Балаларыбыҙға күберәк белем бирәйек тип мәктәп программаларына яңылыҡ артынан яңылыҡ өҫтәй торғас хеҙмәт тәрбиәһе тигән бик мөһим бер ысулды бөтөнләй онотоп ташланыҡ түгелме? Ниңә балаларыбыҙ лампочка бора, стенаға ҡаҙау ҡата белмәй? Ниңә дәрес алдынан аҡбурлы таҡтаны һөртөргә йыбана?
Бер йыл элек беҙҙең менән бергә эшләгән бер ханым улын интернатҡа урынлаштырырға алып барған. Тәрбиәселәр унан улымдың ҡар көрәү, урам һепереү, газондарҙы тәрбиәләү кеүек эштәрҙә ҡатнашыуына ҡаршы түгелмен, тигән ризалыҡ ҡағыҙы яҙҙырып алып ҡалған. Бөтөнләй аҡылдан яҙып барабыҙ түгелме? Бындай эште типһә тимер өҙөрлөк егеттәр эшләмәгәс, кем эшләргә тейеш икән ул? Хәҙер тотабыҙ ҙа совет мәктәбенә бәйләнәбеҙ. Нимә, совет мәктәбе хеҙмәт тәрбиәһе биреп, дөрөҫ эшләмәгән булып сығамы ни инде? Алыҫ бараһы юҡ, мин уҡыған 60-сы йылдарҙа Йылайыр районының Юлдыбай урта мәктәбе 10-сы класс тамамлаған егеттәргә дөйөм урта белемдән тыш тракторсы һөнәре лә биреп сығара торғайны. Мәктәптең үҙ ере, тракторҙары, комбайндары булды. Уҡыусылар үҙҙәре ер һөрҙө, сәсте, урҙы. Күп кенә ҡәрҙәштәрем ошо мәктәптә алған һөнәрҙәрен ғүмерлек эше итеп һайланы. Һайламағаны ла үкенмәгәндер, тием. Уйлап ҡараһаң, теге тәрбиәселәрҙе лә аңларға була. Класта таҡта һөрттөргән, иҙән йыуҙырған өсөн килеп ғауға күтәреп йөрөгән ата-әсәләр ҙә табылғылап тора бит. Кемдең яман һүҙ ишетәһе килһен!
Һуңғы осорҙа эшсе һөнәрҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы күҙәтелә күҙәтелеүен. Әлегә бик һаҡ ҡына. Мәктәп уҡыусылары араһында ошондай һөнәрҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн ил, республика етәкселегенә лә эшләйһе эштәр күп әле. Үткән аҙна аҙағында Сибай ҡалаһының Балалар ижад йортонда башланып йәш техниктар станцияһында, төрлө мәктәптәрҙә, колледждарҙа дауам иткән 1-се төбәк «Йәш һөнәрмәндәр» чемпионаты быға бер башланғыс булғандыр тип уйлайым. Сибай ҡалаһының мәғариф бүлеге ойошторған был бәйгелә Хәйбулла, Бөрйән, Әбйәлил райондарынан һәм Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан үҙҙәрендә еңеп килгән 43 уҡыусы төрлө йүнәлеш буйынса үҙ оҫталығын һынап ҡараны. «Донъяла 56 меңгә яҡын һөнәр бар,—тине бәйгене асып ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Fаяз Әхмәҙулла улы Хәсәнов.—Һәр беребеҙгә шуларҙың береһен—иң оҡшағанын, ғүмерлек юлдаш булырҙайын һайлап алырға кәрәк. Күңел тартҡан шөғөл генә ял һәм байрам бүләк итә ала. Шуға һөнәр һайлауға бик иғтибарлы булырға кәрәк».
Чемпионат хәҙерге уҡыусылар араһында ла иҫ киткес матурлыҡ һәм мөғжизә тыуҙыра алырлыҡ таланттар барлығын асыҡланы. Шулай итеп, ярыш һөҙөмтәләре буйынса «Йәш балта оҫтаһы» номинацияһында Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Күҫәков Эльвир һәм Сибай гимназияһынан Fәлин Иштуған, «Тегенсе» номинацияһында Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбенән Волостнова Алена, «Ашнаҡсы»ла—Сибай гимназияһынан Мырҙағолова Әҙилә, «Йәш модельер»ҙа—Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбенән Йәрмөхәмәтова Аделина, «Йәш иретеп йәбештереүсе» номинацияһында—Сибай гимназияһынан Ваһапов Илнур, «Йәш автомеханик»та—Учалы районы Ураз лицейынан Шаһалин Иҙел, «Мауыҡтырғыс геология» буйынса—Сибай гимназияһынан Тураев Ренал һәм Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенән Алябьев Сергей еңеүселәр тип табылды.
Чемпионатта ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова ҡотланы. Сара сығарылыш уҡыусылары өсөн дөрөҫ һөнәр һайлауға этәргес булыр, моғайын. Шуға күрә ул республикала беренсеһе һәм һуңғыһы ғына булып ҡалмаһын, матур йолаға әүерелһен ине.