Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
27 Май 2020, 17:05

Мәңгелек дан һиңә, олатай!

Һуғыштан ҡайтыуына уны тыуған йортта күңелһеҙ хәлдәр көтә. Ҡатыны аслыҡтан вафат булған, ә улдары--балалар йортонда...

Бөйөк Ватан һуғышы... Ҡасандыр Советтар Союзы, хəҙер Рəсəй Федерацияһы тип аталған ҙур һəм күп миллəтле илебеҙҙəге һəр ғаилə архивында ошо ҡəһəрле һүҙҙəргə ҡағылышлы, йөрəктəрҙə мəңге уңалмаҫ яра ҡалдырған иҫтəлектəр бар. Быйыл миллиондарса ҡорбандар талап иткəн, бик күп балаларҙы етем, ҡатындарҙы тол ҡалдырған был һуғыштың тамамланыуына - 75 йыл. Бөгөнгө аяҙ күк, тыныс, бәхетле тормош өсөн беҙҙең олатайҙарыбыҙ йәнен-тәнен аямаған. Ваҡыт үтеү менəн улар онотолмай, киреһенсə баһаһы арта ғына.
Бөрйән районы Байғаҙы ауылынан ҡартатайым Мәхмүт Псәнчиндың өс улы ла һуғышҡа алына. Ғәззәли һәм Сәйәх олатайҙар яу яланында ятып ҡала, ә кинйә улы Сәлих - минең олатайым тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыу бәхетенә өлгәшә.
Сәлих олатайым ике һуғышта ҡатнашҡан яугир. Ул 1904 йылдың апрель айында донъяға килә.
1926-1928 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт иткәндә 83-сө кавалерия полкы составында кавалерист булып Төркмәнстанда баҫмасыларға ҡаршы һуғыша. Имен-һау ҡайтып колхозға эшкә төшә, өйләнә, Абдулла, Сәйет, Абдулхай исемле улдары тыуа. Әммә тыныс тормошто боҙоп, бөтә илде тетрәндереп Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә.
Сәлих олатайым 1941 йылдың 1 декабрендә фронтҡа алына. Тәүҙә уны, кадровой кавалерист булараҡ, Алкин станцияһында яңы ойошторолоусы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ебәрәләр. Унда Сәлих олатайым дүрт ай буйына яңы саҡырылған һалдаттарҙы атта йөрөргә өйрәтә. Һәм һуғышҡа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 93-сө кавалерия полкы составында инә. 1942 йылдың 20 ноябрендә һул аяғы ҡаты яралана, 1943 йылдың 5 февраленә тиклем госпителдә дауалана. 1943 йылдың июленән 1944 йылдың ғинуарына тиклем 14-се гвардия кавалерия полкында кавалерист булып ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Сәлих олатайымды 1944 йылдың ғинуарында артиллерия батальонының 401-се пулеметсылар отделениеһына командир итеп тәғәйенләйҙәр. 1944 йылдың 25 апрелендә тағы ла яралана, снаряд ярсығы уң яурынына үтеп инә, шулай ҙа олатайым һуғышты дауам итә, Берлинға тиклем барып етә.
Урман-тауҙар араһында тыуып-үҫкән йылғыр һунарсы, атта оҫта йөрөүсе олтатайым бик күп хәл иткес алыштарҙа ҡатнаша. "Одер өсөн" тигән документаль фильмда олатайымдарҙың алышы һүрәтләнә. Сәлих олатайым хәтирәләренән белеүебеҙсә, Одер йылғаһы буйындағы ҡаты алышта, ул үҙенең командирын ҡотҡара.
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн олатайым Псәнчин Сәлих Мәхмүт улы ике тапҡыр "Ҡыҙыл Йондоҙ" ордены менән бүләкләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икенсе ордены ҡулына тапшырылып өлгөрмәй, ул Өфө ҡалаһында музейҙа һаҡлана. Олатайымды шулай уҡ "Варшаваны азат иткән өсөн", "Берлинды алған өсөн", "Германияны еңгән өсөн" миҙалдары менән бүләкләйҙәр. Шулай ҙа уның ғорурланып һәм ҡәҙерләп һаҡлаған бүләге - маршал Георгий Жуковтың Рәхмәт хаты була.
Сәлих олатайымдың орден-миҙалдары, күп һанлы Маҡтау грамоталары, хәрби билеты, госпиталдән бирелгән справкалар һәм башҡа олатайымдың тормошона ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙең төп нөхсәһе кинйә улы Фәтих ағайымда ҡәҙерләп һаҡлана.
СССР-ҙың Юғары Советы президиумының 1945 йылдың 23 июнендәге Указы нигеҙендә демобилизациалана һәм ошо йылдың көҙөндә тыуған ауылына ҡайтып төшә. Тыуған йортта уны күңелһеҙ хәлдәр көтә. Өләсәй һуғыш ваҡытында аслыҡтан вафат булған, ә улдары балалар йортонда була. Олатайым йорт-ҡураһын тәртипкә килтерә. Минең өләсәйемә, хәҙергә Күгәрсен районынан булған Йомабикә Шәһит ҡыҙына өйләнә. Балалар йортонан балаларын алып ҡайталар, үҙҙәренең Фәрит һәм Фәтих исемле улдары тыуа. Олатайым менән өләсәйем иңгә-иң терәп матур донъя көтәләр. Бергәләп алты малайҙы - Абдулла, Сәйет, Абдулхай, Фәрит, Фәтих һәм Йомабикә өләсәйемдең беренсе никахынан тыуған улы Мирзаны ҙур тормош юлына баҫтыралар. Олатайым яу яланында ятып ҡалған ағайҙарының балаларына ла терәк була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә олатайымды күрергә насип булманы. Ул 1980 йылдың октябрендә вафат була. Ауылдаштарҙан, туғандарҙан белеүемсә, Сәлих олатайым яуҙа ла батырҙарса алышҡан, тыныс тормошта ла үҙенең эше менән ихтирам яулаған кеше. Заманына ҡарамай дингә тоғро ҡала, ураҙаһын да тота, намаҙын уҡый; ипле һәм мәрхәмәтле кеше була. Оҫта ҡуллы тимерсе олатайым, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа кешеләргә тимер мейес яһай, ат та дағалай, тишек биҙрә-сүместрәҙе ямай, табаҡ-тастарҙы төпләп бирә, хатта молотилканы ла ул эшләп биргән. Олатайымдың оҫталығы балаларына һәм ейәндәренә, бүләләренә лә күскән.
Олатайым əле лə онотолмай. Уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында Байғаҙы ауылының үҙәк урамына Сәлих Псәнчин исеме бирелгән, мәктәптә уның исемен йөрөткән отряд бар.
Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы, Псянчин Сәлих Мәхмүт улының мәңгелек йортона, тимерҙән ат беркетеп яһалған, 112-се Башҡорт дивизияһы яугирының ҡәберлек рәшәткәһе ҡуйылды. Был иҫтәлек Фәтих ағайымдың үҙ ҡулдары менән эшләнгән. Ошо тарихи һәм быуындар сылбырын нығытыусы сарала олатайымдың ейән-бүләләре, килендәре зыярат ҡылдылар, ауылыбыҙҙың хәҙрәте Әғзәм апа (яу яланында ятып ҡалған Ғәззәле олатайҙың ейәне) аят уҡыны.
Беҙ ҡаһарман яугир, арҙаҡлы ир-уҙаман, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны булған Сәлих олатайым менән ғорурланабыҙ.
Гөлназ Ғүмәрова (Псәнчина).
Сибай ҡалаһы.