Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк мәсьәлә
9 Июнь 2018, 13:55

Ике Моҡас араһындағы "бомба" ҡайҙа булған?

Ике Моҡас араһына бер бомба ташлаһаң нимә була?—тигән лаҡап йәшәй беҙҙең яҡта. Нимә булһын, көлө күккә оса инде. Бынан бер-ике йыл элек шул араға, ысынлап та, бомба һалынды: яланда тик торғанда санкцияланмаған ҡыйлыҡ барлыҡҡа килде лә ҡуйҙы.

Ике Моҡас араһына бер бомба ташлаһаң нимә була?—тигән лаҡап йәшәй беҙҙең яҡта. Нимә булһын, көлө күккә оса инде. Бынан бер-ике йыл элек шул араға, ысынлап та, бомба һалынды: яланда тик торғанда санкцияланмаған ҡыйлыҡ барлыҡҡа килде лә ҡуйҙы.
Тәбиғәтте бөтөнләй уйламаған бер әҙәм аҡтығы тотто ла ике ауыл араһына бер өйөм сүп-сар түгеп китте. Шуны ғына көтөп торған шикелле башҡалар ҙа сүп өҫтөнә сүмәлә өҫтәне. Шул ерҙән үткән һайын йәнем әсене. Етмәһә, ике ауылда ла башлыса тик оло кешеләр йәшәй, уларҙың был күләмдәге ҡыйы ла, сүбе лә юҡ. Был тәңгәлдә Сибай халҡының әүҙемлек күрһәтеүен иҫәпкә алып, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Сибай территориаль комитеты рәйесе Г.Ф.Ноғомановаға ла бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттем.
— Был хәлде беләбеҙ. Урал аръяғында ошондай 270-тән ашыу санкцияланмаған ҡыйлыҡ бар. Уларҙы юҡ итеү өҫтөндә эшләй башланыҡ, ауыл биләмәләре башлыҡтарына бурыс йөкмәтелде,—тине Гөлнара Фазылйән ҡыҙы.
Һүҙендә торҙо етәксе: үткән аҙнала тыуған ауылыма барғанда теге «бомба» юҡҡа сығыуын күреп, махсус рәүештә машинаны туҡтатып тороп төшөп ҡараным. Шундуҡ Моҡас ауылы биләмәһе башлығы Илдар Бүләкәновҡа шылтыраттым. Уның да кәйеф көр:
—Ҡыйлыҡтан сүп-сарҙы сығарыуға Абҙаҡтан Хәлим Күҙәбаев ҙур ярҙам күрһәтте. Уның техникаһы менән ҡый-һайҙы ауылдың төп сүплегенә ташыныҡ. Әйткәндәй, элекке хужалыҡтың силос соҡоро булған ул сүплекте лә тиҙҙән күмеп ҡуясаҡбыҙ,— тине башлыҡ.
Бынан 5 ай элек кенә яңы вазифаға тәғәйенләнгән йәш етәксе үҙ биләмәһенә ҡараған ауылдарҙы төҙөкләндереүҙән, йәғни сүплектәрҙе, зыяраттарҙы рәтләүҙән башлап дөрөҫ эшләгән. Яңыраҡ ҡына Әхмәр, Төркмән, Беренсе Моҡас ауылдарында зыяраттар кәртәләнгән. Икенсе Моҡас ауылында иман йорто—мәсет төҙөлә башлаған.
Яҡын арала Казанка янында туҙрап ятҡан ҡыйлыҡты бөтөрөү өҫтөндә эшләйәсәктәр.
—Иғтибар иткәнһегеҙҙер, Сибай—Төйәләҫ юлының уң яғында ҡалған сүплектең осо-ҡырыйы юҡ. Бында урындағы халыҡ та, сибайҙар ҙа берҙәй бөтә артыҡ нәмәһен алып сығып түгә. Аллаһтан да, етәкселектән дә ҡурҡмайҙар. Үҙең ашаған ергә төкөрөү был. Бындағы мәхшәрҙе бөтөрөү еңел булмаясаҡ, әлбиттә. Әммә дөйөм көс менән таҙартыу эшенә тотонһаҡ, еребеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе ҡотҡарасағыбыҙға ышанам,— тине Илдар Бүләкәнов.