Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
24 Сентябрь 2021, 12:00

Юғары баһаға лайыҡ

Гел әйтә киләм, лайыҡлылар мәлендә баһаланһын, мәлендә ҙурланһын. Ә “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Усманова Кәримә Ишбулды ҡыҙы Шәһит Хоҙай-бирҙин исемендәге республика премияһына күптән лайыҡ. Уны мин генә түгел, милли матбуғатты даими уҡып барған һәр уҡыусы әйтер. Әйтер һәм раҫлар.

            Бөгөнгө көндә минең етәкселек аҫтында эшләгән дүрт  коллегам, дүрт шәкертем республика баҫмаларында уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Хаҡлы рәүештә ғорурлана алам, сөнки улар йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтергәндәре юҡ әлегә, эшһөйәр, тырыш, принципиаль булғастары килтермәҫтәр ҙә. Һәр мөхәррир хеҙмәт дәүерендә әҙ тигәндә дүрт-биш журналисты әҙерләһә матбуғатыбыҙ һөнәрмәндәргә бөгөнгө көндә ҡытлыҡ кисермәҫ тә ине. Ҡана ла һуң шулай булһа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы бәғзе мөхәррирҙәр осраҡлы рәүештә, йәиһә район башлығының төртөп тәғәйенләүе арҡаһында икенсе һөнәрҙән килгән, журналистиканан үтә лә йыраҡ, яҙыу-һыҙыуҙың нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен аҙағынаса төшөнөп етмәйҙәр. Үҙең бейеүсе булмай тороп икенсе берәүҙе бейергә өйрәтеү мөмкин түгел, эш бына нимәлә... Биғәйбә ситләштем, әйтерем икенсе нимә хаҡында.

        Быйыл йылдағыса Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһына дәғүә итеүселәрҙең исемлеген баҫып сығарҙылар. Ғәҙәтемә ярашлы күҙ йүгертеп сығып шуларҙың араһынан иң лайыҡтарҙы баһаланым тиҙ генә. Әһә, Усманова Кәримә Ишбулды ҡыҙы - Башҡортостан гәзитенең Урал аръяғындағы үҙ хәбәрсеһе. (Уралдың аръяҡмы, биръяҡмы икәнен ҡайһылайыраҡ самаларҙар икән, ҡайһы тирәнән ҡарап? Быныһы ла һүҙ араһында ғына...) Быйылғы дәғүәселәр араһында иң-иң лайығы ул, быны арттырыу, йәиһә һүҙ уйнатыу йәһәтенән әйтмәйем, ысынында шулай. Кәримә үтә тынғыһыҙ кеше, тура һүҙле, уйлағанын ярып әйтә лә ҡуя, хет сәсрәп, хет шартлап кит!  Оҙаҡ йылдар бергә эшләгән кеше булараҡ уның орҙо-бәрҙелеген яҡшы беләм, уның яйын яйлап, көйөн көйөнә килтереп өйрәнгәнмен. Ана шул тура һүҙле, тәүәккәл булыуы ярылып ята яҙғандарында, хатта уның кинәйәләгәнен һүҙ араһында ла уҡырға, төшөнөргә мөмкин. Ғәҙел, дөрөҫтө яҙа белеү үҙе үк ҡыйыулыҡ, уны иң әүәл гәзит уҡыусы тойомлап ала һәм тапҡыр баһаһын бирә.

            Кәримә һәр саҡ юлда, һәр саҡ төпкөлдә ятҡан ауылдарҙы теүәлләй, эшсәндәр, ер кешеһе тир түккән баҫыу-ҡырҙарҙы ҡыҙыра. Яҙғандары ҡабатлап әйтәм, уҡымлы, көн ҡаҙағына бәрә, әллә ҡайҙан мин - Кәримәнеке, тип тора. Тағы ла бер аҙ ситләшәм. Йылайыр районында билдәле журналист Владимир Каплин йәшәй. (Элекке, йәиһә пенсиялағы журналист булмай ул әлеге мәлдә бар һәм буласаҡ та.) Шул Владимир Васильевичтың яҙғандары шәхсән мисәткә оҡшаш, бәләкәй генә, ус аяһылай ғына хәбәрме, әллә ҙур очеркмы - ул Каплиндыҡы, ул башкөллө уныҡы ғына. Ана шул ҡабатланмаҫ  стиль, фәҡәт уға ғына хас алым – Кәримә Усмановала ла бар. Ә был хәбәрсенең ысын йөҙөн билдәләүсе төп ҡылыҡһырлама. Боронғо гректарҙа һәр оҫта үҙе әүәләгән төҫлө аҡбур менән яҙған таҡтаға, ана шул һис кемдеке менән бутамаҫ аҡбур стиль тип аталған да инде. Шулай итеп Кәримә Усманованың аҡбуры матур, мәҡәләләре баҙыҡ, урын-еренә еткән. Тағы шуныһы - ауыл уҡыусыһы килделе-киттеле хәбәрҙе түгел үҙҙәре хаҡында, тыуған-төйәге хаҡында яҙғанды уҡырға ярата. Шул яғы менән алдыра ла Башҡортостан гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, шул яғы менән мәҡәләләре һәр кемгә яҡын, улар ерлекле, халыҡсан.

            Бер нимәгә икенсе нимәгә сәбәпсе була бит, бынан бик күп йылдар элек, әле Сибай яҙыусылар ойошмаһында эшләп йөрөгән саҡта Кәримә һүҙ араһында ғына, бала саҡтан “Башҡортостан” гәзитендә эшләргә хыялландым, тип әйтеп ысҡындырҙы. Ошо хаҡта Рауил Бикбайға еткерҙем. Тиҙҙән ярты ставка тип ҡарап тормай Кәримә “Башҡортостан”ға эшкә төштө, һәм әйтергә кәрәк үҙ урынын тиҙ тапты, бөгөнгө көндә гәзиттең ҡарап, күҙ терәп торған хәбәрселәренең береһенә әүерелде.

            Гел әйтә киләм, лайыҡлылар мәлендә баһаланһын, мәлендә ҙурланһын. Ә “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Усманова Кәримә Ишбулды ҡыҙы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһына күптән лайыҡ. Уны мин генә түгел, милли матбуғатты даими уҡып барған һәр уҡыусы әйтер. Әйтер һәм раҫлар.     

Автор:Хайдар Тапаков