27 сентябрь көндөҙ Баймаҡ районының Темәс ауылының кафеһында урындағы ауыл кешеһе менән Чечен Республикаһынан эшкә килеүсе араһында низағ тыуа. Артабан был низағ күмәк һуғышҡа әйләнеп, чечендар йәшәгән урын, уларҙың береһенең автомобиле яндырылһа, Билал ауылы егетенә бысаҡ менән сәнсәләр. Яраланыусы дауаханала ята, уның хәле ауыр. Урындағы егеттәргә ярҙамға тирә-яҡтан көстәр килә, ауыл тирәһендә күмәк халыҡ йыйылып китә.
Был хәл полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан хоҡуҡи нигеҙҙә тикшерелә.
Бөгөн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы урында йәшәүселәр һәм сәнәғәт карьерында эшләүселәр араһындағы низағҡа ҡарата аңлатма бирҙе. Үҙ-ара конфликт ике яҡтан да хоҡуҡ боҙоуҙарға килтерә. Низағта ҡатнашыусылар ҡулға алынған. Уларҙың бер нисәүһе әле иреккә сығарылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.
Максим Радионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Тикшереү барышында урында йәшәүсене йәрәхәтләүсе 1993 йылғы карьер хеҙ-мәткәре ҡулға алынды. Шулай уҡ кеше мөлкәтенә зыян килтереү буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды һәм тикшереү алып барыла. Тәртип боҙоуҙа урында йәшәүсе ир ғәйепләнә».
Темәстәге хәлгә бәйле төрлө имеш-мимештәр ҙә тарала башланы. Йәнәһе лә, ситтән килгән ирҙәр рөхсәт ителмәгән карьерҙа эшләгән. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы был мәғлүмәтте иңҡар итә. Сәнәғәт объектында эшләү өсөн тейешле лицензия алынған.
Гөлнара Ноғоманова, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты рәйесе: «Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара. Был ерҙәргә лицензия алынған. Таш сығарыусы компания, ысынлап та бар».
Көнкүреш низағын милләт-ара ыҙғышҡа әйләндерергә теләүселәр ҙә юҡ түгел. Хәлгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында Баймаҡ районына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов менән Башҡортостандағы Чечен диаспораһы етәксеһе Сайдамат Мусаев та барҙы. Урындағы халыҡ менән әңгәмәләшкәндән һуң, улар был ваҡиғала милли сәбәптәр булмауын асыҡланы.
Әмир Ишемғолов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе: «Башҡорт халҡы менән чечен халҡы араһында сыҡҡан конфликт тип әйтергә бөгөн бер ниндәй ҙә урын тапманыҡ. Конфликт ике кеше араһында барлыҡҡа килгән, аҙаҡ ул үҫешкән».
Сайдамат Мусаев, Башҡортостанда Чечен Республикаһы вәкиллеге етәксеһе: «Башҡорттар менән чечендар тәрән аҡыллы халыҡ. Ә был сифат бер ерҙә дуҫтарса йәшәй белеүҙә сағыла. Шуға күрә был ваҡиға көнкүреш ыҙғышы һәм уның менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнергә тейеш. Ике халыҡ араһындағы мөнәсәбәттәргә был бер нисек тә йоғонто яһарға тейеш түгел».
Әле Баймаҡ районындағы хәл эске эштәр министрының шәхси күҙәтеүендә. Роман Деев ҡушыуы буйынса районға махсус төркөм оҙатылған. Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм миграция мәсьәләләре буйынса идаралыҡтар хеҙмәткәрҙәре таш сығарыу карьерын тикшерәсәк.