АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
27 Август 2018, 08:43

Һыу мәсьәләһе—көнүҙәк

Күптән түгел Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында «Башҡорт электр уты һәм һыу менән тәьмин итеүсе предприятиелар ассоциацияһы» ағзаларының йыйылышы үтте. Унда республикабыҙҙың район һәм ҡалаларында ошо юҫыҡта эшләүсе белгестәр, ойошма директорҙары ҡатнашты.

Күптән түгел Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында «Башҡорт электр уты һәм һыу менән тәьмин итеүсе предприятиелар ассоциацияһы» ағзаларының йыйылышы үтте. Унда республикабыҙҙың район һәм ҡалаларында ошо юҫыҡта эшләүсе белгестәр, ойошма директорҙары ҡатнашты.
Сараны асып, ассоциация рәйесе К.М.Гнилобоков йыйылыштың маҡсатын һәм унда күтәрелгән мәсьәләнең көнүҙәк булыуын билдәләне. 2017-2018 йылда һыу һәм ут менән тәьмин итеүсе предприятиеларҙа үҙгәрештәр күп булыуын, шул сәбәпле был өлкәлә эшләүсе белгестәрҙең әҙерлекле булырға тейешлеген әйтте.
«Сибай водоканалы» йәмғиәте директоры Т.Т.Муллоджанов үҙе етәкләгән предприятие эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итеп, технологик иҫәп алып барыусы «Стриж» системаһы хаҡындағы презентация эшен тәҡдим итте.
—Сибай водоканалы 62 меңдән ашыу халҡы булған Сибай ҡалаһын һалҡын һыу менән тәьмин итә, һыу түгеү эшен алып бара. Тәүлек әйләнәһенә 2783 кубометр эсәр һыу ҡулланыла. Барыһы ла еңел түгел, ауырлыҡтар ҙа осрай. Өҙлөкһөҙ һәм ышаныслы эшләүебеҙгә 60 километрҙан ашыуға һуҙылған дүрт магистраль торба үткәргестең торошо тәьҫир итә. Улар 60-сы йылдарҙа төҙөлгән, 90 проценты иҫкергән. Шунлыҡтан авариялар йыш була. Тотороҡлоҡто юғалтмаҫ өсөн магистраль торба үткәргестәргә заманса алымдар ҡулланып реконструкция эшләргә кәрәк.
«Сибай водоканалы»нда 2017-2019 йылдарҙа һыу менән тәьмин итеү һәм һыу түгеү системаһын үҫтереү» инвестицион программаһына ярашлы, беҙ һыу табыу, траспортировкалау һәм ҡулланыу иҫәбен алып барған «Стриж» системаһын өйрәнә башланыҡ. Насос станцияларына, павильондарға сығымды, баҫымды үлсәүсе һәм башҡа датчиктар ҡуйыла. Улар диспетчер хеҙмәтендәге автоматик рәүештә идара итеүҙең берҙәм системаһына тоташтырыла. Был ҡайҙа авария булғанын ҡыҫҡа арала асыҡларға, уны кисектерергә ярҙам итә. Шулай уҡ уға ҡарап баҫымды контролгә алырға мөмкин.
Сибай ҡалаһында 373 күп ҡатлы йорттоң 292-һендә дөйөм йорт иҫәп приборы (ОДПУ) тора. 2018 йылда 78 йортта дистацион мәғлүмәт биреүсе импульслы ОДПУ ҡуйылған. Йыл аҙағына тиклем йәнә 64 шундай ҡоролма ҡуйырға, ә 50 йортта иҫкеһен импульслы приборға алмаштырырға иҫәп тотабыҙ,—тип үҙ сығышын йомғаҡланы Тахир Толиб улы Муллоджанов.
Әлеге сара бик эшлекле шарттарҙа үтте. Ул үҙенә күрә тәжрибә майҙансығы булып торҙо.
Әлфирә Үҙәнбаева.
Читайте нас: