Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
21 Май 2020, 15:15

ӘСӘЙЕМ--МИНЕҢ ЕҢЕҮСЕМ

Ағайымдың үлем хәбәрен әсәйем баҫыуҙа эштә ишетә, ләкин уны яҙғы сәсеү эшенән ҡайтармай тотҡарлайҙар. Ундай ауыр ваҡытта ниндәй ҡанһыҙ етәксе булырға кәрәктер. Ғәзиз балаһын һалҡын ер ҡуйынына һалып, ҡара ҡайғыға батҡан әсә йөрәге нисек түҙгәндер?!

Ризыҡ йөрөтә кешене, ти ололар. Шулайҙыр, яҙмыш та йөрөтә торғандыр. Әсәйем Хәмитова Хәтижә Ғиса ҡыҙы Баймаҡ районы Буранбай ауылынан. Үрҙә әйтелгәнсә, яҙмыш алдан юралған, күрәһең, өс йәшендә Рәхимә апаһы йәшәгән Ғәҙелбай ауылына килә, еҙнәһе Дәүләтбаев Төхвәтулла Әбүбәкер улы уны үҙҙәрендә йәшәргә күндерә. Матур тәрбиә алып, тиҫтерҙәре Гөлнәзирә, Орхоя менән уҡырға төшә. Еҙнәһе үҙ фамилияһына яҙҙыра, шулай итеп ул Дәүләтбаева Хәтижә Ғиса ҡыҙы булып китә. Дүртенсе класты тамамлағас, быуындары ла нығынып өлгөрмәгән ҡыҙ бала атлы эш яратам тип, еңмешләнеп ул ваҡытта ойошторолған "Кубань" колхозына эшкә сыға. Пар ат егеп колхоз малына ҡырҙан бесән ташый. 1938 йылда Рысбаев Әнүәр Исмәғил улына кейәүгә сыға. Килен булып төшкән йортта уны тағы бер һынау көтә: ҡәйнәһе үгәй, өҫтәүенә һуҡыр була. Эшкә тилбер килен күберәк донъя мәшәҡәтенә сума, үҙе үҫкән ғаиләлә әҙәп һәм кешелеклелек һаҡбаҡтарын күңеленә ныҡ һеңдерә ул. Өс йылдан ыжғыр буранлы февраль айында ғаиләгә ҡот булып улы Әхтәм тыуа. Колхоз эшендә лә, йортта ла донъя йөгөн тигеҙ тартып, ғаилә нығына.
1941 йылдың 22 июнендәге һуғыш хаҡындағы хәүефле хәбәр бөтәһен дә үҙгәртә. Әхтәмдең атай тип теле асылған мәлдә генә ҡәҙерле кешеһе фронтҡа алына, еҙнәһе, мал табибы булғанлыҡтан, бронь бирелеп, һуңғараҡ, 1943 йылда һуғышҡа инә. Бер эштән дә ҡурҡмаған, үҙ тырышлығы менән бол йыйып, донъя көтә әсәйем, сабыйын да, ҡәйнәһен дә ҡарай.
--Бөтәһе лә фронт өсөн!--тигән ил саҡырыуын бөтә йөрәге менән тоя әсәйем һәм ниндәй генә эш ҡушылһа ла намыҫ менән ихлас башҡара. 1942 йылдан башлана иң ауыр эштәр, сөнки ауылда ҡарт-ҡоро, бала саға һәм ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡала. Бына ошондай мәлдә кемдең кем икәнлеге һынала. Әсәйем һәм Азаматова Мөхтәрәмә апайға Магнит ҡалаһынан яғыулыҡ ташыу бурысы йөкмәтелә. Әсәйем һөйләүенсә, улар пар аттар егеп, ауыр мискәләрҙе арбаға нығытып, Ирәндек тауҙарын артылып бер аҙналыҡ юлға сығалар. Тәүге йылда ҡыйын була, әлбиттә, ләкин һынатырға хаҡтары юҡ ҡатындарҙың, ауылда халыҡ көтә. Шулай нығына улар, бөгөн йылдар аша һоҡланыу ҙа, ғорурланыу ҙа тыуҙыра күңелемдә батыр әсәләр, йөрәгем күкрәп ситлегемә һыймағандай, улар яҙмышы өсөн һыҡрай, әрней.
Иҫәнғолов Бөғәҙәт олатай фронтҡа киткәндә һеңлеһе Гөлнәзирә апайға тракторын ҡалдыра, Солтангәрәева Орхоя апай ҙа тракторсыға уҡып ҡайта. Ике йәш кенә ҡатын-ҡыҙ көндө төнгә ялғап эшләй, ләкин яҙғы сәсеү үҙен көттөрмәй, ерҙе йәһәтләп эшкәртергә кәрәк. Әсәйем үгеҙ егеп ер һөрөргә сыға, ә кистәрен ултырып күңел йылыһы ҡушып бәйләнгән ойоҡбаштар, бирсәткә-бейәләйҙәр фронтҡа оҙатыла.
1943 йылдың февралендә ағаһын да фронтҡа алалар. Ул береһенән-береһе бәләкәй биш балаһын әсәйемә һәм Рәхимә инәйемә ҡалдыра, сөнки әсәләре вафат була. Бер йөрәккә күпме яҙмыш һыйған, аптырарлыҡ та, һоҡланырлыҡ та! Тормош бер кирегә китһә, китә бит ул, әсәйемдең ҡустыһы Хәмитов Хөбулла ла фронттан ауыр яраланып ҡайтып төшә, ғаиләлә туғыҙ кеше булып китә. Етем илаһа, ер-һыу илар, тигән халыҡ аҡылын күңелендә йөрөтә әсәйем һәм ғаиләһендә иң өлкәне булараҡ, тағы ла сәмләнеп эшләй, биш етемде ҡаҡмай-һуҡмай, рәнйетмәй үҫтерә. Тормошто, йәшәүҙе яратҡан рухлы быуын, бер-береһенә хөрмәт менән ҡараған, бер телем икмәкте, нормаға бирелгән 200 грамм һолоно бүлешкән туғандар осоро булып тарихта ҡала ул йылдар. Бына ҡайҙа әсә батырлығы, ошо булыр минең еңеүсем!
Әкренләп фронттан ҡыуаныслы хәбәр ишетелә, халыҡтың күңеле йылына. Көндө төнгә ялғап эшләй әсәйем. Тылдағы хеҙмәт фиҙакәрлеге өсөн миҙал менән наградлана. Эйе, әсәйем--тылдағы еңеү һалдаты. Ул -- рухи ныҡлыҡ, тоғролоҡ һәм сабырлыҡ өлгөһө, уның өсөн бар нәмәне юғары - аҡыл, әҙәп, хеҙмәт, намыҫ - уның арҡа үҙәге. Ил күтәргәнде күтәрә алған оло йөрәкле әсә.
Бөйөк Еңеүҙе баҫыуҙа ер һөрөп йөрөгәндә ҡаршылай ул. Бер йылдан атай ҙа фронттан ҡайта, ә еҙнәһе - Дәүләтбаев Төхвәтулла яу ҡырында хәбәрһеҙ юғала. Атай ҡайтырҙан бер ай элек ( 1946 йылдың май айы) ағайым Әхмәт ҡапыл ғына вафат була. Ағайымдың үлем хәбәрен әсәйем баҫыуҙа эштә ишетә, ләкин уны яҙғы сәсеү эшенән ҡайтармай тотҡарлайҙар. Ундай ауыр ваҡытта ниндәй ҡанһыҙ етәксе булырға кәрәктер. Ғәзиз балаһын һалҡын ер ҡуйынына һалып, ҡара ҡайғыға батҡан әсә йөрәге нисек түҙгәндер?! Шәхси тормошо ла ауыр һынау кисерә, ире икенсе ҡатынды һайлай. 1947 йылдың ғинуарында йөрәк аҫтында мине йөрөткән әсәкәйем бар ғорурлығын һаҡлап яңғыҙ ҡала, ә май айынды мин донъяға ауаз һалам. Ирекһеҙҙән, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның шиғри юлдарын хәтеремдә йөрөтәм.
Һуғыштан һуң тыуған бер бала мин
Һағыш төҫө таныш, бик таныш.
Тыуғансы уҡ атайымдан айырып,
Ниҙәр татытманы был тормош.
Һуғыштан һуң да аяуһыҙ ҡыйратылған, емертелгән илебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыу, ҡайтанан төҙөү халҡым өсөн тағы бер һынау йылдары була. Әсәйемде, Азаматова Мөхтәрәмә апайҙы, Беренсе Этҡолдан Хисмәтуллина Маһинур апайҙы Бөрйәнгә ағас ҡырҡырға ебәрәләр. Әсәйем һөйләгәндәрҙән: "Мөхтәрәмә менә мәғрүр ҡарағайҙарҙы ҡул бысҡыһы менән йығыр алдынан икебеҙ ике яҡтан ҡосаҡлап ҡарайбыҙ, ҡулдарыбыҙ бер-береһеҙгә етмәй торғайны". Ауыр эш, уйлап ҡараһаң, ҡатын-ҡыҙҙың көсө лә етмәҫ кеүек. Ауыр ағас аҫтында ҡалып имгәнгән кешеләр ҙә була. Әсәйемә Хоҙай Тәңре ҡеүәт биреп, етемдәр, үҫеп килгән ҡыҙсығы хаҡына бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалаған күрәһең, бер йылдан ауылға ҡайта ул. Хеҙмәттә үтте әсәйемдең бар ғүмере. 25 йыл дауамында колхоздың алдынғы һауынсыһы булды. Әсе тир, хәләл көс менән йәшәргә, икмәк ҡәҙерен белергә, тыуған ереңде яратырға, ғәмле һәм сәмле булырға унан өйрәндек.
Әсәйем - хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткән, исемдәрен үлемһеҙ йыр иткән быуын вәкиле. Фиҙакәр хеҙмәте юғары баһаланды. В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл миҙалы, Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары, хеҙмәт ветераны миҙалы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланды. Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр бирелде.
Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығы айҡанлы Беренсе Этҡол урта мәктәбендә үткәрелгән тәрбиә сәғәтенә әсәйем хаҡында һөйләүемде һорап осрашыуға саҡырҙылар. Оло ғорурлыҡ менән барҙым. Күңелем үҫте, илен, халҡын яратҡан, хеҙмәт һөйгән әсәйемдең ҡыҙы булыуым менән сикһеҙ ғорурландым. Ауыр эш, күрелгән михнәт, күңел ғазабы, яңғыҙ донъя йөгөн тартыу әсәйемдең рухын һындырманы, түҙемлелеге саҡма таштай ныҡ булды, барына ҡәнәғәт булып, юғын бар итеп, аҡыл менән йәшәй белде. Һоҡланам, ғорурланам! Һин--минең еңеүсем!
Әсәйем бәхетле өләсәй булды, ейәнсәрҙәрен үҫтереште, ике бүләһен күреү бәхетен дә татыны. 2007 йылда 85 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.
Быйыл 75-се Еңеү яҙын ҡаршы алдыҡ. Һуғыш һәм тыл ветерандары ауылыбыҙҙа арабыҙҙа юҡ инде. Һәр кемдең йөрәгендә уларҙың исемдәре, күрһәткән батырлыҡтары уйып яҙылған. Уларҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Атай-олатайҙарыбыҙға, әсәй-инәйҙәребеҙгә лайыҡлы, рәхмәтле булып йәшәйек! Йырҙа йырланғанса:
Ирҙәр үлә, башын һала,
Тарихтарға һыймаҫ дан ҡала.
Читайте нас: