Ғәҙәттә, туй тантаналарында йәштәргә: «Берегеҙ ут булһа, икенсегеҙ һыу булһын»,—тип теләйҙәр. Ысынлап та, донъяға ҡараштар бер, уртаҡ маҡсат менән йәшәһәң дә, холоҡтарҙың ике төрлөрәк булыуы яҡшыраҡ.Дыуамалыраҡҡа—тыныс, сабырһыҙға—түҙемле, аҙ һүҙлегә шаян пар була. Ана шундайҙар оҙон-оҙаҡ, тиң-татыу йәшәй ҙә инде.
Баймаҡ районы Аҡморон ауылында йәшәүсе Әминевтар ҙа бер-береһе өсөн генә яралған була. Таулыҡай ауылында тыуып үҫкән Зифа Әхмәткәрим ҡыҙы Шоңҡарова сос, етеҙ, егәрле ҡыҙ булып буй еткерә. Атаһы һуғышҡа барып, яраланып ҡайта. Биш бала араһында 4-се булған Зифа 7-се класты бөтөү менән эшләй башлай. Тиҙҙән эшкә әрһеҙ ҡыҙҙы Аҡморон ауылынан Ғабдрафиҡ Абдрахим улы кәләшлеккә ала. Ғаиләлә бер-бер артлы өс бала тыуа. Уларҙы аяҡҡа баҫтырып, белем биреп, ғаиләле итәләр. Әминевтар тиң-тигеҙ 50 йыл бергә йәшәп өлгөрә. Ғаилә башлығы иртәрәк китеп бара... Зифа инәйгә әле 85 йәш. Оло булыуына ҡарамаҫтан, йәшлек дәртен, сослоғон юғалтмаған. Әле лә гәзит-журналдар уҡып, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәре-нә, күршеләренә, туғандарына ойоҡтар, ултырғыс, диван ябыуҙары бәйләп, күпертеп икмәктәрен бешереп донъя көтә.
Эйе, ғаилә башлығы аҙ һүҙле, йыуаш булһа, Зифа апай торған ерендә ут сәсрәтер, бөтмөр ҡатын була. Шуға ла килешеп матур итеп донъя көткән, аҡыллы балалар үҫтергән улар. Бөгөн Зифа инәйҙең ире менән бергә ҡорған нигеҙҙәрен һыуытмай, уның ҡотон ебәрмәй йәшәүе—уларҙың йәшлек мөхәббәтенең дауамылар. Был бәрәкәтле, ырыҫлы йортҡа балалары үҙ балалары менән ҡайтып төшһә ниндәй күңелле, ниндәй бәхет!
—Әсәйебеҙ ныҡ талапсан, эшкә лә шәп булды, беҙҙе лә хеҙмәт һөйөргә өйрәтте. Үҙе һис ҡул ҡаушырып ултыра белмәй. Әле лә күпләп ҡаҙ-өйрәк, тауыҡ көтә. Әммә улар итенә генә мөрхәтһенмәй, йыл да йылҡы һатып ала. Тыуған йортҡа, әсәйебеҙ янына ашығып торабыҙ. Ул бешергән икмәк-бәлештәр телде йоторлоҡ,—ти балалары.
Әминевтарҙың өлкән ҡыҙы Светлана әлеге көндә Алтын ҡасабаһында йәшәй, ул оҙаҡ йылдар Хәйбулла районында балалар баҡсаһы мөдире була, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы. Улдары Фәнил Ғабдрафиҡ улын Сибайҙа яҡшы беләләр, ул Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Кесе ҡыҙҙары Гөлгөнә тыуған ауылына төпләнгән. Әсәһенә көн дә барып, хәлен белеп тора.
Зифа Әхмәткәрим ҡыҙы 5 ейән-ейәнсәргә, 6 бүлә-бүләсәргә өләсәй булып, аҡыллы кәңәштәрен биреп бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Инәйгә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!