Һуңғы ваҡытта күңелемде бала саҡ хәтирәләре биләп алды... Уйҙарымда шул ғәмһеҙ мәлгә ҡайтам. Әгәр мөмкинлек бирһәләр, мин шунда йәнә йәшәр инем...
Миңә 5 йәш булғанда, әсәйем эшкә китеп кискә ҡәҙәр ҡайтмаған саҡта, мин ҡурҡам тигән һылтау менән өләсәйем менән ҡартатайымдың йылы түшәгенә барып ята инем. Уларҙың урындығы, айырыуса йомшаҡ ҡаҙ мамығы тултырылған матрас-тары һәм өләсәйем көн дә ҡағып-һуғып торған ҙур яҫтыҡтары оҡшай ине. Өләсәй менән ҡартатайыма иге-сиге булмаған һорауҙарымдың бер нисәүһен биргәс, иҙрәп йоҡлап китәм...
Мин ошо ғаиләлә үҫтем һәм хәҙер аңлайым: бында мине шул тиклем яратҡандар, күңел йылыһын йәлләмәгәндәр. Әсәйем мәрхүм булғас, өләсәй, ҡартатай, Иршат ағай минең иң яҡын кешеләремә әүерелде. Һәр ғаиләләге кеүек беҙҙең дә үҙ проблемаларыбыҙ, үҙ йолаларыбыҙ, үҙ ҡағиҙәләребеҙ булды. Һәм, әлбиттә, хәтирәләр ҙә күп...
Ҡышҡы кис... Буран, һепертмә ел бар нәмәне үҙ ҡосағына алған, хатта мейес торбаһына инеп тауыш сығара. Ғәҙәттәгесә, бындай саҡта электр уты һүнә. Мин йәнә дәрестәремде эшләп өлгөрмәнем! Дүртәүләп аш бүлмәһендә ултырабыҙ, мейестә—ут, өҫтәлдә—кәрәсин лампаһы. Әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек, йылы...(Күҙ алдына, моғайын да, тыныс
ауыл ғаиләһе килтергәнһегеҙҙер). Ни өсөн ошо мәл иҫемә төшәме? Бәлки, нәҡ ул беҙҙе ваҡытлыса булһа ла берләштергәнгәлер.
Декабрҙең һуңғы көндәре. Һиҙәһегеҙме? Яңы йыл «еҫе» сыға, сөнки ҡартатай өйгә бейек булмаған ҡупшыҡайҙы алып ҡайтты. Шыршы уйынсыҡтары ҡыйыҡ башында һаҡлана ине. Бер мәл мин, 9 йәшлек ҡыҙ, улар артынан өҫкә үрмәләнем. Ҡумтаны көскә астым да бар донъямды оноттом: бындағы матурлыҡ! Шыршы тубырсыҡтары, нескә генә быяланан эшләнгән боҙбармаҡтар, ҡарһылыуҙар... Улар барыһы ла гәзиткә йә мамыҡҡа төрөлгән. Бөгөн бындай уйынсыҡтарҙы бер магазинда ла осратып булмай. Ҡулым өшөүҙән бер ни һиҙмәй башлағас ҡына аңыма килдем. Аҙаҡ өләсәйемдән эләкте, ҡулымды мейес янында саҡ йылытып алдым.
Яңы йыл өҫтәлендә мотлаҡ билмән була торғайны. Беҙ уны ғаилә менән әҙерләйбеҙ. Был да минең иң яратҡан баласаҡ хәтирәм...
Өйөбөҙ янында ҙур сейә баҡсаһы булды. Ҡартатайым сейә йыйырға ярата ине. Ә мин унан бер аҙым ҡалманым. Ә өләсәй шул арала сейә бәлешенә ҡамыр баҫа. Шул тәмлекәстең бешкәнен көтөү, эй, оҙаҡ һымаҡ тойола ине. Бәлеш еҫе бөтә урамға тарала!
Йәнә беҙҙең Машка исемле атыбыҙ булды. Ҡартатайымдың тоғро дуҫы ул! Уны егеп бесәнгә барыуҙары... Күңелле ине, айырыуса бөтә ейән-ейәнсәрҙәр бергә йыйылһаҡ! Ҡартатай бесән сапҡан арала, беҙ емеш-еләк йыябыҙ. Унан яңы ғына сабып алынған хуш еҫле үләнде арбаға йәйеп, шуның өҫтөндә ҡайтабыҙ. Ҡартатайым йүгәнде миңә тотторһа, шатлығымдан күккә олғашам. Ҡыҙ бала булһам да ишек алдындағы, һарайҙағы эштәр нығыраҡ оҡшай ине шул. Ҡартатай ҡай саҡ һуҡранып та ала ине: ярҙам итеүемә ҡарағанда бәләм күберәк булғанғалыр... Ҡыҫтырылмай йөрөмәгән көнөм булмағаны.
Ә беләһегеҙме ҡартатайым миңә ҡурсаҡтар эшләй торғайны? Нимәнән икәнен күҙ алдына ла килтермәйһегеҙҙер әле! Кукуруздан! Бөҙрә сәсле был һылыуҡайҙарға күмерҙән йә шырпынан күҙ ҡуя инек. Әле ошо хаҡта ҡыҙҙарыма һөйләйем, ә улар мине алыҫ XIX быуаттан тип уйлайҙыр. Әммә был ҡурсаҡтар минең өсөн тотош хазина булды. Сөнки ҡартатай уны үҙ ҡулдары менән эшләй! Бар йылыһын һалып, иғтибарын миңә бүлгән бит ул! Миңә ныҡ кәрәк булған атай һөйөүе бына ошонда инде!
Үҫә килә, әлбиттә, уның менән аңлаша алмаған саҡтар ҙа булды. Миңә ул үтә талапсан, ҡаты булып күренде. Мине кистәрен әхирәттәр менән урамға сығармаһа, бөтә йыһанға үпкәләй инем. Күп нәмәне тыйҙы, дискотеканы әйтәһе лә түгел! Шул саҡ бөтә донъя миңә ҡаршы торғандай тойолдо. Тиҙерәк ҙурайғы һәм уларҙың үтә лә ҡурсалаған ҡосағынан сығып китке килде. Шулай итеп, мин студент булып киттем. Ә кистәрен ҡәҙерлеләремдең фотолары ҡуйылған альбомды ҡарап, уларҙы һағынып үкһеп илай инем. Ялға ҡайтыуҙарым байрамға әйләнде. Мин шул байрамды ғына көтөп йәшәнем. Ҡартатайым мин ҡайтыуға күп итеп емеш-еләк һәм кәнфиттәр алып ҡуя. Ауыл магазины һатыусылары мине күрһә көлә ине: «Ҡартатайың кесе йома уҡ Олеся ҡайта тип кәнфиттәр килеп ала».
Кейәүгә сыҡҡас, ҡартатайым һәр саҡ хәлемде белде. «Кейәү кәмһетмәйме? Барыһы ла яҡшымы?» Эйе, был кейәүенә ышанмауҙан түгел, бары тик атайҙарса хәстәрләү, борсолоу булғандыр.
Һәр саҡ шулай булды: ул күп һүҙле булманы, хистәрен дә асыҡ күрһәтмәне, үтә әпәүләп тә ултырманы. Әммә уның тойғолары ваҡ ҡына әйберҙәрҙә асыҡ сағыла ине. Хәйер, ваҡлыҡтар ҙа түгелдер, әле лә онотолмай бит... Ошо мәлдәрҙән минең бала сағым хасил булған һәм киләсәгемә нигеҙ һалынған. Һәр хәтирәмде мин үҙемдә ҡәҙерләп һаҡлайым, йылмайып ошо хаҡта һөйләргә яратам... Был хәтирәләр минең үткәнем менән бөгөнгөмдө тоташтырып тороусы нурлы күпер бит ул. Ошо күперҙе һис юғалтҡы килмәй, сөнки уның теге осонда бәхетле генә бәләкәй ҡыҙсыҡ тора. Бөтә тулы ғаиләлә лә миңә ҡарататай менән өләсәй биргән һөйөүҙе ала алмағандар барҙыр. Ошоно уйлаһам, мин ҡәҙерлеләремә оло рәхмәтлемен! Мин уларҙы шул тиклем яратам!
Олеся Көнсыуаҡова.
Һүҙ аҙағында: иҫтәлектәремде 19 ғинурҙа баҡыйлыҡҡа күсеүенә бер йыл тулған ҡартатайым Ҡарабаев Мөхтәр Вәлиәхмәт улына бағышланым.