АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
8 Ғинуар 2022, 13:10

Етмеш ул йәшнәп йәшәр саҡ ҡына

Баймаҡ районының Күсей ауылы исемдәре республикаға киң билдәле ғалимдар, яҙыусылар, артистар менән менән генә түгел ергә ереккән, ауылды ауыл итеп тотоп торған эшһөйәр, уңған ғаиләләре менән дә дан тота. Шундай өлгөлө ғаиләләрҙең береһе -- Мәүлит һәм Гүзәл Иҫәнбаевтар ғүмерҙәренең матур үренә аяҡ баҫа.

Етмеш ул йәшнәп йәшәр саҡ ҡына
Етмеш ул йәшнәп йәшәр саҡ ҡына

Яңы тыуған йыл беҙҙең Иҫәнбаевтар ғаиләһе өсөн бик матур башлана. Ап-аҡ ҡыштың иң матур мәлендә беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ Баймаҡ районының Күсей ауылынан Мәүлит Мөхәмәйән улы һәм Гүзәл Йыһанур ҡыҙы Иҫәнбаевтар 70 йәшлек матур ғүмер үренә аяҡ баҫа.

Беҙҙең яҡтар исемдәре республикаға киң билдәле ғалимдар, яҙыусылар, артистар менән менән генә түгел ергә ереккән, ауылды ауыл итеп тотоп торған эшһөйәр, уңған ғаиләләре менән дә дан тота. Шундай өлгөлө ғаиләләрҙең береһендә тыуып-үҫеүебеҙ менән беҙ үтә лә бәхетле.

Атайыбыҙ Мәүлит Мөхәмәйән улы 1952 йылдың февралендә Күсейгә терәлеп ятҡан Тоҡтағол ауылында тыуған. Күсей мәктәбендә 8-се класты тамамлағас Магнитогорск ҡалаһының һөнәрселек училищеһында уҡыған. 1970 йылдың ноябрендә армия сафына алынып Брест Крепосында хеҙмәт иткән. Унан ҡайтҡас шофер булып эшләй. Йәш сағында фермала башта мал ҡараһа, аҙаҡ бригадир булып китә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы шул эшенә тоғро ҡалды.

Әсәйебеҙ Гүзәл Йыһанур ҡыҙы иһә Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылы ҡыҙы. Ул 1968 йылда Сибай педагогия училищеһында уҡый башлай. 1972 йылда ҡулына башланғыс кластар уҡытыусыһы диполмын алғас йүнәлтмә буйынса Бишбүләк районының Аҙнай ауылында хеҙмәт юлын башлай. 1975 йылда белгес Күсей егете Мәүлит Иҫәнбаевҡа кейәүгә сыҡҡас, ауыл мәктәбенә эшкә бара һәм 38 йыл ғүмерен ошо белем усағына бағышлай. Гүзәл Йыһанур ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, 1990 йылда РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы билдәһе менән баһаланған. Береһе малсылыҡта, икенсеһе мәктәптә арымай-талмай эшләгән Иҫәнбаевтар өс балаға ғүмер бүләк иткән. Өлкән улдары Мансур Сибай коррекцион мәктәбендә уҡыта. Ҡатыны Гөлнур Мөхәмәт ҡыҙы ла 8-се мәктәптә эшләй. Ҡалала фатир алып, шәхси йорт һалып, 3 малай үҫтереп бәхетле йәшәйҙәр. Гөлназ Мәүлит ҡыҙы ғаиләһе менән Магниторск ҡалаһында төпләнгән, магазин директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара. Комбинатта эшләгән Арлан кейәү менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Гөлнара Мәүлит ҡыҙы Сибай ҡалаһының “Ҡарһылыу” балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Ире Фәнил педагогия колледжында биологиянан студенттарға һабаҡ бирә. Уларҙың да ике балаһы үҫеп килә.

Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, эшләһәк тә беҙҙең ашҡынып ҡайтҡан атай йортобоҙ, унда беҙҙе һәр ваҡыт ихлас ҡаршы алған атай-әсәйебеҙ булыуы үҙе әйтеп аңлатҡыһыҙ ҙур ҡыуаныс. Ҡәҙерлеләребеҙ икеһе лә эшһөйәр, оло йәштә булһалар ҙа бер ваҡытта ла тик ултырғандарын күрмәҫһең. Атай кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт тотоп, туған нигеҙебеҙҙе бәрәкәтле, ҡотло итһә, әсәйебеҙ йортобоҙ йәме. Уның бешергән татлы ризыҡтары телеңде йоторолоҡ тәмле, ҡул эштәре өйөбөҙгә биҙәк өҫтәй. Сәскәләр үҫтерә, тыуған йортобоҙ йәй көндәре шау сәскәгә күмелә. Баҡсаһы ла уның гел уңа, йәшелсә-емешен эшкәртеп баҙ тултырып ҡайнатма, салаттар әҙерләй.

Әсәйебеҙ ҡыҙҙарына һәр ваҡыт: “Кейәүҙәрем һәйбәт, баҡыр булһалар ҙа алтын итегеҙ”—тип икенсе яртыларыбыҙға һүҙ тигеҙҙертмәй. Бер бөртөк килененә лә үҙ әсәһе кеүек булырға тырыша. Ейән-ейәнсәрҙәре инде олатай-өләсәйҙәре өсөн өҙөлөп тора. Балаларыбыҙҙың ялы, каникулы улар янында эш эшләп, ярҙам итешеп үтә.

Ҡәҙерлеләребеҙ беҙҙең! Киләсәктә лә бөгөнгөләй йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, барыбыҙҙың шатлыҡтарын уртаҡлашып, иҫән-һыу булып, ҡәҙер-хөрмәткә сорналып, тиң, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын! Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, һеҙҙең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Иң изге теләктәр менән—улы, килене, ҡыҙҙары, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:Гульдар Кадаева