Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
1 Октябрь 2020, 18:27

ИКӘҮ ТАПҠАН БӘХЕТ

Туй үткәреп йөрөйбөҙ, мин кәләш булараҡ, һауыт-һаба йыуам, Рәжәп ҡунаҡтарҙы ҡаршылай, оҙата. Әлегеләй кәләш менән кейәү кеүек өҫтәл түрендә ултырыу ҡайҙа инде ул.

Күптән түгел үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләгән Рәжәп һәм Зәлифә Солтанғоловтарҙың йылдар үткән һайын бер-береһенә булған ихтирамы һәм хөрмәте арта ғына бара. Иңгә-иң терәшеп гөрләтеп донъя көтөүҙәре, баҡса, мал-тыуар үҫтереүҙәре—бының төп дәлиле. Беҙ был ғаиләгә таныша барғанда улар өҫтәл түренә самауыр ҡуйып, серләшә-серләшә сәй эсә ине. Был илаһи күренеш бәхеттең тап үҙе булып тойолдо...
Ғаилә башлығы Рәжәп Мөхәмәтхәбиб улы Баймаҡ районы Семеновск ауылында тыуған. Урындағы рудникта эштәр һүлпәнәйә башлағас, атаһы шахтер булараҡ, ғаиләһе менән Түбә ауылына күсеп килә. Рәжәп Мөхәмәтхәбиб улы ошо ауылда урта мәктәпте тамамлағас, Сибай ҡалаһындағы төҙөлөш тресына эшкә килә. Унан һуң Сибай байыҡтырыу фабрикаһына урынлашып, хаҡлы ялға сыҡҡансы руда ваҡлаусы һәм киптереүсе булып эшләй. Ә ҡатыны Зәлифә Нуриәхмәт ҡыҙы тегенсе һөнәрен һайлаған. Өлгөлө ғаилә ике балаға ғүмер биргән. Улдары Иршат та, ҡыҙҙары Рәмзиә лә атай юлынан китеп, бөгөнгө көндә Сибай байыҡтырыу фабрикаһында эшләй.
Үҙе һылыу, үҙе шаян Зәлифә Нуриәхмәт ҡыҙын Рәжәп олатай бер күреүҙә үк оҡшата. Еңгәйҙәре аша танышып, гөрләтеп туй үткәреп ебәрәләр.
—Ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Кисә генә өйләнешкән кеүек инек. Туй үткәреп йөрөйбөҙ, мин кәләш булараҡ, һауыт-һаба йыуам, Рәжәп ҡунаҡтарҙы ҡаршылай, оҙата. Әлегеләй кәләш менән кейәү кеүек өҫтәл түрендә ултырыу ҡайҙа инде ул. Өйләнешкәс, бер аҙ ҡәйнәмдәрҙә йәшәнек. Тормош иптәшемә эштән фатир биргәстәр, шунда күсеп сыҡтыҡ. Балалар үҫкәс, Алтын ҡасабаһынан ер алып, йорт һалдыҡ. Тормошомдо Рәжәпһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла тормош йөгөн бергә тарттыҡ, донъя көтөргә, балаларға һәйбәт тәрбиә бирергә тырыштыҡ,—ти Зәлифә Нуриәхмәт ҡыҙы.
Уңған ғаиләнең күркәм йортонда мөхәббәт кенә түгел, иман нуры ла балҡып тора. Рәжәп Мөхәмәтхәбиб улы хаҡлы ялға сыҡҡас Әғләметдин хәҙрәттән дин ғилемдәрен өйрәнә, сүрәләр ятлай, мәсеттә ойошторолған уҡыу курстарына йөрөп таныҡлыҡ ала.
—Дин юлына баҫыуым ҡапыл ғына булманы. Әсәйем сүрәләрҙе яттан белде, аяттар уҡый торғайны. Бала саҡтан уҡ дини тәрбиә алып үҫкәнгә күрә был йүнәлеш миңә яҡын булды, күңелгә тыныслыҡ бирҙе,—ти Рәжәп Мөхәмәтхәбиб улы.
Ял көндәрендә күркәм йортҡа Солтанғоловтарҙың дүрт ейән-ейәнсәре ашҡынып килә. Ҡәҙерлеләренең тәмле аштарын ашап, туйғансы иркәләнеп ҡайта улар. Ә олатай-өләсәйгә балалар ҡыуанысын күреүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр, моғайын.
Читайте нас: