Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзаловтың Сибай ҡалаһы башлығы итеп тәғәйенләнеүенә 3 айҙан ашыу ваҡыт үтеп бара. Илебеҙ өсөн мөһим кампания—18 мартта үтәсәк Рәсәй Президентын һайлау алдынан ҡалабыҙ етәксеһе менән яңы вазифаһы, ҡаланың социаль-иҡтисади хәле, киләсәккә пландар һәм башҡараһы эштәре, ғаиләһе тураһында әңгәмәләштек.
—Рөстәм Әхмәткәрим улы, ҡала хакимиәте башлығы дәрәжәһен иңегеҙгә алыуығыҙға ла арыуыҡ ваҡыт үтеп бара. Билдәле булыуынса, етәксе булыуы еңел түгел. Тәьҫораттарығыҙ менән бүлешеп китһәгеҙ ине. Үҙегеҙгә ниндәй тәү маҡсаттар ҡуяһығыҙ?
—Сибай—минең тыуған ҡалам, ашҡынып ҡайтыр төп йортом, ошо изге ерҙә тыуып үҫтем. 7-се мәктәптә уҡыным. Хеҙмәт юлымды ла ошонда башланым. Артабан Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарында эшләнем. Һуңғы йылдарҙа Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым, финанс идаралағын етәкләнем. Муниципаль хеҙмәт миңә ят булмағанлыҡтан, Сибайҙа эш башлау ауыр булманы. Шуны әйтеп үтер инем: ҡайҙа ғына, ниндәй генә тармаҡта эшләһәм дә әйләнә тирәмдә гел яҡшы кешеләр булды. Дөйөм алғанда беҙҙең Башҡортостанда иҫ киткес татыу, берҙәм халыҡ йәшәй. Күп нәмә үҙеңдән тора, үҙеңде нисек күрһәтһәң, һиңә лә шундай уҡ мөнәсәбәт була. Эшләһәң—эш ҡарышмай. Әлеге көндә минең маҡсатым бер: ҡала халҡының тормошон яҡшыртыу, уны лайыҡлы кимәлгә күтәреү.
—Ҡаланың социаль-иҡтисади хәле тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?
—2017 йылда ҡалабыҙҙың иҡтисады ҡаҡшай төштө. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт производствоһы индексы һәм вал продукцияһы кәмерәк булды. Бындай хәл ҡалабыҙҙы тотоп торған Учалы тау байыҡтырыу комбинатаның Сибай филиалында, төҙөлөш комплексында күрһәткестәр түбәнәйеүгә бәйле. Әле беҙ киләсәккә үҫеш векторын, стратегик маҡсаттарҙы билдәләйбеҙ. 2018-2020 йылдарға ҡаланың үҫеш планы һәр тармаҡты иҫәпкә алып, ентекле төҙөлдө. 2030 йылға ҡәҙәр ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы, 2018-2030 йылдарға ҡала округының инвестицион стратегияһы кеүек мөһим документтар ҡабул ителде.
Сәнәғәт производствоһын үҫтереү мөһим, сөнки уға ҡалабыҙҙың киләсәге генә түгел, республика кимәлендә Сибайҙың ниндәй урын биләүе лә бәйле. Төбәккә яңы сәнәғәт объекттары кәрәк, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мотлаҡ. Иң перспективалы проекттарҙың береһе булып цемент заводы иҫәпләнә. Ҡалала уңайлы инвестицион климат булдырыр кәрәк, инвесторҙарҙы эҙләү һәм йәлеп итеү ҙур бурыс. Был юҫыҡта иң ышаныслы һәм аныҡ алым—үҙебеҙең инвесторҙарҙы үҫтереү. Ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ.
Ҡыҙыҡлы ғына проекттар ҙа бар. Мәҫәлән, Өфө нефть техник университеты менән берлектә тау сәнәғәтенең ҡалдыҡ һыу ятҡылыҡтарын эшкәртеү. Һыу ятҡылыҡтарын эшкәртеү бер яҡтан тимер фосфиды кеүек химик элементтарҙы айырып алыуға килтерһә, икенсе яҡтан экология мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителә.
Эшһеҙлек мәсьәләһенә килгәндә, был тәңгәлдә лә етди эш алып барыу зарур. Күптәр яҡшы эш хаҡы эҙләп сит тарафтарға китә. Урал аръяғынан 7,5 мең кеше вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй. Шуларҙың 2,5 меңе—Сибай ҡалаһынан. Һау-сәләмәт, эшкә яраҡлы кешеләрҙе үҙебеҙҙең ерлеккә, өйҙәренә, ғаиләләренә ҡайтарыу өсөн урында эш булдырырға кәрәк.
Шуныһы оло ҡыуаныс: ҡалала демография хәле тотороҡло. Тәбиғи үҫеш күҙәтелә, йәғни үлемгә ҡарағанда тыуым күберәк. Шулай ҙа проблемалар бар. Күптән түгел беҙ ҡаланың үҙәк дауаханаһының баш табибы А.Х.Әхмәҙуллин менән заманса медицина ҡорамалдары һатып алыу тураһында әңгәмәләштек. Белгестәр етешмәү сәбәпле, булған ҡорамалдарҙың ҡулланылмауы ла күңелде ҡыра. Әйтәйек, күҙ ауырыуҙары бүлегендә яһалма хрусталик ҡуйыу аппараты әлегә эшләмәй тора. Шуны яйға һалыу өҫтөндә эш башланыҡ. Уны сафҡа инедереүгә 500 мең һумдан ашыу аҡса талап ителә. ЛОР бүлегендә ринопластика буйынса операциялар яһау мөмкинлеген ҡарарға кәрәк. Аҡса тапҡанда, материалдар алып эште башларға була.
Ҡалаға инвестициялар йәлеп итеү мөһим. Дөйөм алғанда, идеялар бик күп, уларҙы тормошҡа ашырыу талап ителә.
—Урында цемент заводын төҙөү күптәрҙә һорау тыуҙыра. Был проект тормошҡа ашырлыҡмы?
—Иң беренсе нәүбәттә, ҡалаға яңы производстволар кәрәк булыуҙан сығып эш итергә кәрәк. Был яңы эш урындары, ҡаҙнаға һалым, социаль тармаҡтың үҫеше һәм башҡаларға йоғонто яһаясаҡ. Сылбыр башында һәр ваҡыт производство тора. Ҡалалаштарҙы проекттың экологик яғы борсой. Хәҙер мөхиткә зарар килтереүселәргә закондар бик ҡаты. Заман технологтары шул тиклем алдынғы, улар атмосфераны бысратыуға юл ҡуймаясаҡ. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау айырым иғтибар үҙәгендә була, сөнки уға зыян килтергән өсөн ҙур күләмле штрафтар ҡаралған. Үҙ аҡылындағы эшҡыуарҙар законды боҙорға йөрьәт итмәйәсәк.
Әңгәмәнең дауамын гәзитебеҙҙең 11-се һанында уҡығыҙ.
Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.