Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
10 Ғинуар 2022, 10:15

Күңеле тулы хазина

Ҡәҙерле әсәйебеҙ Хазина Сирусина беҙҙе һәр ваҡыт: “Әйҙәгеҙ, балаларым, түрҙән уҙығыҙ!”--тип яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Ә инде әсәйебеҙҙең ихатаһындағы йәйге аласыҡҡа килеп инһәң музейҙы хәтерләтә. Боронғо балаҫтар, яҫтыҡтар, һөлгөләр, күҙ яуын алып торған ҡорама юрған-түшәктәр, күлдәктәр, сигелгән әйберҙәр, ағастан эшләнгән төрлө ҙурлыҡтағы һәм тәғәйенләнештәге һауыт-һаба. Урындыҡта аҫалы балаҫ түшәлеп ятһа, стеналарҙы сигеүле таҫтамалдар, шәлдәр һәм яулыҡтар биҙәй. Ә серле һандыҡ эсендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо күлдәктәре, ҡашмау, иҙеү түшелдеректәр, ҡульяулыҡ, янсыҡтар һаҡлана. Әсәйебеҙ һәр ваҡыт ейән-ейәнсәрҙәренә ошо биҙәүестәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҙур байлығы булыуын һөйләй, ҡәҙерле әйберҙәр менән таныштыра.

Күңеле тулы хазина
Күңеле тулы хазина

Сибай ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең ғәзиз әсәйебеҙ, һоҡланғыс күңелле өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Сирусина Хазина Әбделхәй ҡыҙы матур ғүмер байрамын--60 йәшен ғүмер үренә аяҡ баҫты. Ҡәҙерлебеҙ 1962 йылдың 2 ғинуарында Баймаҡ районының Аҡморон ауылында донъяға килгән. Ғаиләләге 10 бала араһында бәләкәстән ихласлығы, мөләйемлеге, теремеклеге менән айырылып үҫә. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, йәш ҡыҙ Өфөгә юллана. Аҙаҡ ҡайтып, Сибай медицина училищеһында лаборант булып эшкә урынлаша. Әсәйебеҙ Сибай ҡала дауаханаһында оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты.

Бәхет-ҡәҙергә төрөнөп, ҡыуанып ҡына йәшәп ятҡанда йортобоҙҙың ишеген ҡайғы шаҡыны--атайыбыҙ Әнүәр Абрар улы Сирусин арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. Ул Сибай ҡала дауаханаһында табип, анестизиология, реаниматология бүлеге мөдире булып эшләне. Уның үлеме яҡындарға ғына түгел, ә барлыҡ Сибай ҡалаһы, Баймаҡ районы өсөн дә оло юғалтыу булды. Күпме кешенең һаулығын һаҡлап алып ҡалған, күпмеһенең ғүмерен оҙонайтҡан яҡты кеше ине ул! Бөгөн иһә әсәйебеҙҙең изге фатихаһы, атайыбыҙ өсөн дә йәшәп ҡалыу сәме һәммәбеҙҙе ныҡлыҡҡа әйҙәп, тырышып донъя көтөргә ҡеүәтләп тора.

Беҙ—балалары, бәләкәйҙән атай-әсәй янында барыһына ла өйрәнеп, ҡул эштәренә лә, аш-һыуға ла оҫта булып үҫтек. Урта һәм юғары белем алып, төрлөбөҙ төрлө урындарҙа эшләйбеҙ, һәр беребеҙҙең үҙ ғаиләһе бар. Ҡайҙарҙа ғына йөрөһәк тә, атай-әсәйебеҙҙең матур тәрбиәһе, изге фатихалары йөрөтә. Бөгөн ҡәҙерлебеҙ биш ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле өләсәй. Йәмле йәй еттеме, һәммәбеҙ ҙә уның янында. Һәр ваҡыт: “Әйҙәгеҙ, балаларым, түрҙән уҙығыҙ!”--тип яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Ә инде әсәйебеҙҙең ихатаһынан алыҫ урынлашмаған йәйге аласыҡҡа килеп инһәң музейҙы хәтерләтә. Боронғо балаҫтар, яҫтыҡтар, һөлгөләр, күҙ яуын алып торған ҡорама юрған-түшәктәр, күлдәктәр, сигелгән әйберҙәр, ағастан эшләнгән төрлө ҙурлыҡтағы һәм тәғәйенләнештәге һауыт-һаба.Урындыҡта аҫалы балаҫ түшәлеп ятһа, стеналарҙы сигеүле таҫтамалдар, шәлдәр һәм яулыҡтар биҙәй. Ә серле һандыҡ эсендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо күлдәктәре, ҡашмау, иҙеү түшелдеректәр, ҡульяулыҡ, янсыҡтар һаҡлана. Әсәйебеҙ һәр ваҡыт ейән-ейәнсәрҙәренә ошо биҙәүестәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҙур байлығы булыуын һөйләй, ҡәҙерле әйберҙәр менән таныштыра.

Әсәйебеҙҙең бер ваҡытта ла бошоноп ултырғанын күрмәҫһең. Уның бешергән тәмле ҡоймаҡтарын, тел йоторлоҡ ҡайнатма-һуттарын яратабыҙ. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр, еләктәр үҫтереп мәж була. Ҡәҙерлебеҙҙең күркәм сифаттарын һанап бөтөрөп тә булмай. Кәрәк саҡта етди ҙә, кәрәк саҡта көләс тә була ала ул. Шуғалыр ҙа үҙен яратмаған кеше юҡ. Ваҡыттың ҡәҙерен белеп, бер минутын да әрәм итмәй ул. Йорт эштәренән бушағас, оло йәштәге яңғыҙҙарға, хаҡлы ялдағы табиптарға, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итергә ашыға.

Әсәй! Һине ғүмер байрамың менән ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға ҡыуанып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!

Иң изге теләктәр менән--ҡыҙың Динә, кейәүең Ринат, улың Тимур, киленең Эльвира, ейәнсәрҙәрең Диана, Аделина, Сафия, Сара һәм ейәнең Әнүәр.

Күңеле тулы хазина
Күңеле тулы хазина
Автор:Гульдар Кадаева