоэксперт», «УралГеоПроект» йәмғиәттәренең, «Тау Эксперты» фәнни-тикшереү үҙәгенең фән эшмәкәрҙәре үҙ фекерҙәрен әйтте. Белгестәр предприятиела тау ҡаҙылмалары янған урынды ликвидациялау һәм локализациялау буйынса күрелгән сараларҙың эффектлылығын анализланы, эштәрҙе тиҙләтеү алымдарын ҡараны.
«Тау Эксперты» фәнни-тикшереү үҙәгенең алдынғы белгестәре Иван Александрович Куц һәм Анатолий Яковлевич Козлов түбәндәге аңлатманы бирҙе.
—Ни өсөн был хәл килеп тыуған?
—Сибай карьерында барған мәғдәндең әселәнеүе процесы—тәбиғи күренеш. Ул башлыса көкөрткә бай рудаға бәйле , көкөрт йәки баҡыр-колчедан рудаһы булыуы ла ихтимал. Күҙаллауыбыҙса, 15 йыл дауамында бер ниндәй ҙә эштәр атҡарылмаған карьерҙа тирә-яҡ мөхит йоғонтоһонда соҡорҙоң яҡтары емерелгән, тау тоҡомдары йомшарған. Һөҙөмтәлә карьерҙың ситтәрендә ятҡан мәғдән урындары асылған. Асылып ятҡан шундай урындарға кислород һәм һыу эләккәс, әсеү процесты башланған. Химик реакция һөҙөмтәһендә йылылыҡ һәм газ бүленеп сыға.
—Башҡа предприятиеларҙа ошондай осраҡтар булғаны бармы?
—Әлбиттә, бындай процестарҙан мәғдән етештереүсе бер сәнәғәт объекты ла азат түгел. Бындай хәлдәр башлыса ятҡылыҡтарҙы үҙләштергәндә һәр ваҡыт булып тора. Сибай карьеры шарттарында хәлде карьерҙың тәрәнлеге һәм әсеү процесы барған урынға барып етеп булмау ҡатмарлаштыра.
—Йылылыҡ һәм газ бүленгән ерҙе көпләү буйынса Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы ҡулланған алымдар һөҙөмтә бирәме?
—Һәр ятҡылыҡ үҙенсә уникаль. Шуға күрә әсеү процесы барған урындарҙы локализациялау һәм ликвидациялау буйынса һәр осраҡ айырым ҡарала һәм төрлө факторҙар иҫәпкә алынып, индивидуаль алымдар ҡулланыла. Сибай карьерындағы бөгөнгө хәлдән сығып, алып барылған комплекслы эштәр дөрөҫ йүнәлештә бу-лыуына инандыҡ. Комбинат белгестәре әсеү урыны барған ергә балсыҡ-тау тоҡомдары массаһын көслө ағым менән ебәрә. Һыу һәм 74 микронға тиклем тартылған эзбиз ҡатнашмаһын да түгәләр. Шулай итеп, әсеү процесы нейтралләштерелә.Ошо уҡ маҡсаттан предприятиеның шахта һәм отвал аҫты һыуҙарын нейтралләштереү РН10 станцияһынан һелтеле һыу ҡойола.
Шулай ҙа тепловизор төшөрөү хеҙмәткәрҙәре алып барған эштәрҙән күренеүенсә, руда бик тәрәндә янып ята. Шуға күрә, беҙ өҫтәмә ысул булараҡ, карьер төбөн һыу менән тултырыуҙы тәҡдим иттек. Был тәҡдимебеҙҙе техник совет хупланы. Һөҙөмтәлә, Сибай карьерының һәм Сибай ер аҫты руднигы төбөн, «Яңы Сибай» ятҡылығының 469/549 м горизонтындағы ҡорамалдарҙы һәм кабель линияларын демонтажлағандан һуң өлөшләтә һыу аҫтында ҡалдырырға тигән ҡарар сығарылды.
Бөгөнгө көндә карьер һәм тау тоҡомдарын һыу аҫтында ҡалдырыу буйынса документацияны проектлаусы билдәле. Унда эш һәм ҡорамалдарҙы демонтажлау тәртибе асыҡ сағыласаҡ. Проект тикшереү үтеп, раҫланғандан һуң уны тормошҡа ашыра башлаясаҡтар.
Тау тоҡомдары ятҡан урындарҙың бер нисә өлөшө генә ваҡытлыса туҡтатып тороласаҡ. Әлбиттә, был предприятиеның етештереү ҡеүәтенә йоғонто яһаясаҡ. Тағы шуны әйтергә кәрәк, рудник үҙ эшен дауам итәсәк.