Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
16 Октябрь 2018, 16:37

Мама түгел, әсәй булайыҡ!

Бала тыуғас ҡына түгел, әсә ҡарынында саҡта уҡ туған телендә ата-әсәһенең һөйләшеүен, йыр-моңон ишетергә тейеш. Ләкин йыш ҡына, ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла балаларҙың рус телендә һөйләшеп, аралашып йөрөүен күрергә, ишетергә тура килә.

Бала тыуғас ҡына түгел, әсә ҡарынында саҡта уҡ туған телендә ата-әсәһенең һөйләшеүен, йыр-моңон ишетергә тейеш. Ләкин йыш ҡына, ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла балаларҙың рус телендә һөйләшеп, аралашып йөрөүен күрергә, ишетергә тура килә.
Ата-әсәләр бар ғәйепте телевизорҙа күрһәтелгән йәнһүрәттәрҙән, бәләкәстәренең шул тапшырыуҙарҙан айырылмай, яратып ҡарауынан күрә. Fәйеп унда ғына түгел шул. Ата-әсәләр бала күңелендә туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятмай, йыш ҡына үҙҙәре лә телмәрендә рус һүҙҙәрен ҡуллана, йә бөтөнләй шул телдә аралашып маташа. Балаларының да икенсе телдә һупалауын хуплайҙар хатта.
Мине иң ныҡ әсендергәне: ауылдан сығып, ҡалала йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең үҙ балаларын башҡорт төркөмөнә бирергә ҡурҡыуҙары. Уларҙың фекеренсә, ҡала мәктәбендә уҡыған бала русса насар белһә, акцент менән һөйләшһә оят була. Балалар баҡсаһында рус төркөмдәрендә урын етмәгәнлектән, бә-ләкәсен башҡорт төркөмөнә биргән ата-әсә, үҙенең борсолоуын белдереп: «Зинһар өсөн, уның менән рус телендә һөйләшегеҙ, ул башҡортса аңламай. Киләһе йылда урын булһа, беҙ балабыҙҙы рус төркөмөнә күсерәсәкбеҙ»,—тип тороуҙарын ишетеүе бигерәк ҡыйын. Тимәк, был ата-әсәләр балаһы тыуғас та, теленең русса асылыуын маҡсат итеп ҡуйған һәм уның «папа», «мама», «бабушка», «дедушка» тип йөрөүенән оло ҡыуаныс кисерә.
Балалар ололарға ҡарағанда башҡа телдәрҙе бик тиҙ отоп ала. Сит телде өйрәнер өсөн өлкәндәр махсус курстарға яҙылһа, бәләкәстәргә икенсе милләт вәкилдәре менән бергә уйнап, аралашып йөрөү ҙә етә. Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: хөрмәтле йәш атайҙар һәм әсәйҙәр, туған телдә аралашайыҡ һәм балаларыбыҙға ла өйрәтәйек. Балалар баҡсаларының башҡорт төркөмдәренә ул һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы биреүҙән ҡурҡмайыҡ. Тел бөтһә—милләт бөтә, шуны онотмайыҡ!
Розалия Теүәлбаева,
«Аленушка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.