Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
9 Июнь 2018, 14:03

Изгелек ит тә, һыуға һал...

«Рәсәй Федерацияһы урманды һәм тәбиғәтте һаҡлау йәмәғәт инспекторы булараҡ Баймаҡ районының Күлтабан күленең яҙмышына битараф ҡала алмайым. Легендаларҙа данланған был һыу ятҡылығы 10 йылдан ашыу инде шәхси эшҡыуар В.А.Терешиндың ҡулында. Ошо ваҡыт эсендә урындағы халыҡтың хоҡуҡтары сикләнде: балыҡ тоторға ярамай, күл ярына мал яҡын барырға тейеш түгел. Әммә иң аяныслы шул: май айында эшҡыуар һыу ятҡылығы ситтәрендәге ҡамыштарҙы яндыра.

«Рәсәй Федерацияһы урманды һәм тәбиғәтте һаҡлау йәмәғәт инспекторы булараҡ Баймаҡ районының Күлтабан күленең яҙмышына битараф ҡала алмайым. Легендаларҙа данланған был һыу ятҡылығы 10 йылдан ашыу инде шәхси эшҡыуар В.А.Терешиндың ҡулында. Ошо ваҡыт эсендә урындағы халыҡтың хоҡуҡтары сикләнде: балыҡ тоторға ярамай, күл ярына мал яҡын барырға тейеш түгел. Әммә иң аяныслы шул: май айында эшҡыуар һыу ятҡылығы ситтәрендәге ҡамыштарҙы яндыра.
Тәбиғәткә ҡарата был вәхшиҙәрсә алым һауаны бысратып ҡына ҡалмай, ҡамыш араһына оялаған ҡоштарҙы юҡ итеүгә илтә. Йомортҡаларын баҫып ултырған бисараҡайҙар ҡайҙа барырға белмәй ҡаңғылдашты. Был хәл беренсе тапҡыр ғына ҡабатланмай. Эшҡыуар ауыл янындағы мегаферманан мал тиҙәге алып килеп, күл ярҙарына һалып сыҡты, йәнәһе лә балыҡтарға ем. Күлтабандар үҙ еребеҙҙең бысраныуына, ауылыбыҙға йәм биреп яҙ һайын килгән ҡоштарҙың юҡ ителеүенә бошона. Тағы шуныһы: йәйге миҙгелдә тыныслыҡ бөтөнләй юғала. Төрлө яҡтан һыу инергә киләләр, араларында иҫеректәр күп була. Күл буйын бысраталар. Һыу ятҡылығын үҙ милке итеп ҡараған эшҡыуар был юҫыҡта бер эш тә алып бармай. Автомобилдәр күплегенән ауыл өҫтөндә саң болото аҫылына. Урында ла киләсәгебеҙгә вайымһыҙ кешеләр бар. Улар күл ярынан ҡомды тейәп алып китә лә һата. Район етәкселеге был хәлде яҡшы белә. Бер нисә йыл элек юғары урындарға ла мөрәжәғәт итеп ҡараным. Мәсьәлә ыңғай хәл ителәсәк тигән яуап хаты килде килеүен, әммә бер ниндәй ҙә үҙгәреш булманы. Артабан да бындай ғәҙелһеҙлеккә түҙә алмайбыҙ. Ярҙам итегеҙ! Аҫаба башҡорт ерен һаҡлайыҡ!»
«Атайсал» редакцияһына Баймаҡ районының Күлтабан ауылында йәшәүсе Х.Ә.Исмәғиловтан ошондай хат килеп төшкәс, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Сибай территориаль комитеты рәйесе Г.Ф.Ноғоманова менән ҡалаға яҡын ятҡан төйәккә юлландыҡ. Хат авторы беҙҙе күл буйлап оҙатып йөрөнө. Бергәләшеп ауыл яғынан да, унан ситтәге ярҙарҙы ла ҡарап, хатта яҙылған етешһеҙлектәрҙе барланыҡ. Ысынлап та, күл ситендә төккә уралған һалам теҙеп һалынған, урыны-урыны менән һыйыр тиҙәге лә түгелгән. Мал көтөүе ҡырҙа йөрөй, күл ситендә һиллек, аҡҡоштар, ҡыр өйрәктәре талғын йөҙә, торналар ҙа парлашып ҡына яр буйында ял итә. Янған ҡамышлыҡ буйында тынлыҡ, бер йән эйәһе күренмәй. Бик ҙур майҙан уттан өтөлгән, ҡоро ҡамыш әйтерһең дә шул бер бөртөк шырпыны ғына көткән.
— Күлтабан күлен 2030 йылға ҡәҙәр шәхси эшҡыуар В.А.Терешин ҡуртымға алып, балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә. Аквакультура тураһындағы Рәсәй Федерацияһы Законының 12-се, 9-сы статьяларына ярашлы, балыҡ үрсетеү участкаһы йәмәғәт ҡулланыу урыны була алмай. Йәғни, был ятҡылыҡ һыу төшөү өсөн ҡулланылырға тейеш түгел, — тине Гөлнара Фазылйән ҡыҙы, яр буйында йәшәгән шәхси эшҡыуарҙың үҙен күреп һөйләшеү был хәлгә аныҡлыҡ индерәсәгенә баҫым яһап.
Василий Анатольевич беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Хатты күрһәткәс, ул уның һәр пунктына айырым туҡталып, аңлатмалар бирергә тырышты.
—Тиҫтә йылдан ашыу элек күлде ҡуртымға алғанда был уникаль тәбиғәт объекты икеләтә хәүеф аҫтында ине. Беренсенән, уның ярҙары кибеп, һаҙлыҡҡа әйләнеп бар-һа, икенсенән, ярҙары сүп-сар ине. Бик ҙур көс, тырышлыҡ һалып күлдең төбөн дә, ярҙарын да таҙарттыҡ, ерлекте йәшелләндереү маҡсатында ағастар ҙа ултырттыҡ. Пляжды йыһазландырҙыҡ, ял итеүселәр өсөн шарттар тыуҙырҙыҡ. Уларҙың бөгөн бер нәмәһе лә юҡ, емереп-ватып, онтап бөттөләр. Ял итеүселәр ҙә, күлтабандар ҙа булғанды ҡәҙерләмәне, һаҡламаны. Яр буйына ҡом ташыттым, ана хатта ла яҙылған, уны һатырға ла оялмаған кешеләр бар,— ти шәхси эшҡыуар, асыуланып.
—Ошоларҙы күргәндән һуң урындағы халыҡҡа ҡарашым үҙгәрҙе. Күл балыҡ үрсетер өсөн ҡуртымға алынды, ә һыу инеү урыны булараҡ түгел. Кешеләр һыу төшә икән ҡаршы түгелмен, ә бына балыҡ тотоуҙың мәле һәм урыны, билдәләнгән ваҡыты һәм хаҡы бар.
Асыҡланыуынса, ҡамышлыҡтарға ут төртөү ҙә шәхси эшҡыуарҙың түгел, уның мөлкәтенә ҡул һуҙыусыларҙың этлеге икән. Былтыр ҙа, быйыл да бындағы янғындар тәбиғәткә бик ҙур зыян килтергән. Тап шул ерҙәрҙә браконьерҙар ау ҡуйып балыҡ һөҙөүгә, рөхсәт ителмәгән мәлдә һунар итеүгә әүәҫләнеп алған. Юлдарын һөрҙөрөп ҡарағандар, әммә улар яман ҡылыҡтарын дауам итеп кенә ҡалмай, ут менән һаҡһыҙ ҡыланыпмы, әллә шулай эҙҙәрен юйыпмы ҡамышлыҡтарҙы яндырған. Хужалыҡтың ыуылдырыҡ сәсеү урыны ла тап шул янғын ҡырған ерҙә булғанлыҡтан, балыҡ үрсетеүгә лә бик ҙур зыян килгән.
Күл ситендә ятҡан төклө һалам, тиҙәккә махсус ашламалар ҡушылған. Ошо рәүешле эш алып барғанда һыу ятҡылығында үрсетелгән суртан, табан балыҡ, аҡ амур, толстолобик, плотва, пелядь, чебак, йәйен һәм башҡа балыҡтарҙың селбәрәләре тиҙерәк ҙурая. Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына эшҡыуар илебеҙҙең төрлө тарафтарынан 4 тоннанан ашыу балыҡ селбәрәләре һатып алған. Улар күлдәге инкубация цехында бер аҙ ҙурайтылғас, асыҡ күлгә сығарыл-ған. Балыҡтар эреләнһен өсөн 2 йылдан ашыу ваҡыт талап ителә. Һалам, тиҙәк ҡалдыҡтары һыу төбөнә китә тип ҡайғырырға ярамай, йыл һайын уны һөҙөп, бысрағын таҙалап торалар.
Хат авторы Хәбир Әхәт улы шәхси эшҡыуар Василий Терешиндың яуаптарынан ҡәнәғәт үк булмаһа ла, ҡайһылыр кимәлдә уның менән килеште. Ул хужалығы үҫешһен, килеме артһын, тәбиғәткә зыян кил-мәһен өсөн законға ярашлы эш алып барырға тырыша. Урындағы халыҡтың мәнфәғәтен дә күҙ уңынан ысҡындырмаған, әммә уның ерлекте төҙөкләндереүен ваҡытында баһаламағандар, булғанды һаҡлай белмәгәндәр. Изгелек ит тә, һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер, тигән халҡыбыҙҙың мәҡәле тап ошо мәҡәләгә генә тура килә түгелме? Халыҡ белмәгәнгә күрә, әлегә балыҡ ҡына белә, улар үрсей, тотола һәм һатыла, эшҡыуарҙың кеҫәһе ҡалыная.
Читайте нас: