Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
19 Август 2020, 16:35

ИҪТӘЛЕККӘ ФОТОҺЫ ЛА ЮҠ БИТ...

Тоҡлап иген, макарон, ярманы тимер мискәләргә тултырып, һабынға тиклем ергә күмгән һәм әсәйгә: “Яйлап ҡына алып балаларға ашат, астан интектермә,”—тигән. Үҙе ҙур итеп землянка һалған, ауылдың иң осона сыҡҡанда ағастан йорт һала башлаған. Һалып бөтә алмағас: “Бураны һалып бөтәм тип ыҙаланма, утын итеп яҡ, имен-һау ҡайтһам, үҙем һалырмын,”—тигән.

«Атайсал» гәзитендә донъя күргән «Атайым тураһында белгем килә» тип исемләнгән мәҡәләне уҡығандан һуң бик оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Атайҙары Бөйөк Ватан һуғышы яланында ятып ҡалған балаларға ысынлап та йәшәүе бик ауыр булды. “Атайлының ҡулы уйнай, атайһыҙҙың күҙе уйнай,” тигән әйтем дә ошо заман балаларына арналғандыр, моғайын.
Минең дә атайым яу яланынан ҡайтманы. Уның тураһында: «1942 йылдың март айында Сталинградта хәбәрһеҙ юғалды»,—тигән ҡара ҡағыҙҙан башҡа бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Атайҙары ҡайтҡан кешеләр күпкә рәхәт йәшәне, ә атайһыҙҙар үҙ көстәре менән кеше булдылар. Сибайҙа, Баймаҡта, Түбәлә, Семеновскиҙа һәм башҡа ауылдарҙа күп кеше землянкаларҙа йәшәне, ә атайлылар ағас өйҙәрҙә донъя
көттө. Тормошома зарланғандан түгел, ә атайһыҙҙарҙың хәлен белгән өсөн яҙам.
Эш бәхете татыным мин. 1960 йылда 10-сы класты тамамланым, ошо уҡ йылда пенсия биреүҙе туҡтаттылар. Әсәйемдең: “Балам, уҡырға инһәң, һине кем ашатыр икән”,—тигән һүҙҙәре табип буласаҡмын тигән хыялымды селпәрәмә килтерҙе. Имтихандар тапшырып, аттестат алғандан һуң, Түбә ҡасабаһындағы пилорамға откатчик булып урынлаштым. Эш ауыр булһа ла түҙҙем, тырышып эшләнем, 1961 йылдың декабрь айында әрме сафына алдылар.
1965 йылда ситтән тороп Баймаҡ тау-металлургия техникумына уҡырға индем. 1968 йылда техник-байыҡтырыусы һөнәрен алып, шул уҡ Түбә руднигының Семеновск алтын йыуыу фабрикаһында эшләй башланым, пенсияға сығыуға баш байыҡтырыусы вазифаһына тиклем барып еткән инем. Семеновск ауылы халҡы ла бик күп ярҙам итте, тыңланылар, бергәләп эшләнек. Уларға рәхмәтем сикһеҙ.
Минең атайым Насыров Аспар (Аспархужа) Хөбөй улы (интернет мәғлүмәттәрендә Аббар тип яҙылған) Баймаҡ районы Әхмәр ауылында 1908 йылда тыуған. Һуғыштан алда Түбә ҡасабаһында шахтала эшләгән. Түбә ҡасабаһының архивында 1941 йылдың 15 ғинурына һәм 15 июленә ирҙәрҙең исемлеген төҙөгәндәр. 15 ғинуарҙа шул исемлектә атайым 1942 йылға тиклем бронь буйынса йөрөгән. 1942 йылдың 17 ғинуарында Баймаҡ ҡалаһына комиссия саҡырып, 18 ғинуарҙа фронтҡа ебәргәндәр. Баймаҡҡа әсәйем үҙе ат менән алып килгән. Әсәйем, Насырова Фәтхиә Мәғәфүр ҡыҙы, атайым һуғышҡа киткәндә өйҙә 2 йәшлек ҡыҙы һәм 70 йәшлек ҡәйнәһе менән тороп ҡалған. 13 көндән һуң мин тыуғанмын. Исемемде атай алдан уҡ әйтеп киткән. Мин тыуып 1 ай үткәс, әсәй атайҙың урынына эшкә сыҡҡан. Ә мине ҡартәсәйем ҡараған. 1942 йылда әсәйемә: “Сталинградҡа барғанда беҙҙең составҡа фашист самолеттары һөжүм итте. Еңгәй, Аспарҙы көтмә, ул хәбәрһеҙ юғалды,”—тип хат яҙғандар. Күп тә тормай, был хәбәрҙе ҡара ҡағыҙ раҫлай. Тик әсәйем дә, ҡартәсәйем дә был хәбәргә ышанманы, уны үлгәнсе иҫән тип көттөләр.
Мин дә көттөм. Башҡа балаларҙың атайҙары ҡайтҡанда, уларға ҡарап: “Минең атайым ниндәй икән?—тип уйлай торғайным. Һуғышта ҡатнашҡан һалдаттар рухына бағышланған “Үлемһеҙ полк”ты уйлап сығарғандарға рәхмәт әйткем килә. Батыр атай-олатайҙарҙың портреттарын тотоп күкрәк киреп йөрөүе генә ни тора һуң! Тик беҙҙең балаларға атайымдың рухы өсөн булһа ла күтәреп сығырға бер фото ла юҡ бит.
Военкоматтарға ла мөрәжәғәт итеп ҡараным, тик бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. НКВД-ның полицияһына ла мөрәжәғәт иттем. Сөнки ишетеп белеүемсә, 1938 йылда өс айға атайымды Йылайыр төрмәһенә ултыртҡандар. Әсәйҙең һөйләүе буйынса, өйгә повестка алып килгәндәр. Атын егеп, 1 тоҡ һоло, септә, сыбыртҡы алып барып, военкоматҡа тапшырырға тейеш булған, ул шулай эшләгән дә. 10 көн үткәс, өйгә военкоматтан, милициянан, ауыл советынан 4 кеше килеп инеп, тентей башлағандар. Атай эштә, әсәй бала менән, ҡартәсәй өйҙә булмаған. Йөрөй торғас, берәүһе: “Бына тора бит”,—тип сөйҙә торған ҡамытты күрһәткән һәм шунда уҡ булған збруйҙы йыйып алып сығып киткәндәр. Ата-йымды эштән барып алып, төрмәгә ебәргәндәр. Атай ауыр эшкә ҡулланылған ҡамыттарын биргән, ә еңел эшкә файҙаланғанын алып ҡалған булған икән. Үҙенең бер туған кейәүе донос яҙып биргән. Шулай итеп, атайым Йылайыр төрмәһенә эләккән. Әсәй һауын һыйырын атҡа алмаштырып, Йылайырға өс ай эсендә өс барып, дүртенсеһендә хәлһеҙ, ябыҡ кешене толопҡа урап алып ҡайтҡан. Шуға, бәлки, төрмәлә фотоһы барҙыр, тип яҙып ҡарағайным, тик унда архив юҡ икән.
Атайым уҡый-яҙа белмәһә лә бик аҡыллы, эшлекле булған. Ул һуғыштың тиҙ генә тамамланмауын аңлаған, шуның өсөн бер аҙ запас йыйған. Тоҡлап иген, макарон, ярманы тимер мискәләргә тултырып, һабынға тиклем ергә күмгән һәм әсәйгә: “Яйлап ҡына алып балаларға ашат, астан интектермә,”—тигән. Үҙе ҙур итеп землянка һалған, ауылдың иң осона сыҡҡанда ағастан йорт һала башлаған. Һалып бөтә алмағас: “Бураны һалып бөтәм тип ыҙаланма, утын итеп яҡ, имен-һау ҡайтһам, үҙем һалырмын,”—тигән.
Яҡшы эшләгәнгә күрә беҙ пенсияны ла арыу алдыҡ. Әсәйҙең Түбә мәктәбендә уҡыған ҡустылары, һеңлеләре беҙҙә йәшәне. Ҡыш көнө өйҙә ун бер кешегә етә торғайныҡ. Бер урындыҡта теҙелеп йоҡлайбыҙ. Һис кенә лә тарһынманыҡ, берҙәм булдыҡ. Әгәр Әхмәр ауылынан эш буйынса кешеләр килһә, улар ҙа беҙгә инә, был осраҡта 17-гә етәбеҙ. Атайымдың ағаһының ҡыҙы әхирәте менән тракторист булды. Иртән тороп ҡаҙанда һыу ҡайнатып ҡойоп тракторҙы ҡабыҙып ебәрәләр, әгәр ҡабынмаһа тағы ла ҡар иретеп ҡайнаталар. Улар 2-се Этҡоладан таҡта, бүрәнә ташыны.
Һуғыш йылдарын, ауыр юғалтыуҙар, емерелеүҙәр кисергән илебеҙҙең аяҡҡа баҫыуы, иҡтисади күтәрелеүе беҙҙең күҙ алдынан үтте. Еңебеҙҙе һыҙғанып эшләнек, йәшәргә тырыштыҡ, ауырлыҡтарға бирешмәнек. Түбә руднигында 34 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡтым, унан һуң тағы ла 17 йыл эшләнем. Тик атайһыҙ булыу ғына күңелде бер аҙ өйкәй. Атайһыҙ булыу түгел, ә атайлы булып, уны бер тапҡыр ҙа күрмәү, ишетмәү... Бәлки минең атайым тураһында ла белеүселәр барҙыр. Ниндәй генә мәғлүмәт булһа ла, ҡыуаныр инем.
Ихтирам менән—Рауил Аспархужа улы Насыров, Түбә руднигының Ветерандар ойошмаһы рәйесе.
Читайте нас: