АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күңел түренән
19 Май 2020, 18:00

УЛАРҒА РӘХМӘТЛЕБЕҘ!

Атайлы балалар ғаиләһенә еңелерәк булғандыр инде, сөнки уларҙың етешерәк йәшәүен күреп үҫтем мин. Күрше ҡыҙға уйнарға ингәндә, бәләкәс кенә икмәк киҫәгенә ымһынып ҡарап торған саҡтарым иҫтә уйылып ҡалған.

Һуғыш. Бала. Был ике һүҙ бер-береһенә бер нисек тә тап килмәгән төшөнсәләр. Ҡәһәрле, аяныслы һуғыш һәм саф, ғәйепһеҙ бала саҡ. Ләкин ҡайһы ғына осор булыуға ҡарамаҫтан, ғибрәтле һуғыш ваҡиғалары кешелек донъяһын ауыр ҡайғыларға, афәттәргә дусар итеп тора. Сабый балаларҙың күҙ йәштәре аша хәтер һандығында уйылып ҡалған ауыр кисерештәр күңелдәрҙә юйылмаҫ эҙ ҡалдыра.
Минең ҡартәсәйем Юнысбаева Салиха Фатхуллла ҡыҙы, 1940 йылдың 17 ноябрында Баймаҡ районы 1-се участка Торф ауылында ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килгән. “Атайым Аралбаев Фатхулла Ғайнулла улы 1903 йылғы, Баймаҡ районы Ямаш ауылынан, ә әсәйем Сайфуллина Ҡәмәриә Айытбай ҡыҙы 1918 йылғы, Шырмай (Ғәҙелбай) ауылынан. Улар өйләнешкәс, Торф ауылына торф ҡырҡыусы булып эшкә урынлашҡан, ул торфты Баймаҡ ҡалаһында машина эшләү заводында утын урынына ҡулланғандар.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, һуғыш афәте Аралбаевтар ғаиләһен дә урап үтмәй. 1942 йылдың август айында ҡартәсәйемдең атаһы (ҡарт ҡартатайым) һуғышҡа алынған. 1944 йылдың авгусында ғаиләгә “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙ килә...
“Атайымдың бер генә фотоһүрәте лә ҡалмаған. Әсәйемдең хәтерләүе буйынса олпат кәүҙәле, асыҡ йөҙлө булған ул. Атайым һуғышҡа алынған ваҡытта миңә ике йәш тә тулмай ҡалған, мин дә барам, тип илап тороп ҡалғанмын. Атайым һуғышҡа киткәс, өйөбөҙ, мал-тыуарыбыҙ янып киткән. Шунан Баймаҡҡа күсеп килгәнбеҙ, әсәйем райсоветтан эш һорап барған, иҙән йыуыусы булып эшкә урынлашҡан. Тутыя инәйемдә өйҙәш булып йәшәп киткәнбеҙ. Һуғыш бөткәс, 1947 йылдарҙа хәбәрһеҙ юғалған атайым өсөн аҡсалата ярҙам бирелгән булған, шул аҡсаға Кәкреауылда яңы өй һалып ингәнбеҙ. Түңгәкле урындар, землянка ғына өйҙәр була торғайны ул заманда. Аҙаҡ әсәйемдең Күлйорттауҙа шахтала көрәк тотоп эшләгәнен хәтерләйем. 4-се класҡа тиклем Кәкреауылда уҡыным, өҫ һәм аяҡ кейеме булмағанлыҡтан, аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөргән осорҙа ҡыш миҙгелдәрендә уҡыуҙы туҡтатып, ҡара ергә аяҡ баҫҡас ҡына дауам итә торғайным,”--тип әсенеп хәтерләй ҡартәсәйем.--Атайлы балалар ғаиләһенә еңелерәк булғандыр инде, сөнки уларҙың етешерәк йәшәүен күреп үҫтем мин. Күрше ҡыҙға уйнарға ингәндә, бәләкәс кенә икмәк киҫәгенә ымһынып ҡарап торған саҡтарым иҫтә уйылып ҡалған. Башланғыс класты тамамлағас, артабан уҡыуҙы Баймаҡ ҡалаһына йөрөп уҡый башланым, 8-се класты яҡшы тамамлағас, документарҙы Белорет ҡалаһына педагогия училищеһына ебарҙем. Ләкин документтарым кире әйләнеп ҡайтманы. Әсәйемдең теләге буйынса, 16 йәштән Ғәҙелша ауылының Төйәләҫ йылғаһы буйында алтын эҙләп йыуыу эшендә эш башланым, 6 йыл эшләгәндән һуң хеҙмәт кенәгәһендә “Рәхмәт хаты” теркәлде.”
Артабан тормош һуҡмаҡтары ҡартәсәйемде Баймаҡ районы Йомаш ауылына алып килә. Юнысбаев Рәфҡәт Вәли улы менән ҡулға-ҡул тотоношып 53 йыл бергә йәшәп, алтын туйҙарын билдәләнеләр. Дүрт ҡыҙ һәм бер улға ғүмер биреп, уҡытып, оло тормош юлына сығарҙылар. Хәҙерге ваҡытта һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләләре бар, балалары менән донъя көтәләр, эшләйҙәр. 15 ейән-ейәнсәрен, 5 бүлә-бүләсәләрен һөйөү бәхетенә эйә бөгөнгө көндә ҡартәсәйем.
”Ҡәйнәм менән 18 йыл бергә татыу ғүмер кисерҙек, үҙебеҙ колхоз эшенән бушамаған ваҡыттарҙа ҡәйнәмдең балаларҙы ҡарашыу, бөткөһөҙ йорт эштәрен башҡарыу һымаҡ эштәрҙә ҙур ярҙамы була торғайны. Әсәйем яңғыҙы Баймаҡ ҡалаһында донъя көтөп йәшәне, олоғайғас үҙем тәрбиәләнем, 92 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте”,--ти ҡартәсәйем.--Балалар баҡсаһында хисапсы, ашханала ашнаҡсы, фермала һауынсы һымаҡ төрлө колхоз эштәрендә эшләргә тура килде. Артабан 1971 йылдар тирәһендә Ғәлиәхмәт олатайымдан бер оя бал ҡорто һатып алып, ҡорт көтөү нескәлектәрен өйрәнеп, шул шөғөл менән мауығып киттек”.
1979 йылда “Һаҡмар” колхозының Йомаш ауылында ҡортсолоҡ кәсебе булдырып, Юнысбаевтар ғаиләһенә был эште ышанып тапшыралар. 11 йыл эшләү дәүерендә тормош иптәшенең 7 тапҡыр «Район чемпионы» дәрәжәһендә булып, күп тапҡырҙар «Маҡтау ҡағыҙы» миҙалдары менән бүләкләнеүе, Мәскәүҙә ВДНХ күргәҙмәһендә ҡатнашыуында ҡартәсәйемдең көсө әйтеп бөткөһөҙ, әлбиттә. Яҡшы хеҙмәттәре өсөн күп тапҡырҙар Сочи ҡалаһында, Янған-Тау ял йортонда юлланма менән ял итергә лә тура килә уларға. “Умартасылыҡта эшләгәндә пакет һанын 310-ға еткерә торғайныҡ,”- тип хәтерләй ҡартәсәйем. Хәҙерге көндә ата-әсәйҙән күреп үҫкән шөғөлдө улдары, минең атайым Илфат Рәфҡәт улы дауам итә. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡына аҫырап ҡалмай дәртле Юнысбаевтар ғаиләһе, йылҡы малы ла, йорт ҡуяндары ла, писец та аҫырап ҡарай улар йәш саҡта. Хатта йылы яҡта ғына үҫкән ҡарбуз, ҡауын да үҫтереүгә өлгәшәләр минең өсөн бик ҡәҙерле кешеләрем. Ҡартәсәйем илле, ә ҡартатайым алтмыш йәштә дингә баҫалар, икәүһе лә хаж ҡылып ҡайталар, ауылдың ихтирамға лайыҡ, абруйлы хажи, хажиәһе булалар улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡартатайым 6 йыл элек мәрхүм булды. Ҡәртәсәйемдең яратып башҡарған шөғөлдәре лә бихисап. Ҡул эштәренән ултырғыс түшәктәре бәйләй. Ағинәйҙәр түңәрәгендә йөрөгәндә милли күлдәк, камзул тегеп кейә, иҙеү, һаҡал, ҡашмауҙарын да үҙе эшләп ала, эргәһендәге ейәнсәрҙәренә лә милли кейемдәр тегеп, эшләп кейҙереп дәртләндереп ултыра. Төрлө бүлмә гөлдәре, баҡса сәскәләре үҫетерергә лә бик ярата ҡартәсәйем. Быйыл Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы меңдәрсә халыҡ яҙмышы рәтендә оло быуын вәкилдәренең һәм, әлбиттә, минең ҡартатай-ҡартәсәйҙәремдең дә өлөшө бик ҙур. Беҙ, хәҙерге быуын балалары, йәшәйешебеҙгә, ошо матур тормошобоҙға бик тә рәхмәтлебеҙ.
Ейәнсәре Гөләйҙә Юнысбаева.